Сығатай улусы
Сығатай улусы | |
монг. Цагаадайн Улс | |
Нигеҙләү датаһы | 1225 |
---|---|
Ҡатнашыусы | Timur's Counter Siege[d] |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Монгол империяһы |
Административ үҙәк | Алмалык[d] һәм Ҡаршы |
Идара итеү формаһы | һайланған монархия[d] |
Закондар сығарыу органы | Ҡоролтай[d] |
Валюта | тәңкә[d] |
Алыштырған | Манглай-Субе[d] |
Ҡулланылған тел | Монгол теле, Сығатай теле һәм фарсы теле |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1687 |
Майҙан | 3 500 000 км² |
Сығатай улусы Викимилектә |
Сыгатай (Жағатай) улусы (Сығатай дәүләте, Сығатай Урҙаһы) — 1266 йылда Урта Азияла Бөйөк Монголия тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән төрки-монгол[1] дәүләте. Атамаһы Сыңғыҙхандың улы Сағатай исеме менән бәйле. 1326 йылдан алып Сағатай улусында ислам рәсми дин булып китә. XIII быуат аҙағында, улустың сәскә атҡан осоронда, ул хәҙерге Монголия һәм Ҡытай сигендәге Амударъянан коньяҡҡа табан Алтай тауҙарына тиклем йәйелеп ята, майҙаны буйынса ул яҡынса Ҡара Ҡытай ханлығы территорияһына тиң була[2]. 1340-се йылдарҙа дәүләт Моғулистанға һәм Мәүәрәннәһерға бүленә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1224 йылда Монгол империяһына нигеҙ һалыусы Сыңғыҙхан үҙ дәүләтен уландарының һаны буйынса дүрт улусҡа бүлә. Икенсе улы Сығатайға Мәүәрәннәһер һәм уның яҡын-тирәләге территориялар эләгә. Сығатай улусы составына, иң тәүге нәүбәттә — Ҡара Ҡытай дәүләте һәм найман Кучлугы (монгол яҙмаларында Хомил иле), ә, дөйөм алғанда, Хәрәзм көньяғы менән бергә Мәүәрәннәһер, Ете һыуҙың күпселек өлөшө һәм Турфанға (Ҡашғари менән бергә) тиклем Көнсығыш Төркөстан инә. Әммә Сығатай улусы тулыһынса бойондроҡһоҙ булмай һәм һаман да Ҡараҡоромдан бойороҡтар ала. Мәүәрәннәһер башлығы Мәхмүт Ялавасты отставкаға ебәргәндән һуң Үгеҙәй Мәхмүтте ҡабаттан вазифаһында тергеҙә һәм Мәхмүт династияһы, хатта Сағатайҙың вафатынан һуң, хакимлыҡ итә. 1238 йылда Бохарала мосолман ихтилалы ҡуба, әммә Мәхмүт улы Мәсүд уны киләһе йылда, монголдар килеп еткәнгә тиклем, баҫтыра (һылтанма).
Төрки ҡарлуҡтарҙың өс төркөмө (Ете һыуҙа, Фәрғәнәлә һәм тибет ситәрендә) Сыңғыҙхан осоронан алып үҙаллы тип һаналһәм ошо сифатта улустың ҡәбилә системаһына индерелә. Тышҡы дәүләт сиктәренә улус бары тик көньяҡта ғына сыға, унда сик буйы көнбайыш Куньлунь һәм Памир көньяҡ армыттары буйылап бара.
Сығатай дулаттарға көньяҡта Тянь-Шандән алып ерҙәрҙе бүлеп бирә. Дулаттар үҙҙәре биләмәләрен Маңлай Сүбе йәки Көньяҡ яғы тип атайҙар.
Сығатай ставкаһы Алмалыҡтан (хәҙерге Күлжә йәки Инин) көнбайышҡа табан Ете Һыуҙа урынлаша һәм Ҡояш һәм Олоғ-иф (Оло йорт) тип атала. Иле үҙәне Алмалыҡ ҡалаһы менән бергә уның биләмәләренең үҙәк өлөшөн тәшкил итә һәм Ү «Ил-аларғы» тип атала. Мәүәрәннәһерҙә Сағатайға ҡарағанда реаль власҡа хәрәзм сауҙагәре һәм урындағы идара башлығы Мәхмүт Ялавас эйә була (1225—1238), уны туранан-тура Үгеҙәй хан тәғәйенләй. 1238 йылда Сағатай, хандың ризалығынан тыш, Мәхмүтте вазифаһынан бушата, хан ағаһына үпкәһен белдерә, әммә Мәүәрәннәһерҙе уның идаралығына тапшыра, шул уҡ ваҡытта һалымдарҙы йыйыу хоҡуғын мәхмүт улы Мәсүд-бәккә бирә (1238-89) һәм уның вәкәләттәрен бөтә сағатай улусына киңәйтә.
Идара итеү системаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығатай улусында ике идара итеү системаһы була. Беренсе идара итеү системаһы дала һәм тау алды райондарына ҡағыла һәм сыңғыҙхан булдырған нойондар, темниктар, меңселәр унарлы системаһына ҡоролға. Икенсе система төрлө игенселек райондарын һәм ҡала территорияһын үҙ эсенә ала һәм бай һәм абруйлы нәҫеле вәкиле Мәхмүт Ялавасҡа буйһоналар. Мәхмүт Яловастың вафатынан һуң уның уландары һәм ейәндәре шулай уҡ монгол хандары тарафынан идарасылар итеп тәғәйенләнә. Уларҙың төп бурысы — төрлө матди байлыҡтарҙы (аҡса, затлы әйберҙәр, игенселек аҙыҡтары һәм башҡалар) монгол хандары файҙаһына өҙлөкһөҙ тәьмин итеү. Әлеге бурысты үтәү өсөн басҡаҡтар етәкселегендәге хәрби отрядтар ойошторола, ә административ көс булып чиновник-илселәр (төрлө мәсьәләләр буйынса монгол хандарының илселәре) тора.
Монгол хандары власын таныған иткән клан вәкилдәренә рәсми рәүештә грамоталар (ярлыҡтар) йәки пайцздар (затлы металдарҙан эшләнгән махсус билдәләр) формаһында төрлө өҫтөнлөктәр бирелә. Ошо идара итеү сәйәсәте һөҙөмтәһендә урындағы хеҙмәтсән халыҡтан даими рәүештә һалымдар йыйыла[3].
Сығатайҙың вафатынан һуңғы хәлдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығатай 1241 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1242 йылда) вафат була, уға тиклем, Үгеҙәйҙең вафатынан һуң , Сағатай тәхетте үҙенең ейене Һары Һулағҡа (Мөтөгән улы) мираҫ итеп ҡалдыра.
Үгеҙәйҙең улы Ғуюҡты яңы хан итеп һайлағандан һуң, Ғуюҡ Һары Һулағты тәхеттән төшөрә, сөнки улы иҫән саҡта еейәне тәхеткә хужа була алмай тип һанай һәм Сығатай улусын Сығатайҙың өлкән улы Есу-Мүнкәгә бирә. Шулай итеп, 1246/1247 йылдарҙа улус менән Есу-Мүнкә идара итә, әммә ул күпселегендә эсеү менән мауыға, тиҙҙән ул кесе туған тейешле Бүрины хакимдаш итеп алырға мәжбүр була. Есу-Мүнкәның ставкаһы Алмалыҡта урынлаша.
һары Һулағ ҡапыл вафат була, Мөбәрәк шаһ уның урынын биләй[4]. Мөбәрәк-шаһ идара итеү өсөн бик йәш булғанға күрә, дәүләт эштәре менән әсәһе шөғөлләнә[4].
1248 йылда бөйөк ҡаған Ғуйуҡ-хан үлгәндән һуң сыңғыҙиҙәр ике дошманл агерға бүленә: Джучи һәм Толуй вариҫтаыр һәм туғандары һәм тҮгеҙәй менән Сығатайҙың туғандары һәм вариҫтары. һәр бер лагерҙың эсендәге ҡапма-ҡаршылыҡтар ваҡытлыса йәшерелә. шулай өс йыл дауамында аҫтыртын эш алып барыла, һуңынан асыҡ көршәкә күсә һәм 1251 йылда бөйөк ҡаған итеп Мәнгү хан иғлан ителә — Толуйҙың улы. Әлеге еңеү ҡанлы түңкәрелеш төҫөн ала, сөнки бик күптәр, хатта Үгеҙәй һәм Сығатайҙың вариҫтары ла язалана.
Мүнкә хандың тәхеткә ултырыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1251 йылғы ҡоролтайҙан һәм Мүнкәнең тәхеткә ултырыуынан сағатайлыларҙың күпселеге язалана. Улусты үҙ-ара Мүнке менән Батый бүлешеп алалар, Батый Мәүәрәннәһергә хужа була.
Алғы хан эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәнгү-хан үлгәндән һуң (1259 йыл) 1260 йылда Монгол империяһының бөйөк ҡағандары итеп бер үк ваҡытта уның ике ағаһы иғлан ителә — Хубилай һәм Арыҡ-Буға. Ошо ике толуиҙар араһында башланған көрәшкә улар Сығатай вариҫтарын да йәлеп итәләр. Шул уҡ 1260 йылда Арыҡ-Буға Сағатай улусы тәхетендә Мөбәрәк шаһты Сығатайҙың ейәне Алғыға алыштыра[5]. Алғы, үҙенең власында нығынып алғас, элекке дуҫына ҡаршы күтәрелә һәм Хубилай яғына күсә. Арыҡ-Буға Алғыға һөжүм итә һәм Алғы, бер нисә бәрелештән һуң, 1263 йылда Сәмәрҡәндҡә ҡасып китә. Арыҡ-Буға ошо арауыҡта Иле районын тулыһынса бөлгөнлөккә төшөрә. Алғы Орхан һәм мәсүд Ялавас ярҙамында яңы армия туплай. шунан ул Арыҡ-Буғаны ҡыуып сығара, Арыҡ-Буға 1264 йылда Хубилайға әсирлеккә бирелә. Алғы Урта Азияла ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә Джучи башлыҡтарын ҡыуып сығара һәм хатта Хәрәзмде баҫып ала. Быға тиклем Хәрәзм Алтын Урҙаға ингән була. Шулай итеп, Сығатай улусы ҡабаттан тергеҙелә. Алғы 1265 йылда вафат була.
Алғы хандан һуңғы осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алғының вафатынан һуң (1265/66 йылдар) Мөбәрәк шаһ, Бораҡ шаһ, һуңғараҡ Хайду араһында Урта Азия территорияһында көрәш башлана. 1265 йылда Орхана тәхеткә үҙенең улын ултырта — Мөбәрәк шаһты[6]. Мөбәрәк шаһ ислам динен ҡабул иткән беренсе Сығатай ханы була. Уны тәхеттән ике туған ағаһы Бораҡ Хубилай ярҙамы менән ҡолата[6]. Бораҡ-хан ултыраҡ тормош алып барған халыҡтар менән тығыҙ бәйләнештәр булдырыу маҡсатында шулай уҡ исламды ҡабул итә. Батша вариҫтарының үҙ-ара ызғыштары халыҡты бик йонсота, сөнки был осорҙа талауҙар һәм көсләүҙәр арта. Шулай 1269 йылға тиклем дауам итә. Ошо йылда Талас йылғаһы үҙәнендә ҡоролтай йыйыла, унда батша вариҫтары элеккесә тауҙарҙа һәм далаларҙа йәшәй һәм игенселек райондарына ҡыҫылмай, сәселгән игенде тапамай һәм малды урламай тигән ҡарар сығарыла.[7]
Бораҡ хан Хубилай менән Тарим бассейны менән идара итеү мәсьәләһе буйынса конфликтҡа инә. Бораҡ Хубилай ебәргән агентты ҡыуып ебәрә (ул төбәк менән идара итергә тейеш була). Хубилай 6000 мең һыбайлынан торған отрядты юллай , Бораҡ уларҙы күпкә өҫтөнлөклө көстәр (30 000) менән ҡаршы ала. Бораҡ шулай уҡ Хайду менән дә конфликтҡа инә, сөнки Хайду Алтын Урҙа ханы Мәнге-Тимерҙы Бораҡҡа ҡаршы яллай. Хайду яғында Алтын Урҙаның 50-меңлек армияһы була, шуғк күрә Бораҡ Мәүәрәннәһергә ҡаса. 1267 йылда Бораҡ Хайду менән килешә һәм мәүәрәннәһерҙән көнсығыштағы биләмәләрҙән баш тарта. Һуңынан Хайду Бораҡты Илханатҡа баҫып инергә мәжбүр итә [8]. Бораҡ тәүге булып һөжүм итә, кенәз Бучинды еңә. Абаҡа-хан Әзербайжандан ярҙамға ташлана һәм Бораҡты Герат тирәһендә 1270 йылдың 22 июлендә ҡыйрата, Бораҡ сигенергә мәжбүр итә. Кире ҡайтҡан юлда ул аттан ҡолап төшкә һәм бик ныҡ йәрәхәтләнә, ҡышты Бохарала үткәрә һәм шунда вафат була. Вафаты алдынан ул исламды ҡабул итә[9].
Бораҡтың дүрт улы һәм Алғының ике улы Хайдуға ҡаршы фетнә күтәрәләр, әммә улар һәр саҡ уңышһыҙлыҡҡа тарыйҙар. Хайду Мәүәрәннәһер ханы итеп тәхеткә Негубәйҙе ултырта. Негүбәй баш күтәргәндән һуң, ул үлтерелә һәм уның урынына 1274 йылда Буға Тимер тәғәйенләнә. Буға Тимерҙең ҡасан вафат булыуы билдәһен, әммә унан һуң тәхеткә Бораҡтың Дува исемле улы ултыра. Ошо уҡ ваҡытта Абаҡа Мәүәрннәһергә бәреп инә һәм Бохараны талай һәм 50000 әсирҙе үҙе менән алып китә[5].
1275 йылда Дува Юань империяна ҡаршы һуғышта Хайдуға ҡушыла, әммә алып ташлана. 1295 йылда Дува Пенджабҡа бәреп инә һәм төбәкте бөлгөнлөккә төшөрә. Дели солтанлығына бер нисә бәреп инеү булып ала, әммә уңышһыҙ[10]. 1298 йылдың сентябрендә Дува әсирлеккә Тэмур Ҡорғузың кейәүен әсирлеккә төшөрә һәм үлтерә, әммә бынан һуң тиҙ арала үҙе лә еңелә. 1301 йылда Ҡараҡоромға һөжүм иткән ваҡытта улар ҡабаттан еңелә ,һәм Хайду ошо алышта һәләк була[11].
Хайду үлгәндән һуң 1303 йылда Дува һәм Чапар (Хайду улы) Юань власын таныйҙар. Әммә Дува Чапарға хыянат итеп, Юань менән бергә Чапарға һөжүм итә. Чапар үҙ биләмәләрен 1306 йылда Дуваға бирергә мәжбүр була. Ошо уҡ ваҡытта принц Турғай Дели солтанлығына бәреп инә һәм ошо төбәкте талай. 1304 йылда улар ҡыйратыла. Бынан һуң Дува вафат була, тәхеткә уның улы Кончаҡ ултыра, әммә уның хакимлыҡ осро баик ҡыҫҡа була, барыһы йыл ярым. яБуға Тимерҙең бер ағаһы власты баҫып ала, әммә тиҙҙән үлтерелә. Дуваның кесе улы Кәбәк хан булып китә. кәбәк ҡабаттан (1305) Дели солтанлығына бәреп инә, әммә кире ҡайтҡан юлда ҡыйратыла. Чапар сәйәси буталыш менән файҙалырға ниәтләй, әммә ул да еңелә һәм Юань имперяһына ҡаса. Сығатай улусында тағы бер ҡоролтай үткәрелә, унда тәхеткә Дуваның икенсе улы Эсен Буға ултыртыла. 1315 йылда Эсен Буға Илханатҡа бәреп инә, ундағы армияны ҡыйрата һәм гератҡа тиклем барып етә. әммә сигенергә мәжбүр була, сөнки көнсығыштан уға Юань һөжүм итә. Юань армияһы Иссыҡ-күл өлкәһен бөлгөнлөккә төшөрә. 1315 йылда сығатай башлығы Ясур Илханат яғына күсә, әммә ул да баш күтәрә. Сығатай улусы һәм Илханат ғәскәрҙәре Ясурға һөжүм итәләр. Ул һәләк була. Эсен буға 1318 йылда вафат була, бынан һуң Кәбәк власҡа кире ҡайта, Илханат һәм Юань империяһы менән килешеү төҙөй һәм 1325 йылға тиклем хакимлыҡ итә[12].
Мәсүд бәк эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сыңғыҙ вариҫтарының үҙ-ара ызғыштары осронда Урта Азияла башта хәрәзм сауҙагәре Мәхмүт Ялавас, һуңынан уның улы Мәсүд-бәк, артабан Мәсүд-бәктең өс улы хакимлыҡ итә. Монгодар Урта Азиялағы хәлдәр ҡыҙыҡһындырмай, улар бары тик килем алырға теләй. Мәсүд бәк әлеге килемде тәьмин итә ала, шуға күрә ул үҙ вазифаһында оҙайлы ваҡыт ҡала .[7]
Хайда һәм уныңарҡаҙашы, ә шкулай уҡ Урта Азиялағы урынбаҫары Дува хан хакимлығы осоронда сағыштырмаса тыныслыҡ урынлаша. Әммә шул уҡ ваҡытта талауҙар һәм көсләүҙәр булып тора. Мәҫәлән, 1272—1273 йылдарҙа Бохара башта — Хулағуиҙ батшаһы ғәскәрҙәре, һуңынан Сығатай вариҫтары тарафынан бик ныҡ талана, һунынан да һуйыу һәм талау дауам итә, һөҙөмтәлә ҡала һәм яҡын-тирә ерҙәр бөтөнләй бушап ҡала, ете йыл дауамында унда бер кем йәшәмәй[7]
Кәбәк хан идаралығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәбәк власҡа 1318 йылда, Эсен Буға вафат булғандан һуң, килә. Ул эҙмә-эҙлекле рәүештә халыҡты ултыраҡ тормошҡа күсереү менән шөғөлләнә. Ул күсмә тормоштан бөтөнләй ситләшә, Мәүәреннәһергә күсә, аҡса һәм административ реформаларын үткәрә. Кәбәк хан илде түмәндәрға бүлә. Ул дәүләт өсөн берҙәм аҡсаны үҙенең исеме менән сығарға тәүге хан була. Аҡса һуғыу йорттары Сәмәрҡәнд, Бохара, Термез ҡалаларында урынлаша.
Кәбәк хан ҡала тормошон яйға һалырға тырыша, игенселек хужалығына һәм сауҙаға иғтибар бирә. Ул 1321 йылда әйләнешкә индергән көмөш тәңкә «кәбәк» исеме аҫтында билдәлелек ала. Күсмә халыҡтар традицияларын боҙоп, Кәбәк хан Ҡаршы ҡалаһында һарай төҙөй. һарайы. Уның реформаларын күсмә аҡ һөйәктәре дошмандарса ҡабул итә, шуға улар, дөйөм алғанда, сикләүле булалар.
Төрлө хандарҙың монгол биләмәләрен берләштерергә тырышыуына ҡарамаҫтан, Кәбәк хандың административ һәм финанс реформалары (1318—1326) сәйәси тарҡаулыҡты бөтөрә алмай. XIV быуатҡа сыңғыҙиҙәр ислам динен ҡабул итәләр һәм төркиләшәләр.
XIV быуат уртаһында Сығатай улусы ике үҙаллы дәүләткә бүленә: Моголистан һәм Сығатай ханлығы (Мәүәрәннәһерҙә урынлаша).
Аҡса реформаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монгол ябырылыуы аҡса реформаһын тулыһынса ҡыйрата тиерлек. 1250-се йылдарҙа тәңкәләр «кем дә кем Сәмәрҡәндтә һәм унан тыш (был тәңкәне) алмай, шул енәйәтсе» фарсы һәм төрки яҙмалары менән сығарыла. Аҡса реформаһының яңы этабын Мәсүд-бәк башлай (1269 йылғы ҡоролтайҙан һуң), ул ваҡытта Урта Азиялағы бер нисә аҡса һуғыу йорто бер пробалы, бер ауырлыҡ стандарты, берҙәм ҡағиҙәләр буйынса сығарыла башлай. Сығатай ханы Кәбәк 1321 йылдан һуң әйләнешкә 8 грамм тирәһе ауырлыҡтағы эре көмөш динарҙарҙы индерә[13][14].
Улустың бөтөрөлөүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сыгатай улусы 1340-се йылдарҙа уҡ бер нисә биләмәгә тарҡала. Уның көнсығыш өлөшөндә Моғулистан ойошторола. Көнбайыш өлөшөндә (Мәүәрәннәһер) төрлө биләмәләр барлыҡҡа килә. 1346 йылда Сыңғыҙхан нәҫеленән булмаған Ҡазахан эмир власҡа килә. Шулай итеп, Мәүәрәннәһерҙә Сығатайҙар хакимлығы туҡтатыла.
XIV быуатта сығатайҙарҙың туған теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сыгатай улусы хакимы Кәбәк (1318—1326) тураһында ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Баттута, ул төркисә һөйләшә ине, тип яҙып ҡалдырған: Батша (Кәбәк-хан) ғәжәпләнде һәм «Йахши», — тине, төркисә «яҡшы» була[15]. Әлеге мәғлүмәттән Сығатай улусы сыңғыҙҙары XIV быуатта төрки теленең урындағы ҡарлуҡ теле вариантына күскән, тип фаразлап була.
Этнонимы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сыңғыҙхандың улдары араһынан бер Сығатай ғына үҙенең исемен династияға һәм әлеге династия нигеҙләгән дәүләткә биргән. Сығатайҙар араһында дүрт ырыу айырыуса әһәмиәткә эйә булған: арлат, жалаир, ҡаусын һәм барлас. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекере буйынса, сағатай термины ошо монгол ҡәбиләләренә ҡарата әйтелгән[16]. Төрки йәки тюркиләштерелгән күсмә тормош алып барыусылар Мәүәрәннәһерҙә XV быуатта ла, Сығатай династияһынан бер кем дә ҡалмаһа ла, хәрби ҡатламы булып ҡала һәм һаман да үҙҙәрен сыңғыҙиҙәр тип йөрөтәләр.
1405 йылда Аҡһаҡ Тимер вафат булғандан һуң илдә сәйәси хәл бик ныҡ үҙгәрә. Тимер осоронда «сығатай» термины бары тик хәрби ҡатламға ғына ҡараһа, XV быуатта ул киңерәк мәғәнә ала: сағатай исеме менән Мәүәрәннәһерҙең бөтә төрки халҡын йөрөтә башлайҙар[17]. Һуңыраҡ, тимериҙәр менән Мөхәммәт Шейбани араһындағы көрәш осоронда, килмешәк үзбәктәрҙән айырмалы рәүештә Мәүәрәннәһер халҡы «сығатай халҡы» (чагатай эли) тип атала башлай[18]. Этнографик мәғлүмәттәр буйынса, ХХ быуат башында уҡ Мәүәрәннәһер халҡының байтаҡ өлөшө «сығатай» атамаһын һаҡлап ҡала[16].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сығатай улусы хакимдары исемлеге
- Алтын Урҙа
- Аҡһаҡ Тимер
- Моғулистан
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Каррыев А. История Туркменистана. — Туркменистан, 1966. — С. 69. — 534 с.
- ↑ See Barnes, Parekh and Hudson, p. 87; Barraclough, p. 127; Historical Maps on File, p. 2.27; and LACMA for differing versions of the boundaries of the khanate.
- ↑ Чистяков О.Н., Новицкая Т. Е., Дюков Л. В., Таукелев А. Н. История отечественного государства и права. Часть 1. — Юрайт (Москва). — С. 88—106. — 476 с. — ISBN 978-5-9916-1209-8.
- ↑ 4,0 4,1 Grousset, 1970, p. 329
- ↑ 5,0 5,1 Grousset, 1970
- ↑ 6,0 6,1 Grousset, 1970, p. 332
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Давидович Е. А. Денежное хозяйство Средней Азии после монгольского завоевания и реформа Масуд-бека — М.: Наука, 1972.
- ↑ Grousset, 1970, p. 334
- ↑ Biran, 1997
- ↑ Grousset, 1970, p. 339
- ↑ Grousset, 1970, p. 336
- ↑ Grousset, 1970, p. 340
- ↑ Камышев А. М. Фальшивомонетничество в Чагатайском улусе 2019 йыл 27 март архивланған. / Золотой червонец, 2018. — № 4.
- ↑ Петров П. Н. Еще раз о монетной реформе Мас уд-бека 670/1271-1272 гг. в государстве Чагатаидов // Вестник СПбГУ. Серия 2. История. — 2008. — № 1. — С. 201—213.
- ↑ Ибрагимов Н. Ибн Баттута и его путешествия по Средней Азии. — Москва: Наука, 1988. — С. 99—100. — 128 с.
- ↑ 16,0 16,1 Султанов Т. И. К историографии этнополитической истории улусов Джучи и Чагатая. Золотоордынское обозрение, Т. 5, № 1, 2017. С. 74—92.
- ↑ Народы Средней Азии и Казахстана, М.,1962, с.171.
- ↑ Трепавлов В. В. Шибаны: несостоявшийся этноним. Золотоордынское обозрение, Т. 7, № 2, 2019. С. 351—371.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бартольд В. В. Очерк истории Семиречья, Фрунзе, 1943.
- Бартольд В. В. История культурной жизни Туркестана, Л., 1927.
- Шах Махмуд ибн мирза Фазил Чурас. Хроника. М. Наука. 1976
- Мухаммад Хайдар Дуглат. Тарихи Рашиди.
- Тулибаева Ж. М. Правители Чагатайского улуса (Извлечения из «Тарих-и арба’ улус» Мирзы Улугбека) // Известия Национального центра археографии и источниковедения. — Астана: 2011, № 1-3; 2012, № 1.
- Grousset, René The Empire of the Steppes: A History of Central Asia. — New Brunswick, NJ: Rutgers University Press, 1970. — ISBN 0-8135-1304-1.
- Biran, Michal Qaidu and the Rise of the Independent Mongol State in Central Asia. — Surrey: Curzon, 1997. — ISBN 0-7007-0631-3.