Эстәлеккә күсергә

Сыртланов Хафиз Вәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сыртланов Хафиз Вәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 14 май 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Сыртлан ауылы, Ғафури ауыл Советы, Бүздәк районы, СССР
Вафат булған көнө 2 ғинуар 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (81 йәш)
Һөнәр төрө писарь
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Сыртланов Хафиз Вәли улы (рус. Сыртланов Хафиз Валеевич; 14 май 1902 йыл — 2 ғинуар 1984 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия старшинаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).

Хафиз Вәли улы Сыртланов 1902 йылдың 14 майында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Сыртлан ауылында тыуа.

1941 йылда Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының финанс часында писарь булып хеҙмәт итә[1]. Ауыр шарттарҙа Днепр аша сығыусы полкты һуғыш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итә. 1943 йылдың 27 сентябрендә дошмандың көслө уты аҫтында Днепр аша һал менән ун ете рейс яһай. 1943 йылдың 30 сентябрендә дошмандың бомбаға тотоуына ҡарамаҫтан һалҡын һыуҙа өс сәғәттәй булып, һай ерҙә тотҡарланған һәм ярсыҡтан зыян күргән борамды йүнәтә. 1943 йылдың 27 октябрендә был ҡаһарманлығы өсөн ул Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[2].

1943 йылда «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2]. 1945 йылдың 14 ғинуарынан алып 1945 йылдың 1 майына тиклем һуғыш операциялары барышында гвардия старшинаһы Сыртланов Хафиз Вәли улы йәшерен финанс документтарының һаҡланғанлығын тәьмин итә һәм теләһә ниндәй шарттарҙа бөтә шәхси составҡа вклад документтарын төҙөй. 1945 йылдың 15 июлендә подразделениеның 13/н бойороғо менән уға «Батырлыҡ өсөн» миҙалы бирелә[2].