Сталинға, Рузвельтҡа һәм Черчиллгә һәйкәл (Ялта)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сталинға, Рузвельтҡа һәм Черчиллгә һәйкәл
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
 Украина
Административ-территориаль берәмек Ялта[d] һәм Ливадия
Жанр паблик-арт[d]
Һүрәтләнгән объект Сталин Иосиф Виссарионович, Франклин Делано Рузвельт һәм Уинстон Черчилль
Карта

Иосиф Сталинға, Франклин Рузвельтҡа, Уинстон Черчиллгә һәйкәл — «Оло өсәү» лидерҙары — И. В. Сталин, Ф. Рузвельт һәм У.Черчиллгә — Ливадия ҡасабаһында ҡуйлған һәйкәл.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәйкәл Ҡырымдың Ялта төбәгендә, Ялта ҡалаһынан 3 километр алыҫлыҡта, Ҡара диңгеҙ ярында, Ливадия ҡасабаһында, Рәсәй императорҙарының элекке көньяҡ резиденцияһы булған Ливадия һарайы эргәһендәге скверҙа урынлашҡан.

Төҙөлөү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ЧЧерчилль, Рузвельт, Сталин Ялта ҡалаһында. Февраль 1945

1945 йылдың 4-11 февралендә Ливадия һарайында Ялта конференцияһы — Бөйөк Ватан һуғышында Гитлерға ҡаршы коалиция илдәре — СССР, АҠШ һәм Бөйөк Британия лидерҙарының һуғыштан һуңғы тыныслыҡ урынлаштырыуға арналған икенсе осрашыуы (1943 йылда үткән Тәһран конференцияһынан һуң) үтә. Һәйкәл ошо ваҡиға иҫтәлегенә ҡуйыла.

Бронза композиция — Сталинға, Рузвельтҡа һәм Черчиллгә 10 тонна самаһы ауырлығындағы һәйкәлде Рәсәй скульпторы Зураб Церетели 2005 йылда Мәскәүҙә эшләй. Уны Ливадияла, Ялта конференцияһының 60 йыллығына ҡуйырға теләйҙәр. Быға Украинаның Ҡырымда бүлексәләре булған бер нисә сәйәси партия вәкилдәре ҡаршы сыға. Улар Сталинды украиндарҙың геноцидында, шулай уҡ ҡырым татарҙары ла Сталинды ҡырым-татарҙарын депортациялауҙа ғәйепләй. Һәм 2005 йылда һәйкәл ҡуйылмай. 2014 йылдың ноябрендә монумент Ҡырымға тапшырыла.

2015 йылдың 4-5 февралендә Ҡырымда Гитлерға ҡаршы коалиция илдәре лидерҙарының осрашыуына 70 йыл тулыуға арналған «Ялта 1945: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге» тип аталған халыҡ-ара фәнни конференция үтә; конференция тамамланғас, 5 февралдә Рәсәй гимны аҫтында һәйкәл асыла. Тантанала Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы Рәйесе Сергей Нарышкин сығыш яһап, нәҡ бында, Ливадия һарайында, етмеш йыл элек Сталин, Рузвельт һәм Черчиллдең ҡарары менән, Икенсе Бөтә донъя һуғышы тамамлана һәм һуғыштан һуңғы тормош башлана, глобаль мөнәсәбәттәр һәм глобаль хәүефһеҙлек системаһы барлыҡҡа килә, тип билдәләй.

Шул уҡ ваҡытта ҡырым татарҙары Мәжлесе ағзаһы Абдураман Эгиз 1944 йылда ҡырым татарҙарын депортациялауҙа ғәйепле Сталиндың фигураһы булған һәйкәлде ҡуйыуҙы «мыҫҡыллау»[1] тип белдерә. Мәжлес башлығы Рефат Чубаров фекеренсә, һәйкәл Ҡырымдың Рәсәй составына инеүен хуплаусыларҙың ҡәбер ташы булырға тейеш[2]. Ҡырым татарҙары эше буйынса Украина президентының вәкиле Мостафа Джемилев монументты провокация тип атай. Журналист, ҡырым татары Айдер Муждабай, был ваҡиғаны Израилдә Гителрға һәйкәл ҡуйыу менән сағыштыра[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]