Трнава
Трнава | |
словак. Trnava | |
Флаг | Герб |
![]() | ![]() |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1211 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Trnava, Търнава һәм Надсомбат |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Трнавский край[d], Трнава[d] һәм Архиепархия Трнавы[d] |
Административ-территориаль берәмек | Трнава[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Трнавка (приток Дольни-Дудвага)[d] |
Халыҡ һаны | 63 803 кеше (1 ғинуар 2021)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 144 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Туғандаш ҡала | Ново-Место, Казале-Монферрато[d], Вараждин, Бржецлав, Зангерхаузен, Балаково, Харьков, Забже[2], Сомбатхей[d], Хомутов[d] һәм Скрантон (Пенсильвания) |
Милке | Стадион Антона Малатинского[d] |
Сиктәш | Špačince[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Майҙаны | 71,54 км² |
Почта индексы | 917 01, 917 02, 917 05 һәм 917 08 |
Электронная почта | msutt@trnava.sk |
Рәсми сайт | trnava.sk/sk |
![]() | |
Беренсе яҙма телгә алыу | 1211 |
Урындағы телефон коды | 033 |
Номер тамғаһы коды | TT |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Q63372675? |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Trnava[d] |
![]() |
Трнава (словак. Trnava, нем. Tyrnau, венгр.Nagyszombat, лат.Tyrnavia) — көнбайыш Словакия ҡалаһы, Трнавка йылға буйында, Кесе Карпаттың көньяҡ битләүендә урынлашҡан. Трнава — архиепископ резиденцияһы, шуға күрә уны йыш ҡына словак Римы тип атайҙар Халҡы — 70 мең самаһы кеше. Трнава — бер үк исемле Трнава крайының үҙәге
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәүге тапҡыр ҙур булмаған Трнава игенселек ултырағы 1211 йылда эстергом архиепискобының хатында телгә алына. Трнава Словакияның биләмәһендә беренсе булып ҡала хоҡуҡтарын ала, 1238 йылда уларҙы Венгрия короле Бела IV бүләк итә. XIII быуатта Трнавала заманса һәм ҙур ҡәлғә төҙөлә. Трнаваның әһәмиәте тураһында нәҡ бында венгрия королдәре башҡа илдәрҙең королдәре менән осрашыуы тураһында факт һөйләй. Эстергом Архиепископлығының төрөктәрҙән ҡасып килеп бында күсеүе менән, Трнаваның әһәмиәте XVI быуаттата тағы ла нығына. Шулай итеп Братислава Венгрияның баш ҡалаһы, ә Трнава — дини ҡалаһы була.1635 йылда кардинал Петер Пазмань Трнава университетына (Венгрияла беренсе) нигеҙ һала, 1777 йылда ул императрица Мария Терезия бойороғо буйынса Будуға күсә һәм шулай итеп Будапешт университеты булып китә.
1787 йылда словак эшмәкәре Бернолак Антон Транвала ҡулланылған трнаво-подгор диалектына нигеҙләнгән әҙәби словак теленең беренсе вариантын кодификациялай.
1918 йылда Чехословакия ойошторолғандан һуң Трнава Словакияның сәнәғәт үҙәктәренең береһе була, ул әле лә иң ҙур үҙәге.
1943 йылдың сентябрендә Трнавала 15000 словак һалдатының ихтилалы була, уның сәбәбе булып словак армияһы баш командующийы Фердинанд Чатлошаның һалдаттарҙы немец формаһында кейендереп ПВО зенит расчеттарын комплектлау өсөн Германияға ебәреү тураһында бойороғо була. Гитлер ғәскәрҙәре менән һуғыш көнө буйы дауам итә, бирелгән словак һалдаттарын ҡоралһыҙландыралар һәм Германияға ебәрәләр. (Был хаҡтағы материал Бөйөк Британия киң мәғлүмәт сараларына һылтанып ТАСС тарафынан баҫылып сыға).
Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Трнава климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 2 | 4 | 10 | 16 | 21 | 24 | 26 | 26 | 21 | 15 | 7 | 3 | 14,6 |
Уртаса минимум, °C | −4 | −3 | 0 | 4 | 9 | 12 | 14 | 14 | 10 | 6 | 2 | −2 | 5,2 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 17,8 | 21,1 | 21,5 | 31,5 | 38,3 | 49 | 48,3 | 35,3 | 40,5 | 28,9 | 30,9 | 38,5 | 401,6 |
Сығанаҡ: [3] |
Спорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡалала 2002 йылда шайба менән хоккей буйынса юниорҙар араһында сираттағы донъя чемпионаты үтә
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡәлғә
- Изге Иоанн Креститель соборы — Трнава архиепархияһының кафедраль соборы
- Непорочный Зачатие костёлы, XIII быуат
- Изге Николай соборы
- Изге Иаков костёлы
- Изге Елена костёлы
- Изге Иосиф костёлы
- Изге Анна костёлы
- Изге Троица костёлы
- Лютеран кирхаһы
- Синагога
- Барокко һәм ренессанс стилендәге күп һанлы йорттар һәм һарайҙар
-
Изге Николай соборы
-
Изге Анна костёлы
-
Изге Иоанн Креститель
-
Изге Троица костёлы
-
Изге Иаков костёлы
-
Изге Иосиф костёлы
-
Изге Мария монастыры һәм костёлы
-
Изге Елена костёлы
-
Синагога
-
Кирха
-
Ҡала ҡәлғәһе
Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Туғанлашҡан ҡалалары:
Илдәр | Туғанлашҡан ҡалалар | Бәйләнеш булдырыу йылы |
---|---|---|
Рәсәй | Балаково | 1970[4] |
Хорватия | Вараждин | |
Словения | Ново-Место | |
Польша | Забж | |
Украина | Харьков | |
АҠШ | Скрантон |
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Людовик I Великий
- Подгорье
- Трнавский университет
- Альфред Ветцлер
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Перепись населения Словакии в 2021 году — Братислава: Statistical Office of the Slovak Republic.
- ↑ https://www.um.zabrze.pl/mieszkancy/samorzad/miasta-partnerskie/trnawa
- ↑ "Monthly Averages for Trnava, Slovakia" . MSN. Дата обращения: 21 ғинуар 2008. Архивировано 17 август 2012 года. 2011 йылдың 14 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Балаково – Трнава: пути дружбы и сотрудничества | Администрация Балаковского муниципального района . www.admbal.ru. Дата обращения: 13 август 2018.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт Трнавы
- Трнавский университет 2008 йылдың 17 декабрь көнөндә архивланған.
- Фотографии Трнава 2018 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған.