Эстәлеккә күсергә

Смолич Николай Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Смолич Николай Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 12 (24) июнь 1888
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 31 июль 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[1] (80 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР[1]
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Һөнәр төрө актёр, музыка педагогы
Эш урыны Михайловский театр[d]
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт сәхнә сәнғәте институты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР-ҙың халыҡ артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы народный артист Украинской ССР

Смолич Николай Васильевич (укр. Микола Васильович Смолич; 24 июнь 1888 йыл Санкт-Петербург — 31 июль 1968 йыл) — СССР актеры, театр режиссеры, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1944).

1938—1947 йылдарҙа Т. Шевченко исемендәге Киев опера һәм балет театрының художество етәксеһе. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда театр Өфө ҡалаһында эвакуацияла була.

Николай Васильевич Смолич 1888 йылдың 24 июнендә (ҡәберлек ташында 28 июнь тип яҙылғанкария хаҡы мавсол тыуыу датаһын күрһәтергә һәйкәл — 28 июндә 1888[2]). Санкт-Петербургта тыуған.

19051908 йылдарҙа Санкт-петербург университетының тарих-филология факультетында уҡыған[3] 1911 йылда Санкт-Петербургта Император театр училищеһының (хәҙер Санкт-петербург дәүләт театр сәнғәте академияһы) драматик курсын тамамлай (педагогтары С. И. Яковлев, В. Н. Давыдов).

19111917 йылдарҙа — актер, 1916 йылдан алып — Александрин театры режиссеры. 1917 йылдан һуң театрҙы етәклән Ваҡытлы комитетҡа инә. 1920 йылда художество бүлегенең етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1922 йылдан алып бер үк ваҡытта дәүләт опера һәм балет театрында (хәҙер Мариин театры) опера режиссеры булып хеҙмәт итә.

19241930 йылдарҙа Бәләкәй опера театрының директоры һәм художество етәксеһе — (хәҙерге Михайлов театры) (барыһы ла — Санкт-Петербургта).

19301938 йылдарҙа — баш режиссер, 1947—1948 йылдарҙа — Ҙур театр режиссеры (Мәскәү).

19381947 йылда — Т. Шевченко исеммендәге Киев опера һәм балет театры баш режиссеры, художество етәксеһе һәм директоры. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында театр Өфө ҡалаһында эвакуацияла була, һуңынан Иркутск ҡалаһына күсерелә.

Витебск өлгөлө[4], Ленинград музыкаль комедия , Мәскәү оперетта , Грузин опера һәм балет (Тбилиси), Әрмән опера һәм балет (Ереван), Карел АССР-ының Музыкаль-драма (Петрозаводск) театрҙарында спектаклдәр ҡуя[3].

19611963 йылдарҙаП. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында уҡыта.

1946 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Н. В..Смолич 1968 йылдың 31 июлендә Мәскәүҙә вафат була. Киевтағы Байков зыяратында улы янында ерләнгән.

  • Улы — Дмитрий Николаевич Смолич (19191987) — опера режиссеры. СССР-ҙың халыҡ артисы (1979)[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Украин ССР-ының халыҡ артисы
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1944)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (22.09.1959)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • башҡа миҙалдар
  • 1992 йылда Киевта йәшәгән йортонда (Пушкинская урамы, 20) бронза мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (барельеф; скульпторы О. Родионов, архитекторы Д. Антонюк).
  1. 1,0 1,1 1,2 Смолич Николай Васильевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Смолич Николай Васильевич
  3. 3,0 3,1 3,2 Музыкальная энциклопедия. Гл. ред. Ю. В. Келдыш. Т. 5 Симон — Хейлер. — М.: «Советская энциклопедия», 1981. — 1056 с, ил.
  4. Артистом Н. В. Смоличем в Витебском показательном театре поставлено произведение в стихах «Торжество в Венеции», написанное им вовремя пребывания зимой в Петрозаводске // Карельская Коммуна. 1922. 17 августа