Эстәлеккә күсергә

Текучёв Алексей Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Текучёв Алексей Васильевич
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 30 март 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[2], 1903[3] или 17 (30) март 1903[2]
Тыуған урыны Котельниковский район[d]
Вафат булған көнө 23 май 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[2]
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө ғилми-педагогик хеҙмәткәр, уҡытыусы, лингвист
Эшмәкәрлек төрө тел ғилеме
Эш урыны Ростов дәүләт педагогия университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Ростов дәүләт педагогия университеты һәм Мәскәү дәүләт педагогия университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Текучёв Алексей Васильевич (30 март 1903 йыл — 23 май 1987 йыл) — СССР ғалим-телсеһе, педагог, методист, педагогия фәндәре докторы (1952), профессор (1968), РСФСР (1959) һәм СССР Педагогия фәндәре академияһының (1968)[4][5][6] ғәмәли ағзаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР Дәүләт премияһы лауреаты[7], К. Д. Ушинский миҙалы менән бүләкләнеүсе[8].

Алексей Васильевич Текучёв 1903 йылдың 30 мартында Волгоград өлкәһенең Үрге Курмояр станицаһында тыуған, күп балалы ғаиләлә өлкән ул була[5][8]. Атаһы — Василий Иванович, дон казагы, әсәһе — Феодосия Павловна, хужабикә була. Башланғыс мәктәпте тамамлай, артабан гимназияла уҡый, уны беренсе разряд дипломы менән тамамлай. 13 йәшенән эшләй, 16 йәшендә гимназия канцелярияһында күсереп яҙыусы була[8].

1919 йылда уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге башлана, Алексей Васильевич Ростов өлкәһенең мәктәптәрендә эшләй: башланғыс һәм урта мәктәптә уҡытыусы була, латин теленән дәрестәр алып бара[6][7][8]. Алексей Текучёв 1923 йылда Новочеркасскта Дон педагогия институтын тамамлай, һуңынан Ростов дәүләт педагогия институтында уҡыта, Төньяҡ-Кавказ университетында рус теле буйынса ассистент-методис була[8], шулай уҡ Нахичевань, Ставрополь ҡалаларының юғары уҡыу йорттарында эшләй[4][6].

А. В. Текучёв 1932 йылда Мәскәүгә китә, унда йәшәй һәм эшләй, юғары уҡыу йорттарында 1987 йылда вафатына тиклем уҡыта. 1932—1933 йылдарҙа — Мәскәү педагогия институты доценты, тел һәм әҙәбиәт факультеты деканы[8]. 1933—1941 йылдарҙа В. П. Потемкин исемендәге Ҡала педагогия институтында эшләй[4]. 1939—1965 йылдарҙа профессор, Мәскәү өлкә педагогия институтының рус теле кафедраһы мөдире булып эшләй[5].

1941 йылда «Методика грамматического разбора» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1951 йылда «Основы методики орфограммы в условиях местного диалекта» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[8].

1955 йылда РСФСР Педагогия фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, 1959 йылда — РСФСР Педагогия фәндәре Академияһы<a href="./Тулы%20хоҡуҡлы%20ағзаһы" rel="mw:WikiLink" data-linkid="101" data-cx='{"adapted":false,"sourceTitle":{"title":"Действительный член","pageprops":{"wikibase_item":"Q1404101"},"pagelanguage":"ru"},"targetFrom":"mt"}'>ғәмәли ағзаһы</a>, (1959), 1968 йылда — СССР Педагогия фәндәре академияһы ғәмәли ағзаһы[4][8].

1965—1969 йылдарҙа Алексей Васильевич Педагогия фәндәре академияһы Дөйөм педагогика ғилми-тикшеренеү институтының рус теле уҡытыу секторы мөдире булып эшләй, 1970 йылдан 1987 йылға тиклем Мәскәү дәүләт педагогия институтында рус теле уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире, һуңынан 1980 йылдан профессор булып эшләй[5][8].

Филолог-славянсы Николай Михайлович Каринский етәкселеге аҫтында экспедицияларҙа ҡатнаша, уларҙан һуң Ванилов туҡыусыларының производство һүҙлеге төҙөлә (Н. М. Каринскийҙың Очерки языка русских крестьян, 1936. китабы). Текучёв Алексей Васильевич — күп кенә студенттарҙың диалектология экспедицияларының етәксеһе һәм ойоштороусыһы, СССР-ҙа уҡытыусылар араһында рус теле уҡытыу методикаһы буйынса медодик һәм фәнни семинарҙар һәм конференциялар үткәрә, шулай уҡ Германия, Венгрия, Польша, Финляндия, Италияла халыҡ-ара семинарҙар һәм конференцияларҙы ойошторусы һәм үткәреүсе, «Русский язык в школе» журналының мөхәрририәт ағзаһы, рус теле буйынса ғилми комиссиялар ағзаһы була[5].

Текучёв А. В. Миртовтың «Дон һүҙлеге» (1928) һәм «Большой диалектологический атлас народных говоров» атласы өсөн күп материалдар йыя, 1965 йылда методист һәм тел белгестәре: Л. В. Щерба, Ф. И. Буслаев, А. М. Пешковский, Ф. Ф. Фортунатов, Д. H. Ушаков, К. Д. Ушинский, Н. М. Каринский, А. В. Миртов тураһында мәҡәләләр баҫтырып сығара[5].

200-гә яҡын эш авторы булып тора, улар араһында «Методика грамматического разбора» (1939), «Основы методики орфографии в условиях местного диалекта» (1953), «Очерки по методике обучения русскому языку» (1980), «Хрестоматия по методике русского языка: русский язык как предмет преподавания»(1982) эштәре бар. «Методика русского языка в средней школе» дәреслеге өсөн СССР ПФА беренсе премияһы һәм К. Д. Ушинский миҙалы менән бүләкләнә[8].

Профессор Алексей Васильевич Текучёв 10 фән докторы һәм 45 фән кандидаты әҙерләгән[8].

1987 йылдың 23 майында Мәскәүҙә вафат була.

  • К. Д. Ушинский миҙалы
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре,
  • СССР Дәүләт премияһы лауреаты
  • Российская педагогическая энциклопедия: В 2 тт. / Гл. ред. В. В. Давыдов. — М.: «Большая Российская энциклопедия», Т. 2, 1999, с. 425.