Эстәлеккә күсергә

Симонов Юрий Гаврилович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Симонов Юрий Гаврилович
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 март 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 14 август 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[2] (96 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Миус зыяраты[d]
Һөнәр төрө географ
Эшмәкәрлек төрө география
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә география фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Симонов Юрий Гаврилович (17 март 1923 йыл — 14 август 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-географы һәм геоморфологы, профессор, география фәндәре докторы (1968). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993)[3], Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры (1997). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге 1996 йылғы премияһы лауреаты[4] Ломоносов премияһы лауреаты (2003), Тәбиғи фәндәрҙең Рәсәй академияһы академигы (1999).

Владимир Путин Ю.Г. Симоновҡа 1929 йылда бөтөрөлгән Константинов миҙалын — Рәсәй географик йәмғиәтенең наградаһын тапшыра
(27 апрель 2015 йыл).

Юрий Гаврилович Симонов 1923 йылдың 17 мартында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә дәүләт хеҙмәткәре һәм уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Ата-әсә икеһе лә сығышы менән крәҫтиән була. 1927 йылда ғаилә Мәскәү ҡалаһына күсеп килә. 1930 йылда әсәһе вафат була, ә 1938 йылда атаһы Юрий Гавриловичты ҡулға алалар, ул 1941 йылда лагерҙа вафат була.

1940 йылда Юрий Симонов Мәскәү университетының география факультетына уҡырға инә, әммә һуғыш башланыу менән уҡыуын туҡтатып тора. Фронтта пехотала хеҙмәт итә, алғы сафтарҙа 1943 йылдың июненән алып 1944 йылдың апреленә тиклем була. Артабан 1944—45 йылдарҙа Мәскәүҙә хәрби тәржемәселәр курсында уҡый. Хәрби әсирҙәр ротаһында тәржемәсе сифатында бер аҙ хеҙмәт иткәндән һуң демобилизациялана һәм университетҡа кире ҡайта.

1950 йылда Симонов геоморфология кафедраһы буйынса география факультетын тамамлай, унан һуң аспирантураға тәҡдим ителә. 1954 йылда «Оценка рельефа территории Иркутско-Черемховского промышленного района на стадии районной планировки» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Артабанғы бөтә ғүмере дауамында Ю. Г. Симонов университетта эшләй. Фәнни һәм уҡытыу эшмәкәрлеген уңышлы берләштереп, ул кесе ғилми хеҙмәткәрҙән алып профессорға тиклем юл үтә (1968). 1967 йылда «Проблемы регионального анализа внутриконтинентальных геоморфологических областей (на примере Забайкалья)» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Шулай уҡ өлгөрөү йылдарында география факультетының партия ойошмаһын етәкләй.

35 йыл дауамында Ю. Г. Симонов университеттың Комплекслы Көнсығыш экспедицияһы менән етәкселек итә.

Ю. Г. Симоновтың фәнни эшмәкәрлегенең төп яланы булып булып геоморфология тора. Уның тарафынан бәләкәй йылға бассейндары тураһында тәғлимәт төҙөлә, төрлө тәртиптәге йылғалар бассейнының эшмәкәрлеге һәм төҙөлөшөнөң һүрәтләү принциптары билдәләнә; тәбиғәттән файҙаланыуҙы үҙгәртеп ҡороуҙың заманса йүнәлешендә эколог-геоморфологик айырыу ысулдары билдәләнә. Шулай уҡ Симонов тарафынан йүнәлештең геоморфологик индикацияһы, тектоник хәрәкәттәрҙең интенсивлығы һәм оҙайлығы өсөн нигеҙҙәр тәҡдим ителә,

Симонов 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт яҙған, улар араһында методология, геоморфология һәм география фәне тарихы буйынса күп монографиялар һәм дәреслектәр бар. Ул 10 фән докторы һәм 50-нән ашыу кандидат әҙерләгән. География факультеты студенттары өсөн 10-дан ашыу уҡыу курстары төҙөгән, уларҙың күбеһен автор бөгөнгө көнгә тиклем үҙе уҡый.

2008 йылда ғалимдың 85 йыллыҡ юбилейы менән бәйле уның «Һайланма хеҙмәттәр» йыйынтығы баҫылып сыға.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Региональный геоморфологический анализ. М., 1972;
  • Проблемы регионального географического прогноза. М., 1982;
  • Инженерная геоморфология. М., 1993;
  • Морфометрический анализ рельефа. Москва-Смоленск, 1998;
  • Методы геоморфологических исследований. М., 2002.
  1. Identifiants et Référentiels (фр.)ABES, 2011.
  2. https://www.rgo.ru/ru/article/ushyol-iz-zhizni-yuriy-gavrilovich-simonov
  3. Указ Президента РФ от 31.12.1992 N 1710 2018 йыл 12 июнь архивланған. «О присвоении почётного звания „Заслуженный деятель науки Российской Федерации“»;
  4. Постановление Правительства РФ от 14.02.1997 N 177 2016 йыл 23 сентябрь архивланған. «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 1996 года в области науки и техники».
  • Краснопольский А. В. Отечественные географы (1917—1992): Биобиблиографический справочник (в 3-х томах) / Под ред. проф. С. Б. Лаврова; РАН, Русское географическое общество. — СПб.: Б.и., 1993. — Т. 2 (Л—Х). — С. 311. — 456 с. — 1000 экз.
  • Симонов Ю. Г. История географии в Московском университете: события и люди. Том.1. М.: Городец, 2008. 504 с. ISBN 978-5-9584-0212-0