Сыбаркүл ҡәлғәһе
Сыбаркүл ҡәлғәһе | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Сыбаркүл ҡәлғәһе (рус. Чебаркульская крепость) — Рәсәй Силәбе өлкәһе Сыбаркүл күле янында урынлашҡан ҡәлғә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй тарихсыһы П. И. Рычков үҙенең «Топография Ырымбурская» («Ырымбур топографияһы») китабында ҡәлғә урыны тураһында былай тип яҙа[1]:
Кундрашинская, надъ озеромъ Кундравами, на отвобной землѣ къ крѣпости Сыбаркүлской, изъ коего выпала рѣчка Увелька, и пала въ Уй рѣку, подъ крѣпостью Троицкою... Чебаркульская крѣпость, при озерѣ именуемомъ Сыбаркүл......От Чилябинской до нее по новопроложенной дорогѣ 64, а отъ Ырымбура 508 верстъ... |
Сыбаркүл ҡәлғәһен төҙөү Ырымбур губернаһының буласаҡ башҡалаһына — Ырымбур ҡәлғәһенә аҙыҡ-түлек ташыу һәм Рәсәй империяһының көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡлау өсөн терәк пункт булдырыу зарурлығы менән бәйле булға.[2]. Ҡәлғә беҙҙең көндәргәсә һаҡланмаған.
Ҡәлғәнең төҙөлөүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1734 йылда И. К. Кирилов етәкселегендә Ырымбур экспедицияһы ойошторола, уның маҡсаты Ырымбур һәм ҡаланың көньяҡ-көнсығышында ҡәлғә-форпостар төҙөү була. Батшабикә Анна Иоанновна В. Н. Татищевҡа ҡәлғәләр төҙөлөшөнә етәкселекте ышаныс менән тапшыра. Татищев тәҡдиме буйынса, нығытмаларҙың береһе Сыбаркүл күле янында төҙөлөргә тейеш тип табыла. В. Н. Татищевтың был күл янында ҡәлғә төҙөү талабы практик йәһәттән отошло булыуы менән аңлатыла. Сыбаркүл күле янынан бер нисә тарихи йәһәттән әһәмиәтле юл үтә, һәм был урында нығытма төҙөү башҡортарҙың хәрәкәтен контролдә тоторға мөмкинлек бирә. 1736 йылдың 25 апрелендә Сыбаркүл нығытмаһының нигеҙе һалына, был дата шулай уҡ ошо исемдәге ҡала барлыҡҡа килеү көнө лә булып тора ([[Сыбаркүл (ҡала)|Сыбаркүл ҡалаһы). Яңы нығытмаға исем яҡындағы күлдән алынған. Ҡәлғәнең планын эштәр күҙәтсеһе Еган фон Баннер һыҙған.
Ҡәлғәнең беренсе версияһы ул ваҡытта төҙөлгән бөтә нығытмалар кеүек стандарт модель буйынса төҙөлмәгән, йәғни, форпост рәүешле итеп һалынған — кәрәкле бар ҡоролмалар һәм гарнизон диуар эсендә ҡалдырылған. Ҡәлғә бурап һалынған ағас ҡоймалар менән уратыла, мөйөштәрендә ҡоймаларҙан сығыбыраҡ торолған дүрт манара һалына. Ҡәлғәнең баштағы дәүмәле 18,5 × 30 сажин[3] була. Ырымбур экспедицияһы вәкилдәренең береһе Татищевҡа һатында былай тип яҙған:
По силе присланных ордеров от вашего превосходительства в прибытие мое с командою к Чебаркулю крепость земляную с помощию божиею заложили августа 10 дня, которой построено вышины аршина в полтретьи и выше... |
Сыбаркүл ҡәлғәһе эсендә хәрби казармалар, ҡорал келәте, аҙыҡ-түлек амбарҙары урынлашҡан, башҡа ҡоролмалар ҡәлғә диуарынан тышҡа сығарылған. 1739 йылда ҡәлғәгә иҫәт казак полкы һәм Исәт провинцияһы хакимиәте күсә. Шулай итеп, 1743 йылға тиклем Сыбаркүл ҡәлғәһе Иҫәт крайының административ үҙәге була. 1745 йылда ҡәлғә территорияһында Преображенск сиркәүе төҙөлгән.
1760 йылға ҡарата ҡәлғәлә 300-гә яҡын ихата урынлашҡан, 294 ғәскәри казак булған. Ҡәлғә тыштан махсус яйланмалар, кәртә, соҡорҙар менән нығытылған. Срѣтенїя Господня сиркәүе булған. Ҡәлғәнән 5 саҡрым алыҫлыҡта, Оло Мисәш күле янында юғары сифатлы фарфор етештереү өсөн яраҡлы аҡ балсыҡ ятҡылыҡтары табыла. Ошо маҡсатта балсыҡ йыуыу заводы төҙөлә. 15 саҡрым көньяҡтараҡ Күндерәү күле янында ҡара, шулай уҡ кирбес төҫлө, аҡһыл-зәңгәр балсыҡ ятҡылыҡтары табыла, уларҙы мейестәрҙе декоратив биҙәкләп һылау өсөн ҡулланалар[4][5].
Пугачев ғәскәре һәм ҡәлғә яҙмышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1774 йылда Сыбаркүл нығытмаһы етәкселегендә Е. И. Пугачев етәкселегендәгебаш күтәргән крәҫтиәндәр өсөн форпост була, һәм бында пугачевсылар силәбе ҡәлғәһеСиләбе ҡәлғәһен алырға әҙерләнәләр. Мәгәр һөжүм уңышһыҙ була, һәм «пугачевсылар» Сыбаркүл нығытмаһына кире ҡайта. «Фетнәселәрҙең» хакимиәт ғәскәрҙәренән еңелеүен ишетеп, сыбаркүлдәр Пугачев ғәскәре кире ҡайтыр тип уйламайҙар. Ләкин баш күтәреүселәр кире ҡайта һәм ҡәлғәгә һөжүм итә. Ҡәлгә, сиркәү яндырыла Сыбаркүл нығытмаһын аяҡҡа баҫтырыу өсөн кәм тигәндә ике йыл ваҡыт кәрәк була. «Пугачев тарихы» китабында А. С. Пушкин А. С. Пушкин Пугачев армияһының Сыбаркүл нығытмаһында булыуы һәм И. И. Михельсон хакимиәт ғәскәрҙәре менән И. И. Михельсон Пугачев крәҫтиән армияһы араһында булған һуғышты һүрәтләй.
Башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа ҡәлғәнең роле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфө тарихсыһы Игнатьевтың 1869 йылда баҫылған «Отряд Чебаркульский Троицкого уезда» мәҡәләһендә, Сыбаркүл ҡәлғәһе"башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа баһалап бөткөһөҙ роль уйнай" тигән фекер әйтелә[6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Рычков Пётр Иванович. Топографїя Ырымбурская, часть II. — СПб.: Типографїя Императорской Академїи Наукъ, 1762. — С. 185, 188. — 263 с.
- ↑ История города Сыбаркүл 2018 йыл 12 июнь архивланған.
- ↑ Сажин — 2,13 метрға тигеҙ булған элекке оҙонлоҡ үлсәү берәмеге
- ↑ Рычков Пётр Иванович. Топографїя Ырымбурская, часть II. — СПб.: Типографїя Императорской Академїи Наукъ, 1762. — С. 188. — 263 с.
- ↑ Рычков Пётр Иванович. Топографїя Ырымбурская, часть I. — СПб.: Типографїя Императорской Академїи Наукъ, 1762. — С. 256—257. — 331 с.
- ↑ Р. Г. Игнатьев. Отряд Чебаркульский Троицкого уезда // Ырымбурские губернские ведомости : газета. — Ырымбур, 1869. Архивировано из первоисточника 18 декабрь 2014.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Васитьева, Л. В. Чебаркуль, город / Л. В. Васильева // Челябинская область : энциклопедия : в 7 т. / редкол.: К. Н. Бочкарев (гл. ред.) [и др.]. — Челябинск, 2008. — Т. 7. — С. 134—137.
- Рахимов, Э. Х. Чебаркульский край / Рахимов Эдуард Хакимович. — 2-е изд., перераб. и доп. — Чебаркуль : [б. и.], 2004. — 200 с.
- Витевский, В. Н. Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 г. Т. 1 / В. Н. Витевский. — Казань : [б. и.], 1897. — XLVII, 616, XII c.
- Акулич, Л. В. Родной край : пособие для учащихся / Л. В. Акулич, Э. Х. Рахимов. — Чебаркуль : [б. и.], 2000. — 57 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сыбаркүл ҡала округының рәсми сайты
- Сыбаркүл муниципаль районының рәсми сайты 2020 йыл 20 ноябрь архивланған.