Эстәлеккә күсергә

Сибғәтуллин Наил Рәхим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сибғәтуллин Наил Рәхим улы
татар. Наил Рәхим улы Сибгатуллин
Зат ир-ат
Тыуған көнө 27 май 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 март 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Щербинка зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө гидроаэромеханика[d]
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль «В память 850-летия Москвы»

Сибғәтуллин Наил Рәхим улы (27 май 1943 йыл, Ҡазан — 13 март 2004 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй ғалим-механигы, юғары мәктәп уҡытыусыһы.

1960 йылда урта мәктәпте алтын миҙал менән, ә 1965 йылда — Ҡазан университетын отличие менән тамамлай. Артабан уҡыуҙы академик Л. И. Седов етәкселегендә Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты аспирантураһында дауам итә. Аспирантураны тамамлағандан һуң Мәскәү дәүләт университетының гидромеханика кафедраһына ҡалдырыла. 1969 йылда — «Сағыштырмалыҡ теорияһында газ динамикаһының ҡайһы бер мәсьәләләре» темаһына кандидатлыҡ, ә 1979 йылда «Көслө гравитация һәм электромагнит яландарында тирбәлеүҙәр һәм тулҡындар» темаһына докторлыҡ диссертациялары яҡлай. 1985 йылдан Мәскәү дәүләт университеты механика-математика факультетының гидромеханика кафедраһы профессоры.[1]

Саҡырылған профессор сифатында Парижда, Мюнхенда, Мексикала (Мехико, Гдалахара, Эрмозийо), Ханойҙа, Бильбаола (Испания) лекциялар уҡый һәм берлектә фәнни тикшеренеүҙәр алып бара.

«Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнгән.

«Вестник Московского университета. Серия 1. Математика и механика» һәм «Communications in Nonlinear Science and Numerical Simulation» журналдарының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы.

Щербинка зыяратында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Һауа мендәрендәге аҙ сығымлы ҡоролмаларҙың стационар һәм автотирбәлеш эш режимы тураһында, шулай уҡ стационар режимдың тотороҡлолоғо тураһында мәсьәлә ҡуя һәм хәл итә (Сибғәтуллин Н. Р., Н. А. Слезкин., Сорокин Э. А., 1988).
  • Көрсөккә яҡын тулҡын һанлы өҫкө тулҡындар өсөн һыҙыҡлы булмаған эволюцион тигеҙләмә ала.
  • Мөхиттең ҡыҫылыусанлығын һәм тарҡалыусанлығын иҫәпкә алып, тангенциаль өҙөклөктөң ике үлсәмле тотороҡлолоғон өйрәнә..
  • Бөгөлдөң дәүмәле плёнка ҡалынлығынан күпкә ҙурыраҡ булған ике ирекле сиге булған шыйыҡ плёнкалар моделен төҙөй (Сибғәтуллин Н. Р., Сибғәтуллина А. Н., 2003).
  • Стационар күсәргә ҡарата симметрик электровакуум ҡырҙары өсөн интеграль тигеҙләмә сығара һәм уның аныҡ, яҡынса сығарылыштарын алыу ысулын эшләй.
  • Эйнштейн — Максвелл — Вейл тигеҙләмәләре системаһының нейтринлы электровакуум өсөн интегралланыусан булыуын иҫбатлай һәм һуҡма тулҡынлы һәм бер аҙ өҙөклөклө автомоделле космологик моделдәрҙе тикшерә.
  • Тиҙ әйләнеүсе нейтрон йондоҙҙарҙың тышҡы ҡырын һүрәтләгән аныҡ ҡарарҙар төҙөй
  • Диск аккрецияһы тәьҫирендә нейтрон йондоҙҙарының тигеҙләнеш формалары эволюцияһын өйрәнә.
  • Һыу өҫтөндәге һығылмалы ҡапҡаслы тулҡындар (океан өҫтөндәге боҙ моделе) өсөн өс тулҡынлы резонанслы үҙ-ара тәьҫир итешеү күренешен таба

150-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Бер нисә фәнни китаптарҙы тәржемәләүсе[2].

Педагогик эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты гидромеханика кафедраһы профессоры (1985). «Механика сплошной среды», «Гидромеханика», «Методы гамильтоновой механики в теории нелинейных волн», «Введение в электродинамику и специальную теорию относительности», «Введение в общую теорию относительности», «Ведение в теорию солитонов», «Ведение в теорию газовых лазеров» лекциялар курсын уҡый 7 фән кандидаты әҙерләнгән. Уның уҡыусылары араһында 4 фән докторы.

  • Механика в Московском университете / Под ред. И. А. Тюлиной, Н. Н. Смирнова. — М.: Айрис-пресс, 2005. — С. 239–240. — 352 с. — ISBN 581121474.
  1. Каталог РНБ
  2. Бхатнагар П. Нелинейные волны в одномерных дисперсных системах / Пер. с английского П .Е. Краснушкина и Н. Р. Сибгатуллина. — М.: Мир, 1983. — 136 с.

Летопись Московского университета