Эстәлеккә күсергә

Ҡотлогилде Абдрахманов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡотлогилде Абдрахманов
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Нуғай даруғаһы, Бошман-Ҡыпсаҡ улусы

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Ҡотлогилде Абдрахмановбашҡорт старшинаһы. 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.

Сығышы менән Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарынан. Абыҙ Кинйә Арыҫлановтың ҡустыһы. Бошман-Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы итеп һайлана.

1754 йылдың 9 июлендә Өфө провинция канцелярияһында Нуғай даруғаһының 5 улусының 147 вәкиле һәм завод хужалары И. Б. Твердышев һәм И. С. Мясников араһында 483 рудник аҫтына ер биреү тураһында килешеү төҙөлә, башҡорт делегацияһы составында буласаҡ ихтилал башлыҡтары Ҡотлогилде Абдрахманов, Кинйә Арыҫланов, Яманһары Яппаров, Ҡасҡын Һамаровтар ҙа була. 1764 йылдың 3 февралендә өс ҡыпсаҡ улустары вәкилдәре составында Ҡарғалы биҫтәһе татарҙарына оброкка бирелгән ерҙәрҙе һатыуҙы рәсмилләштереүҙә ҡатнаша[1].

1773 йылда Е. И. Пугачёвтың етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡанғас, 30 сентябрҙә Ҡарғалы (Сәйет) биҫтәһенә Пугачёв ставкаһына Кинйә Арыҫлановтан Ҡотлогилде Абдрахманов етәкселегендә алты кешенән торған делегация килә. Улар Пугачёв менән осрашып уның менән бергәләшеп башҡорт халҡына мөрәжәғәтнамә яҙалар, Иҙеркәй Баймәков мөрәжәғәтнамәләрҙең береһен Кинйә Арыҫлановҡа алып бара, ә береһен Ҡотлогилде үҙе менән ала[1].

1773 йылдың октябренән Ырымбур ҡалаһын ҡамауҙа ҡатнаша. Кинйә Арыҫлановтың улы Һеләүһен Кинйин менән бергә Нуғай даруғаһы башҡорттары араһында ихтилал мөрәжәғәтнамәләрен таратыуҙа ҡатнаша. 1773 йылдың 8—9 ноябрендә Бөгөлмә ведомствоһының Йүҙәй ауылы янында Ҡотлогилде Абдрахманов һәм Иҙеркәй Баймәков етәкселегендәге 1500 кешенән торған башҡорт отрды, И. Н. Зарубин һәм А. А. Овчинников отрядтары менән берлектә В. А. Кар командалығында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 10 ноябрҙә Кар корпусы менән ҡушылырға барған капитан Ураков һәм Әлибай Мырҙағолов етәкселегендәге Стәрлетамаҡ башҡорт-мишәр каратель корпусына ҡаршы бара һәм һөйләшеүҙәр алып бара. Һөҙөмтәлә Әлибай етәкселегендәге 1200 кешенән торған корпус ихтилалсылар яғына күсә, ә Ураков корпусты ташлап китергә мәжбүр була[1].

1774 йылдың яҙында ихтилал яҡлы булған Нуғай даруғаһы халҡын мобилизациялай һәм Кинйә Арыҫлановтың улдары менән бергә ихтилалсыларҙың Төп ғәскәрен тергеҙелеүҙә ҡатнаша. 1774 йылдың йәйендә Һеләүһен Кинйин менән бергә Нуғай даруғаның көньяғында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 1774 йылдың октябрендә Таулыҡай ауылында кәңәшмәгә йыйылған башҡорт ихтилал етәкселәре (Ҡаранай Моратов, Ҡасҡын Һамаров, Төркмән Йәнсәйетов, Муйнаҡ Сөләймәнов, Таулыҡай Сураҡов, Морат Абдалов) менән Тимашев командаһы тарафынан ҡулға алына. Тиҙҙән Тимашев Ҡотлогилдене һәм Ҡасҡын Һамаровты Юлай Аҙналинға бирелергә өндәп ебәрә. 1774 йылдың ноябренән Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында төрмәлә тотола, күп язалауҙарға дусар була. 1775 йылдың яҙында императрица Екатерина II манифестына ярашлы иреккә сығарыла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.