Эстәлеккә күсергә

Тайнаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тайняшево битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Тайнаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Саҡмағош районы

Координаталар

55°10′21″ с. ш. 54°24′43″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 256 855 001

ОКТМО коды

80 656 455 101

ГКГН номеры

0525301

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Тайнаш (Рәсәй)
Тайнаш
Тайнаш
Тайнаш (Башҡортостан Республикаһы)
Тайнаш

Тайнаш (рус. Тайняшево) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 487 кеше[1]. Почта индексы — 452225, ОКАТО коды — 80256855001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 487 244 243 50,1 49,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ҡыр-Йылан улусында урынлашҡан башҡорт ауылдары: Тайнаш, Балаҡ, Ҡаран, Яңы Дөмәй, Әхмәт, Тамьян, Сөрмәт, Үрге Ҡаръяуҙы, Иҫке Боҫҡаҡ[2].

Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының 1756 йылдың 17 декабрендә үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен заводчик И. Г. Осокинға ҡуртымға биреүҙәре тураһындағы яҙмала ошо улустағы Таймаш ауылы атап үтелә. Осокиндарҙың Троицк баҡыр иретеү заводы хәҙерге Тайнаш ауылынан байтаҡ ҡына алыҫлыҡта ята, был факт та башҡорттарҙың киң биләмәләргә хужа була алыуҙарын раҫлай. Яҙмала телгә алынған Таймаш ауылы хәҙерге көндә Тайнаш тип йөрөтөлә, ул Туйнаш булараҡ та билдәле. Ауылға нигеҙҙе Ҡыр-Йылан ырыуының аҫаба башҡорто Тайнаш Чикеев һала, уның исеме 1737 йылдың 10 декабрендә төҙөлгән килешеүҙә телгә алына. Ауыл XVIII быуаттың 20-се йылдарында барлыҡҡа килгәндер, тип фаразларға нигеҙ бар[2].

1737 йылда төҙөлгән документта Йылан улусының Тайнаш ауылы башҡорттары Аҡманай Тайнашев (Тайнаштың улы) һәм Боҙоҡай Миңлеғолов үҙҙәренең Шаран, Ерекле, Юрты, Үрекмән йылғалары үҙәндәрендә урынлашҡан ерҙәренә яһаҡлы татарҙар Даир, Ҡасим, Бикмәт Ҡәҙерғоловтарҙы балалары һәм туғандары менән бергә Бәләкәй Балаҡ тип аталған ауылда төпләнеп йәшәү өсөн индереүҙәре тураһында яҙыла. Ауылға яһаҡлы татарҙар XVIII быуаттың 30-сы йылдарында (теүәлерәк итеп әйтһәк, 1733 йылда), ә мишәрҙәр 1795 йылда ауылға килеп төпләнә һәм рәүиз документтарында типтәрҙәр булараҡ теркәлә. 1812 йылдың 13 мартында ауылға тағы ла бер төркөм типтәрҙәр килеп төпләнә[2].

1795 йылғы рәүиз документтарында ауылда 80 башҡорт, 12 типтәр, 23 мишәрҙең йәшәүе теркәлә. 1834 йылда тораҡ пунктында 127 башҡорт, 46 мишәр йәшәй. X рәүиздә аҫабалар һәм керҙәштәрҙең дөйөм һаны 373 кешегә етә. 1870 йылда теркәлгән 422 кешенең бөтәһе лә башҡорт булараҡ теркәлә. 1920 йылда үткәрелгән совет рәүизе документтарында 1004 кеше башҡорт һәм типтәр булараҡ теркәлә[2].

1843 йылда Тайнаш ауылында йәшәгән 127 башҡортҡа 336 бот ужым һәм 576 бот яҙғы иген сәселә. 46 мишәр 224 бот ужым һәм 208 бот яҙғы иген сәсә. Ул ваҡытта ауылда ике тирмән эшләй, мәсет була. 1870 йылда бында 20 лавка, ә йома көндәрендә баҙар була. 1909 йылда Тайнаш министрлыҡ училищеһында 30 уҡыусы белем ала[2]..

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 23 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 82 км

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Исхаҡов Вәзих Мөхәмәтша улы (5.10.1927—20.01.1985) — яҙыусы, 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1984).
  • Жеравина Әнисә Нурылғаян ҡыҙы (1932 йылдың 22 майы) — тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990).