Тайнаш
Ауыл | |
Тайнаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Тайнаш (рус. Тайняшево) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 487 кеше[1]. Почта индексы — 452225, ОКАТО коды — 80256855001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 487 | 244 | 243 | 50,1 | 49,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыр-Йылан улусында урынлашҡан башҡорт ауылдары: Тайнаш, Балаҡ, Ҡаран, Яңы Дөмәй, Әхмәт, Тамьян, Сөрмәт, Үрге Ҡаръяуҙы, Иҫке Боҫҡаҡ[2].
Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының 1756 йылдың 17 декабрендә үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен заводчик И. Г. Осокинға ҡуртымға биреүҙәре тураһындағы яҙмала ошо улустағы Таймаш ауылы атап үтелә. Осокиндарҙың Троицк баҡыр иретеү заводы хәҙерге Тайнаш ауылынан байтаҡ ҡына алыҫлыҡта ята, был факт та башҡорттарҙың киң биләмәләргә хужа була алыуҙарын раҫлай. Яҙмала телгә алынған Таймаш ауылы хәҙерге көндә Тайнаш тип йөрөтөлә, ул Туйнаш булараҡ та билдәле. Ауылға нигеҙҙе Ҡыр-Йылан ырыуының аҫаба башҡорто Тайнаш Чикеев һала, уның исеме 1737 йылдың 10 декабрендә төҙөлгән килешеүҙә телгә алына. Ауыл XVIII быуаттың 20-се йылдарында барлыҡҡа килгәндер, тип фаразларға нигеҙ бар[2].
1737 йылда төҙөлгән документта Йылан улусының Тайнаш ауылы башҡорттары Аҡманай Тайнашев (Тайнаштың улы) һәм Боҙоҡай Миңлеғолов үҙҙәренең Шаран, Ерекле, Юрты, Үрекмән йылғалары үҙәндәрендә урынлашҡан ерҙәренә яһаҡлы татарҙар Даир, Ҡасим, Бикмәт Ҡәҙерғоловтарҙы балалары һәм туғандары менән бергә Бәләкәй Балаҡ тип аталған ауылда төпләнеп йәшәү өсөн индереүҙәре тураһында яҙыла. Ауылға яһаҡлы татарҙар XVIII быуаттың 30-сы йылдарында (теүәлерәк итеп әйтһәк, 1733 йылда), ә мишәрҙәр 1795 йылда ауылға килеп төпләнә һәм рәүиз документтарында типтәрҙәр булараҡ теркәлә. 1812 йылдың 13 мартында ауылға тағы ла бер төркөм типтәрҙәр килеп төпләнә[2].
1795 йылғы рәүиз документтарында ауылда 80 башҡорт, 12 типтәр, 23 мишәрҙең йәшәүе теркәлә. 1834 йылда тораҡ пунктында 127 башҡорт, 46 мишәр йәшәй. X рәүиздә аҫабалар һәм керҙәштәрҙең дөйөм һаны 373 кешегә етә. 1870 йылда теркәлгән 422 кешенең бөтәһе лә башҡорт булараҡ теркәлә. 1920 йылда үткәрелгән совет рәүизе документтарында 1004 кеше башҡорт һәм типтәр булараҡ теркәлә[2].
1843 йылда Тайнаш ауылында йәшәгән 127 башҡортҡа 336 бот ужым һәм 576 бот яҙғы иген сәселә. 46 мишәр 224 бот ужым һәм 208 бот яҙғы иген сәсә. Ул ваҡытта ауылда ике тирмән эшләй, мәсет була. 1870 йылда бында 20 лавка, ә йома көндәрендә баҙар була. 1909 йылда Тайнаш министрлыҡ училищеһында 30 уҡыусы белем ала[2]..
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исхаҡов Вәзих Мөхәмәтша улы (5.10.1927—20.01.1985) — яҙыусы, 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1984).
- Жеравина Әнисә Нурылғаян ҡыҙы (1932 йылдың 22 майы) — тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 393. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2020)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2020)