Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тажетдин Ғиләжетдинов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 2 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бөрө кантоны,Оло Баҙраҡ
Вафат булған көнө 14 август 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Биләгән вазифаһы мәктәп директоры[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы (2 май 1924 йыл — 14 август 2012 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры. Майор (2000). Советтар Союзы Геройы (1945). Милләте — башҡорт.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тажетдин Баһауетдин улы Ғиләжетдинов 1924 йылдың 2 майында БАССР-ҙың Бөрө кантоны Оло Баҙраҡ ауылында[1][2] тыуған.

1942 йылдан алып — Ҡыҙыл Армияла. 1942 йылдың декабрендә Гурьев хәрби пехота училищеһын тамамлаған.

1943 йылдан башлап Көньяҡ, 4-се Украин һәм 1-се Балтик буйы фронттарында хеҙмəт итə. 1944 йылдан — ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

1945 йылдың ноябренән капитан Ғиләжетдинов Т. Б. — отставкала. 1960 йылда Октябрҙең 40-йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Борай районы Баҙраҡ мәктәбендә — уҡытыусы, халыҡ мәғарифы район бүлеге мөдире, КПСС райкомының икенсе секретары, Баҙраҡ урта мәктәбе директоры булып эшләй.

Отставкалағы майор (2000 йыл), хөрмәтле ветеран Ғиләжетдинов Т. Б. Башҡортостандың Борай районы Оло Баҙраҡ ауылында йәшәй, артабан республиканың баш ҡалаһы Өфөгә күсә.

2012 йылдың 14 авгусында Башҡортостандың һуңғы Советтар Союзы Геройы Өфөлә вафат була[3]. Тыуған ауылында ерләнә.

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡырымды немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн алыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә.

665-се уҡсылар полкы артиллерия батареяһының лейтенант Ғиләжетдинов Тажетдин етәкселегендәге ут взводы (4-се Украин фронты, 51-се армия, 216-сы уҡсылар дивизияһы) 1944 йылдың 7 апреленән 9 апрелгә тиклем Тархан ауылы өсөн (хәҙер Украинаның Ҡырым өлкәһе, Красноперекопск районы Вишневки ауылы) алыштарҙа тура наводкалағы ут менән 3 дошман дзотын, 2 ауыр минометтар батареяһын һәм 3 танкыларға ҡаршы пушканы ҡыйрата.

1944 йылдың 9 майында Севастополь ҡалаһы өсөн алыштарҙа Ғиләжетдиновтың ут взводы 2 танкты һәм 2 штурмлау орудиеһын юҡҡа сығара. Яңғыҙ ҡалып, яраланған лейтенант Ғиләжетдинов Т. Б. тағы ла бер дошман танкыһын ҡыйрата.

«Советтар Союзы Геройы» исеме 1945 йылдың 24 мартында бирелә.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ноғманов Илнур. Алыш өсөн миҙал… Инша. «Алые паруса. Проект для одаренных детей» сайты. 2016, 5 май[8].
  • Үтәбәй Ә. Юлай Ғәйнетдинов: Баҡыр алтындың варианты була алмай. «Ағиҙел» журналы, 2014[9].
  • Вахитов Ф. Дан туртаһының әҫәре лә юҡ. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 26 ғинуар[10].
  • Республика Башҡортостандың һуңғы Советтар Союзы Геройы менән хушлашты. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2012, 15 август[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 4386, л. 4, 5)
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 25/10, л. 4, 322, 323)
  3. 3,0 3,1 Республика Башҡортостандың һуңғы Советтар Союзы Геройы менән хушлашты. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2012, 15 август (Тикшерелгән 28 февраль 2017)
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Карточка «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  8. «Алые паруса. Проект для одаренных детей» сайты. 2016, 5 май (Тикшерелгән 28 февраль 2017)
  9. Баҡыр алтындың варианты була алмай. «Ағиҙел» журналы, 2014 (Тикшерелгән 28 февраль 2017)
  10. Дан туртаһының әҫәре лә юҡ. Bashkortostan logo.jpg, 2012, 26 ғинуар (Тикшерелгән 28 февраль 2017)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы) — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]