Мөйтән бей
Мөйтән бей | |
Тыуған көнө |
XII быуат аҙағы |
---|---|
Эшмәкәрлеге |
башҡорт ханы, ҡәбилә башлығы |
Атаһы |
Тоҡсаба |
Мөйтән бей — башҡорт ханы, башҡорттарҙың үҫәргән ҡәбиләһе башлығы. «Мөйтән» этнонимы ҡарағалпаҡтарҙа, үзбәктәрҙә лә билдәле[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]"Үҫәргән тәуарихы"нда Бикбауҙың атаһы Тоҡсаба булған тип күрһәтелгән[2]
"Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе"нә ярашлы Мөйтән бей һәм уның улы Үҫәргән менән бергә Сыңғыҙхан тарафынан ҡабул ителә (яҡынса 1219 йылдың йәйендә хан үҙ армияһы менән Көньяҡ Себер далаларында булған осорҙа)[3][4].
Сыңғыҙхан Мөйтән бейгә Ағиҙел, Тубыл, Ишем (Иртышҡа ҡәҙәр) йылғалары бассейндары буйҙарында, Яйыҡ йылғаһының (ҡушылдыҡтары менән бергә) үрге ағымындағы улустарҙы биләүгә ярлыҡ бирә. Был биләмәләр IX быуат — XIII быуат башындағы тарихи Башҡортостан территорияһы менән тулыһынса тап килгән[4].
Мөйтән бей монголдарҙың "Сыңғыҙнәмә дәфтәре"ндә телгә алына. Мөйтән бей тураһындағы боронғо һарнау жанрындағы йырҙа ул дүрт ҡәбилә берләшмәһенең хакимы итеп һүрәтләнә[5].
Риүәйәттәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Мөйтән бей» риәүәйәте 1967 йылда Йылайыр районы Юлдыбай ауылы Рәхмәтуллин Мөким Бәҙри улынан (1898 йылғы) Шоңҡаров Ниғмәт Динәхмәт улы яҙып ала. Риүәйәт шәжәрәнән алынған. Шәжәрә буйынса үҫәргән ырыуын Мөйтән бей һәм уның улы Үҫәргән башлап ебәргән. Үҫәргәндәр үҙҙәренең легендар ата-бабаһы тип Туҡһаба улы Мөйтән бейҙе атайҙар. Шәжәрәнең Туҡһаба улы Мөйтэнде данлаған өлөшө шиғри юлдарҙан тора[6].
Сыңғыҙ хан заманында башҡорт халҡынан ҡыуаҡан, үҫәргән ырыуҙарының бабалары Мөйтән Туҡһаба балаһын бүләк менән ханға ебәреүҙәре, Мөйтән бай хан ҡулынан Урал, Яйыҡ, һаҡмар үҙәндәрен биләүгә хоҡуҡ алып ҡайтырға тейеш булыуын, хан да Мөйтәнде ҙурлап ҡаршы алғаны, ҡунаҡ иткәне, бейлек дәрәжәһе биргәне хикәйәләнә. Мөйтән иленә ҡайтҡас, йыраусылар уны маҡтап тулғау (ҡобайыр) әйткәндәр[6].
Хаҡ тәғәлә ҡөҙрәте
Мәлкүр[7] итәйем уны.
Илебеҙҙә булған эш
Борон ханлыҡ заманы.
Башҡорттарҙың бабаһы —
Туҡһаба бей балаһы.
Мөйтән тибеҙ беҙ аны,
Хаҡ яратмыш дан аны.
Күрекле булмыш исеме,
Булмыш ирҙең арыҫланы,
Йөҙөн күргән һәр әҙәм
Хөрмәт итмештер аны.
Алып йөрәкле һиммәте ,
Халыҡ эсендә ғиззәте
Булмыш уның дәүләте,
Хаҡтың биргән ғисмәте ғәрәпсә-өлөш
Арғымаҡтан ат алды,
Төрлө йыһаз зат алды.
Ете төйәгә йөк артын,
Хан Сыңғыҙға ул барҙы.
Ханға бүләк һыйланы.
Хандың күңелен ауланы.
Маҡтау күрҙе ханынан,
Урын алып янынан.
Нуйыпдарҙап[8] , бейҙәрҙән,
Мәдих * алды барынан.
Ханды камил күҙәткән,
Һәр эштәрен төҙәткән,
Нуйын менән бейҙәрҙең
Белмәгәнен өйрәткән.
Ауға барһа, ат тотҡан,
Яуға барһа, тыу[9] тотҡан.
Хан янынан айырылмай,
Ҡәҙер итеп бик көткән.
Көйлә тиһә, көйләгән,
Һөйлә тиһә, һөйләгән.
Ханға килеп күрешкән,
Маҡсатына ирешкән.
Мөйтән бей ҡайтып оҙаҡ йылдар йәшәй, ер-Һыуға үҫәргәндәр хужа булып ҡала. Мөйтән бей хандан бетеү алып ҡайтҡан. Унда былай яҙылған, ти:
«Мөйтән Туҡһаба балаһына бейлек мансабы * бирелде. Үҙе үлгәс, балаларының берәйһе бей булыр. Шул рәүештә баланан балаға бирелеп, Мөйтәндең нәҫеленән башҡаға бирелмәҫ. Шул нәҫелдең береһе һайланмай бей булыр, йәпә лә Мөйтән бей һораған төрлө сәхрә, урман, ер төрлө мәғдәндәре берлә аларныҡы булыр…»[6]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ / Курултай башкир (Конгресс) башкир «Үҫәргән ырыуы»
- ↑ Надергулов М. Х. «История Усергана» — историко-литературное сочинение // Ватандаш. — 2011. — № 2. — С. 185—190. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Хөсәйенов Ғ. Б. «Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе» // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 4,0 4,1 Мәжитов Н. А. Мөйтән бей // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мазитов В. Р. Шежере как источник по истории и этнографии башкирского народа // Вестник Челябинского государственного университета. — 2010. — № 15. — С. 149—150.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 / «Башҡорт халыҡ ижады» «Риүәйәттәр һәм легендалар» 2-се том, Өфө, «Китап» 164—165; 386-сы б.
- ↑ мәҙкүр бәйән итәм
- ↑ нойон — монголса феодал XI быуаттыү беренсе яртыһында монголдарҙыү күренекле башлыҡтары
- ↑ байраҡ
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирские шежере. — Уфа, 1960.
- Мөйтән бей ҡобайыры // Башҡорт халыҡ ижады. 7-се том. Яҙма ҡисса һәм дастандар. — Өфө, 2004. — 624 б.
- Мажитов Н. А., Султанова А. Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. — Уфа: Китап, 2009.