Эстәлеккә күсергә

Тайницкий баҡсаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тайницкий баҡсаһы
Төп мәғлүмәт
ТөрөБаҡса 
Нигеҙләнгән ваҡытыXIV быуат
(башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1890 йыл) 
Урынлашыуы
55°45′01″ с. ш. 37°37′14″ в. д.HGЯO
Ил
ҠалаМәскәү 
Ҡала районыТверь районы
Рәсәй
Красная точка
Тайницкий баҡсаһы
 Тайницкий баҡсаһы Викимилектә
ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы
Объект культурного наследия народов РФРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты
объект № 7710353038 (БД Викигида)

Тайницкий баҡсаһы  Мәскәү Кремле биләмәһендәге баҡса. Ҡәлғәнең көньяҡ стенаһы буйлап урынлашҡан. Исеме Тайницкий башняһынан алынған. ЮНЕСКО[1] бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән. Ивановск майҙаны менән сиктәш булған өсөн уны Ҙур Кремль скверы[2] тип тә йөрөтәләр.

Тайницкий баҡсаһында байрам сараһы, 1961 йыл
Ҙур Кремль скверы, 1965 йыл
Совет космонавттары Кремлдә Ленин һәйкәле фонында, 1969 йыл

Фаразлауҙар буйынса, хәҙерге Тайницкий баҡсаһы биләмәһендә парк XIV быуаттан бирле булған. Тик уның формаһы, исеме һәм размеры бер нисә тапҡыр үҙгәргән[3]. Йәшеллек бында Кремлдең көньяҡ стенаһы яғындағы бейегерәк урында урынлашған булған. Ошонда уҡ батша палаткалары да ултыртылған. Бындай урында ултырғанға ла ул башта «тау аҫтындағы баҡса» [4] тип йөрөтөлә. XVI быуатта баҡсаның көньяҡ-көнбайышында, Благовещен башняһы урынлашҡан биләмә янында бер башлы ағас часовня төҙөлә. 1731 йылда Анна Иоанновнауказына ярашлы сиркәү таштан һалына. Тарихта ул «Торлаҡ ихатаһындағы Изге Богородицаның Благовещение сиркәүе» булараҡ билдәле. XVII быуатта парк һәм һарай төҙөлөшө сигендә Торлаҡ ихатаһы була. Ихатала арыш, арпа, ҡарабойҙай, борсаҡ, етен орлоғо, шулай уҡ ҡалай улаҡтар һәм тирмән тәгәрмәстәре һаҡланған.


Билдәле булыуынса, XV быуаттан XX быуатҡа тиклем Тимофеев ҡапҡаһы янындағы баҡса биләмәһендә Константин һәм Елена сиркәүе урынлашҡан була. Ғибәҙәтхана тәүге тапҡыр 1470 йылдағы йылъяҙмаларҙа телгә алына. Унда шул осорҙағы янғын тураһында тәфсирләп яҙыла. 1760 йылда Торлаҡ ихатаһы менән Константин һәм Елена сиркәүенә ҡараған дин әһелдәренең собор палатаһы һүтеп ташлана. Улар урынына архитектор Василий Баженов проекты буйынса Ҙур Кремль һарайын төҙөү планлаштырыла.

1823 йылда Кремлдең көньяҡ стенаһы буйына бульвар һалына һәм ул бер нисә йыл дауамында «тау аҫтындағы баҡса» проекты буйынса төҙөлә. Биләмәне иҫке хужалыҡ ҡалдыҡтарынан таҙартып, аллеяны проектлайҙар, шулай уҡ Кремль һарайына алып барған ике пандус эшләп ҡуялар. Аҙаҡ был парк зонаһына Тайницкий башняһының исемен бирәләр. Шулай ҙа ҡайһы бер тикшереүселәр Тайницкий баҡсаһын 1890 йылда ғына төҙөлгән тип иҫәпләй.

XIX быуат аҙағында проектланған Александр II һәйкәлен Тайницкий баҡсаһына алып барған Ивановск майҙанының битләүендә ҡуйырға планлаштыралар. 1890 йылда был участкала тупраҡты өйрәнеү өсөн ҙур күләмле геологик тикшереүҙәр үткәрелә. Унда XVII быуат биналарының ҡалдыҡтары табыла. Император һәйкәле өс ҡатлы мемориаль комплекстан тора. Уның конструкцияһын ҡойолоп торған ҡом һәм ерҙең күп ҡатламлы булыуы арҡаһында уны 17 метр тәрәнлеккә урынлаштыралар. Һәйкәлде баҡса һәм Мәскәү йылғаһы яғынан ғына күреп була. Уның ҡыйығында скульптор Александр Опекушиндың һәйкәле менән асыҡ галерея урынлашҡан. Ғалимдар парк эргәһендәге участканы тикшереүҙе дауам иткән саҡта йылға буйын һыу баҫа. Шунлыҡтан эш туҡтап ҡала. Ошондай уҡ проблемаға археолог Николай Щербатов та юлыға. Ул 1894 йылда Водовзводной манаралары эргәһендә ҡаҙыу эштәре алып барған була.

СССР Хөкүмәте Кремлгә күскәндән һуң бында төҙөкләндереү эштәре йәйелдереп ебәрелә. Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре өмәләр үткәрелә. Был осорҙа паркта яҡтыртырыу эштәрен алып барҙылар, таш юл һалдылар.

Тайницкий баҡсаһы Ленин Владимир Ильич йөрөргә яратҡан урыны була. 1918 йылда Александр II һәйкәлен һүтеп ташлайҙар, шулай ҙа һәйкәл урынлаштырылған бинаны тулыһынса һүтә алмайҙар, уның 17 метр тәрәнлектә урынлашҡан була. 1928 йылдың йәйендә паркты киңәйтеү өсөн Константин һәм Елена сиркәүен һүтәләр. Революционер Владимир Невский тарихи ҡомартҡыны юҡҡа сығарыуҙың икенсе сәбәбе тураһында 1929 йылда яҙған хатында былай ти: «...Кремлдә спорт майҙансығын ойоштороу маҡсатында Константин һәм Елена сиркәүен емергән урында бер ниндәй ҙә спорт майҙансығы эшләнмәгән. Бында ни бары сүп-сар өйөмдәре генә ята». 1932—1933 йылдарҙа Благовещен сиркәүе менән ошо уҡ исем менән аталған манара һүтелә.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Кремлде, Тайницкий һәм Александр баҡсаларын, шулай уҡ Ҡыҙыл майҙанды маскировкалау маҡсатында йорт макеттары төҙөлә. Ҡәлғәнең көнсығыш стенаһының өҫтөнә ҡыйыҡ төҫөнә буялған брезент һуҙалар. 1941 йылдың июлендә Ҙур скверға ике зенит батареяһы ҡуйыла, шул уҡ йылдың авгусында Кремлгә һөжүм итә ҡалһалар, тип әҙерлек эштәре башлана.

Был осорҙа баш ҡаланы бомбаға тотҡанда ҡәлғә территорияһына 67 термит-яндырыу снаряды ташлана, Тайницкий баҡсаһына ике яҡтыртыу снаряды эләгә. Бомбаларҙы һүндерәләр, зарарһыҙландыралар һәм ҡәлғәнән сығаралар. Бер йылдан Кремлде маскировкалауҙан баш тарталар, сөнки биналарҙың һыҙаттары тирә-яҡ урамдар менән сағыштырғанда аңлашылып торған була.

1946 йылда паркка ағастар ултыртыла, 1955 йылда Никита Хрущев ҡарары менән Кремль территорияһында Яңы йыл байрамы үткәрелә башлай. Бының өсөн Соборный һәм Иванов майҙандары, шулай уҡ Тайницкий баҡсаһының көнбайыш өлөшө лә йәлеп ителә. Бында боҙҙан эшләнгән тауҙар ҡуйыла. 1960 йылдарҙа элекке Константин һәм Елена сиркәүҙәре торған урындарҙа ла Яңы йыл байрамдары уҙғарыла.

1967 йылда Тайницкий баҡсаһына Владимир Ленинға һәйкәл ҡуйыла. Уның скульпторы Вениамин Пинчук, архитекторы — Сергей Сперанский. Монументта юлбашсы эскәмйәлә Кремлгә уйланып ҡарап ултыра. 1995 йылда һәйкәлде «Горки Ленинские» тарихи музей-ҡурсаулығына күсерәләр.

Тайницкий баҡсаһында Бәхетле ирекле ҡош фонтаны. 2014 йыл
Кремлдең көньяҡ стенаһы янында Вертолет майҙансығы.2013 йыл

2007 йылда Рәсәй фәндәр академияһының Археология институты Мәскәү Кремле музейы менән берлектә Тайницкий баҡсаһы биләмәһендә ҡаҙыу эштәре алып бара. Ҡаҙыу эштәре алып барған участканың дөйөм майҙаны 693 м² тирәһе, мәҙәни ҡатламдың ҡайһы бер урындарҙағы тәрәнлеге 10 метрға тиклем барып етә. Эш барышында ғалимдар артефакт һәм XII—XVIII быуаттарҙағы торлаҡтарға юлыға. Подвал биналары, кәртәләр, һыу ағымдары, балсыҡ мейестәр, тәре киҫәктәре, балсыҡ һауыттар, йорт кәрәк-ярағы һәм хәрби ҡорал фрагменттар һаҡланып ҡалған була. Яҡынса биш меңләп экспонат табыла. Улар араһында кеше һөлдәләре, дөйә, Дьяков мәҙәниәте ҡалдыҡтары (б.э. тиклемге 1-се меңйыллығы), елемләп йәбештерелгән дьяков керамикаһы (б. э. тәүге быуаттары), шулай уҡ ювилер оҫтаханаһының янған ҡалдыҡтары була. Табылған ҡалдыҡтар араһында Мәскәү тупланма 3-сө һанлы грамотаһы иң ҡиммәтлеһе булып сыға. Ул XIV быуатҡа ҡараған боронғо рус текстарының иң оҙон өлөшө һәм тәүге хужалыҡ документы булып сыға, унда ниндәйҙер Турабейҙең мөлкәте һүрәтләнгән, уның хеҙмәтселәре, «страдниктар»ы (бойондороҡло крәҫтиәндәре), шулай уҡ ниндәйҙер Кощей (к)ощѣю)[5][6] идаралығына бирелгән 26 ат көтөүе һүрәтләнгән.

2008 йылда скульптор Олег Витальевич Ершовтың проекты буйынса баҡсала «Ирекле ҡош бәхете» фонтанын ҡуйыла. Ҙур булмаған шишмә тимер ҡойма менән уратып алынған. Уның уртаһында тауис таш һыны урынлашҡан. Шул уҡ йылда Тайницкий баҡсаһы территорияһында Ливия сәйәсмәне Муамар Каддафи үҙенең сәфәре барышында бедуин палаткаһын ҡора. Бында ул Владимир Путин һәм француз йырсыһы Мирей Матьё менән осраша.

2011 йылдың октябрендә баҡсала электр сымының электр замыканиеһынан һуң янғын сығып, көнкүреш ихтыяждары өсөн файҙаланылған бина янып бөтә. 2007-2015 йылдарҙа Кремлдең 14-се корпусын реконструкциялау проекты майҙаны 3,85 мең м2 булған яңы хужалыҡ биналарын булдырыуҙы ла үҙ эсенә ала. Улар Тайницкий баҡсаһында урынлашырға тейеш була. Тик реконструкцияны туҡтатып торалар. Шуға ла был бинаны һүтеп ташлайҙар. Путин Кремлдә емерелгән Чудов һәм Вознесенка монастырҙарын тергеҙергә тәҡдим итә. 2017 йылда элекке административ бина урынында ер аҫты музейын булдырыу хаҡында иғлан ителә. Бында һаҡланған хужалыҡ әйберҙәре менән бер рәттән Тайницкий баҡсаһында табылған экспонаттарҙы ла һаҡларға планлаштырылған булған. 2013 йылдың ғинуарында ЮНЕСКО ризалығынан тыш Тайницкий баҡсаһы биләмәһендә Рәсәй Федерацияһы Президенты өсөн вертолет майҙансығы төҙөлә башлай. Эш барышында барышында Рәсәй Федераль һаҡ хеҙмәте ведомствоһында булған ағас ат аҙбарҙарын һүтәләр, метеорология һәм навигация станцияларын урынлаштыралар, ер аҫты һаҙлыҡтарын киптерәләр, шулай уҡ парктың икенсе өлөшөнә 18 ағас һәм һигеҙ ҡыуаҡты күсереп, 54 шыршы һәм туя ны өҫтәп ултырталар. Дөйөм алғанда, бындағы эштәр 200 миллион һумға төшә.

« Хәҙер Кремлдә яңы махсус вертолет майҙансығы төҙөлдө [Тайницкий баҡсаһында]. Майҙансыҡтың урыны һайлап, һанап ҡарап эшләнгән. Шуға ла хатта ауыр техника ҡулланғанда ла архитектура ҡомартҡыларына зарар килтермәйәсәк[7].
Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков
»

2014 йылдың авгусында Тайницкий баҡсаһында һыбай йөрөүселәрҙең Кремль мәктәбендә асыҡ ишектәр көнө үткәрелә. Тамаша Рәсәй президентының Кавалерия эскорты һәм академия уҡыусыларының сығыштарынан торҙо[8].

2021 йылда 1382 йылдың 26 авгусында Туҡтамыш ғәскәре менән Мәскәүҙе ҡыйратҡан саҡта янғында һәләк булған кешеләрҙе генетик яҡтан тикшереү буйынса һөҙөмтәләре баҫыла. Оло йәштәге ирҙең (1-се өлгө)R1a1a1b1a2-Z280 Y-хромосом гаплотөркөмө һәм K2 митохондриальную гаплотөркөмө билдәләнде, малайҙың (2-се өлгө) әсәһенеке кеүек үк (3-сө өлгө) R1a1a1b1a1a-M458 Y-хромосом гаплотөркөмө һәм J1c митохондриаль гаплотөркөмө билдәләнде[9].

Флора һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тайницкий баҡсаһына шыршы, туя, артыш, форзиция, спирея, гортензия һәм күп йыллыҡ үҫемлектәрҙең ике меңгә яҡын төрө ултыртылған [10]. Баҡсала «Космос» имәне үҫә. Уны космонавт Юрий Гагарин үҙенең беренсе тапҡыр осоуы хөрмәтенә 1961 йылдың 14 апрелендә ултырта[11][12]. 1924 йылға тиклем Ҙур сквер урынында плац урынлашҡан булған. Һуңынан майҙанға Мичурин исемендәге Баҡсасылыҡ ҒТИ-ның селекцияһындағы алмағастарҙы ултырталар[13]. 2007 йылда Кремль стенаһы буйында урынлашҡан 20 шыршыны баҡсаға күсерәләр. Урынына яңыларын ултырталар[14]. Был участокта Леонид Колесников селекцияһына ҡараған һирәк осрай торған сиреньде ултырталар[15][16]. Тайницкий баҡсаһын ҡарға һәм күгәрсендәрҙән һаҡлау өсөн ыласын, ҡарсыға һәм өкөнән торған ҡош аҙбары булдырыла[17][18].


  1. Пётр Козлов. Вертолётную площадку в Кремле забыли согласовать с ЮНЕСКО. Известия (1 ғинуар 2013). Дата обращения: 3 июнь 2018. Архивировано 6 июль 2018 года.
  2. Власти застроят Кремль офисами. РБК (2 май 2012). Дата обращения: 3 июнь 2018. Архивировано 6 июль 2018 года.
  3. Кулеша, 2015
  4. Лубченко, 2009, с. 381—383
  5. Москва. Наука и культура в зеркале веков. Все тайны столицы, 2014
  6. Грамота № Мос. 3
  7. Владимир Путин для поездок в Кремль этим летом пересядет в вертолёт. ТАСС (16 май 2013). Дата обращения: 3 июнь 2018. Архивировано 6 июль 2018 года.
  8. На фестивале «Спасская башня» прошел день открытых дверей Кремлёвской школы верховой езды. ТАСС (27 август 2014). Дата обращения: 3 июнь 2018. Архивировано 6 июль 2018 года.
  9. Альборова И. Э. и др. Палеогенетический анализ жителей подола Московского Кремля XIV в. (по материалам раскопок в Тайницком саду) 2022 йыл 2 май архивланған., 2021
  10. Лидия Широнина. На клумбах Кремля расцветут три тысячи крокусов. «Городской информационный канал m24.ru (8 апрель 2015). Дата обращения: 3 июнь 2018.
  11. Тайницкий сад московского Кремля. Прогулки по Москве (2016). Дата обращения: 3 июнь 2018. Архивировано 18 июнь 2018 года.
  12. В. Н.Куприянов Приглашение на приём // Журнал Санкт-Петербургский университет. — 2007-04-19. Архивировано из первоисточника 8 август 2017.
  13. Ирина Долгополова. «Красавица Москвы» уже набирает почки. АПК «Витус» (15 апрель 2014). Дата обращения: 3 июнь 2018. Архивировано 6 июль 2018 года.
  14. Ирина Пуля. Зелёный десант на Красной площади. Российская газета (2 август 2007). Дата обращения: 3 июнь 2018. Архивировано 6 июль 2018 года.
  15. Курсанты ВПК «Шанс» посадили «Сирень Победы». Северная звезда (17 май 2018). Дата обращения: 3 июнь 2018. Архивировано 6 июль 2018 года.
  16. Александр Иванов. Сиреневый сад: красавица Москвы. Милосердие.ru (15 май 2018). Дата обращения: 3 июнь 2018. Архивировано 7 июль 2018 года.
  17. Татьяна Меликян. Лезут на стену. Лента.ру (19 апрель 2017). Дата обращения: 3 июнь 2018. Архивировано 19 апрель 2017 года.
  18. Екатерина Баранова. Небо над Кремлем стерегут ястребы и филин. Комсомольская правда (10 июнь 2015). Дата обращения: 3 июнь 2018. Архивировано 6 июль 2018 года.