Эстәлеккә күсергә

Сергеев Андрей Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сергеев Андрей Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 октябрь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Хотмыжск[d], Грайворон өйәҙе[d], Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 июнь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Брянск, Рәсәй
Туған тел урыҫ теле
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Андрей Федорович Сергеев (15 октябрь 1912 йыл — 7 июнь 1999 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы разведчигы. Гвардия ҡыҙылармеецы. Дан орденының тулы кавалеры.

1912 йылдың 15 октябрендә Хотмыжск (хәҙер Белгород өлкәһе, Борисов районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған 1950 йылдан — ВКП/ КПСС ағзаһы. 8 класс тамамлаған. Амур тимер юлындағы «Тырма» станцияһында дежур булып эшләй.

Ҡыҙыл армияла — 1943 йылдың апреленән. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — 1944 йылдың февраленән.

60-сы гвардия кавалерия полкы разведчигы гвардия ҡыҙылармеецы Андрей Сергеев 1944 йылдың апреле төнөндә төркөм составында 1Турья йылғаһы аша (Волынь өлкәһе, Владимир-Волынский ҡалаһы тирәһендә) сыға һәм дошман көстәрененең һәм орудиеларының ҡайҙа урынлашҡанын асыҡлай. Лиски — Северинувка юлы участкаһында засада ойоштороп, разведчиктар ун иштән ашыу немец һалдатын юҡ итәләр, ә береһен пленға алалар. Алыштарҙа күрһәтелгән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн 1944 йылдың 4 майында гвардия ҡыҙылармеецы Сергеев Андрей Федорович 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың 5 майында взвод составында дошман оборонаһы разведкаһын үткәргән саҡта (Владимир-Волынский ҡалаһынан 15 километр алыҫлыҡта) рА. Ф. Сергеев шәхсән үҙе биш һалдатты юҡ итә һәм берәүһен пленға ала. Алыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн 1944 йылдың 10 июлендә гвардия ҡыҙылармеецы Сергеев Андрей Федорович 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 18 ғинуарында Томашув ҡалаһы (Польша) өсөн алышта 60-сы гвардия кавалерия полкының разведчигы Андрей Сергеев артиллерия орудиеларын Пилица йылғаһы аша сығарыу өсөн уңайлы урындар эҙләп таба һәм уларҙы яңы позицияларына тиклем оҙатып бара. Урам алыштарында штаб автомашинаһын шартлата, автомашинала генерал һәм өс офицер була. 1945 йылдың 22 ғинуарында Каменьск ҡалаһы тирәһендә (Польша) разведчиктар, улар араһында Сергеев та була, сафтан унлап дошманды, минометты һәм ике пулеметты сығаралар. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 6 апрелендәге Указына ярашлы алышта немец илбаҫарҙары менән алыштарҙа командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия ҡыҙылармеецы Сергеев Андрей Федорович 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә һәм Дан орденының тулы кавалеры булып китә.

1945 йылда А. Ф. Сергеев демобилизациялана. Брянск ҡалаһында йәшәй. Тимер юл да ревизор булып эшләй, һуңынан, хаҡлы ялға киткәнгә тиклем — электр-вакуум заводында янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструктор булып эшләй.

1999 йылдың 7 июнендә вафат була.

А. Ф. Сергеев 1995 йылда Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша.

  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.
  • Полные кавалеры ордена Славы : Биографический словарь. — М.: Воениздат, 2010. — Т. 2.