Эстәлеккә күсергә

Тулғау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Тулғау — тирадаларҙан торған импровизация йыры. Этимологик йәһәттән ул «йырлау» (саха телендә — «долгохут») һәм «фекерләү» / «уйлау» (сыуаш телендә — «тулак» — фекерләү) төшөнсәләренә барып тоташа.

Тулғау башҡорттарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тулғау йөкмәткеһе буйынса сәсәндең уйланыуҙарын, фәлсәфәүи һәм әхлаҡи фекерҙәрен сағылдыра. Ул Төрки халыҡтар ҡәбиләләре араһында улар айырым халыҡтарға тупланғанға тиклем булған һәм думбыраға ҡушылып башҡарылған. Толғауҙа илһөйәрлек мотивтары һәм гражданлыҡ пафосы көслө. Йөкмәтке үҙенсәлектәре башлыса йәмғиәт үҫешенең тарихи шарттарына ҡарап билдәләнә.

Башҡорт тулғауының сағыу миҫалы булып «Мөйтән» риүәйәте тора. Сыңғыҙ хан идара иткән осорҙа Туҡсабаның улы Мөйтән бейҙе Ҡыуаҡан һәм Үҫәргән ырыуҙары аҡһаҡалдары хакимға бүләктәр биреп ебәргән:

Хаҡ тәғәлә ҡөҙрәте
Мәлкүр итәйем уны.
Илебеҙҙә булған эш
Борон ханлыҡ заманы.
Башҡорттарҙың бабаһы —
Туҡһаба бей балаһы.
Мөйтән тибеҙ беҙ аны,
Хаҡ яратмыш дан аны.
Күрекле булмыш исеме,
Булмыш ирҙең арыҫланы,
Йөҙөн күргән һәр әҙәм
Хөрмәт итмештер аны.

Алып йөрәкле һиммәте,
Халыҡ эсендә ғиззәте
Булмыш уның дәүләте,
Хаҡтың биргән ғисмәте.
Арғымаҡтан ат алды,
Төрлө йыһаз зат алды.
Ете төйәгә йөк артып,
Хан Сыңғыҙға ул барҙы.
Ханға бүләк һыйланы,
Хандың күңелен ауланы.
Маҡтау күрҙе ханынан,
Урын алып янынан.
Нуйындарҙан, бейҙәрҙән,
Мәдих алды барынан.
Ханды камил күҙәткән,
һәр эштәрен төҙәткән,
Нуйын менән бейҙәрҙең
Белмәгәнен өйрәткән.
Ауға барһа, ат тотҡан,
Яуға барһа, тыу тотҡан.
Хан янынан айырылмай,
Ҡәҙер итеп бик көткән.
Көйлә тиһә, көйләгән,
һөйлә тиһә, һөйләгән.
Ханға килеп күрешкән,
Маҡсатына ирешкән. (Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр. Легендалар. II том. ӨФӨ "К и т а п ", 1997 йыл. Мөйтән, 164-се бит)

Бейлек дәрәжәһе алыуҙың йөкмәткеһен риүәйәттә түбәндәгесә һүрәтләнә: «Мөйтән Туҡсаба балаһына бейлек мансабы бирелде. Үҙе үлгәс, балаларының берәйһе бей булыр. Шул рәүештә баланан балаға бирелеп, Мөйтәндең нәҫеленән башҡаға бирелмәҫ. Шул нәҫелдең береһе һайланмай бей булыр. Йәнә лә Мөйтән бей һораған төрлө сәхрә, урман, ер, төрлө мәғдәнләре бергә аларныҡы улыр…»[1].

Кеше тормошо тураһындағы тулғауҙар айырым урын алып тора, уларҙа һәр ун йыллыҡ циклға тейешле ҡылыҡһырлама бирелә. Мәҫәлән, «Беренсе йылда мин бер нәмә лә аңламаным,
Ун йәшемдә уйнай алманым,
Алтмыш йәшемдә бүре инем,
Етмештә бүрене ҡыуып етә алманым,
Аулап ала алманым…» («Ирҙәр тормошо» тулғауы).

Асан Ҡайғы, Һабрау йырау, Шалғыҙ йырау һәм башҡалар был жанрҙың билдәле оҫталары була.

Толғау (ҡаҙаҡ телендә — уйланыуҙар) — ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, нуғай халыҡтары фольклорында һәм индивидуаль ижадта фәлсәфәүи һәм дидактик жанр. Был жанрҙың формалашыуы XII—XIV быуаттарға тура килә. Патриархаль-ырыу йәмғиәте шарттарында ул ҙур идеологик әһәмиәткә эйә була һәм унда социаль-сәйәси, философик тематика төп урынды биләй.

Фекерҙәр ғибрәт рәүешендә сағыла. Шиғырҙа эске рифмалар, ҡайһы берҙә башланғыс рифмалар ғына ҡулланыла. Иң яҡшы толғауҙарҙың (Ҡаҙтуған, Бохара) юлдары тапҡыр булыуы арҡаһында улар мәҡәл һәм әйтемдәргә әүерелә. Улар беҙгә телдән әйтелгән формала килеп еткән, музыка ҡоралы оҙатыуында билдәле бер көй аҫтында башҡарыла. Талғау жанрының күренекле вәкилдәре — Ҡаҙтуған, Дулат, Шалғыйыз, Аҡтамбирҙе, Өмбәтәй, Бохар, Дулат, Махамбет, Базар[2].

Ауыҙ-тел әҙәбиәте[3]

  1. «Саф» тарихи риүәйәттәр (тарихи ваҡиғалар, шәхестәр хаҡындағы сюжеттар)
  2. kartaslov.ru›карта-знаний/Толгау
  3. Изустная литература // Фольклор народов Башкортостана = Folklore of Bashkortostan peoples: энциклопедия / [Науч.-ред. коллегия: Ф. А. Надршина (гл. ред.), С. И. Апсатарова, Л. А. Афанасьева, В. Я. Бабенко, Ф. Г. Галиева, М. Х. Идельбаев, И. Е. Карпухин, Т. Г. Миннияхметова, И. Г. Петров, Р. Р. Садиков, У. Г. Саитов (отв. ред.), Р. А. Султангареева, И. К. Фазлутдинов, Г. Р. Хусаинова;. — Пер. на англ. яз.: ООО «Центр межкультурного сотрудничества»]. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.).
  • Толгау // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2006. — Т. V. — ISBN 9965-9908-5-9.
  • Толгау // Музыкальная энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор. Под ред. Ю. В. Келдыша. 1973—1982.