Эстәлеккә күсергә

Турай Ишәлин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Турай Ишәлин
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Нуғай даруғаһы, Ҫыбы‑Мең улусы

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Турай Ишәлин — йөҙ башлығы. 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.

Сығышы менән Нуғай даруғаһы Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарынан. Ҫыбы‑Мең улусы йөҙ башлығы.

1773 йылда Е. И. Пугачёвтың етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡанғас, ноябрҙә баш күтәреүселәр яғына сыға. Нуғай һәм Ҡазан даруғаларында баш күтәреүсе отрядтар ойоштора[1].

1774 йылдың ноябрь аҙағында ихтилалсылар ғәскәре полковниктары Ҡасҡын Һамаров, Ҡаранай Моратов, Ҡыҙрас Муллаҡаев, Ҡанбулат Юлдашев, Буҙан Смаҡов һәм Нуғай даруғаһының башҡа старшиналары менән берлектә Өфөнө ҡамауға алыуҙы ойоштора[2]. Өфөнө штурмлауҙа ҡатнаша, ҡаланы ирекле тапшырыу тураһында ҡамауҙағылар менән һөйләшеүҙәр алып бара[1].

1774 йылдың июнендә Буҙан Смаҡов, Ҡасҡын Һамаров, Ҡотлогилде Абдрахмановтар менән бергә 1500 кешенән торған ҡатнаш отряд етәкселегендә Өфө провинцияһының Бөгөлсән ауылы янында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша; июнь—июлдә Бөгөлмә ведомствоһы Дүсмәт ауылы янындағы, Өршәк һәм Дим йылғаларының үрге ағымындағы хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Буҙан Смаҡов, Ҡотлогилде Абдрахманов һәм Ҡасҡын Һамаров менән берлектә Өфөгә яу әҙерләй[2].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.