Эстәлеккә күсергә

Буҙан Смаҡов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буҙан Смаҡов
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Нуғай даруғаһы, Күл-Иле-Мең улусы, Аҙнай ауылы

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Буҙан Смаҡов — йөҙ башлығы. 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.

Сығышы менән Нуғай даруғаһы Күл-Иле-Мең (йәки Ҫарайлы-Мең) улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы) Аҙнай ауылы башҡорттарынан. Күл-Иле-Мең улусы йөҙ башлығы.

1773 йылда Е. И. Пугачёвтың етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡанғас, баш күтәреүселәр яғына сыға. Ҡасҡын Һамаров менән бергә Ырымбурҙан Өфөгә тиклем бара, Стәрлетамаҡты, Табынды алыуҙа ҡатнаша. Ихтилалсылар ғәскәре полковниктары Ҡасҡын Һамаров, Ҡаранай Моратов, Ҡыҙрас Муллаҡаев, Ҡанбулат Юлдашев, Турай Ишәлин һәм Нуғай даруғаһының башҡа старшиналары менән берлектә Өфөнө ҡамауға алыуҙа ойоштора[1].

1773 йылдың аҙағында — 1774 йылдың башында Минзәлә баш күтәреүселәр үҙәге етәкселәренең береһе була. Ҡазан губернаһының Ҡазан өйәҙе татарҙарын ихтилалсылар армияһына мобилизациялай[2].

Буҙан Смаҡовтың отряды 1774 йылдың февраль—апрелендә Ҡазан даруғаһы Баҡалы ҡәлғәһе һәм Нуғайбәк ҡәлғәһе, Түбәнге Троицк заводы, Өҫән‑Ивановка заводы тирәһендә хәрәкәт итә; июнь—июлдә Бөгөлмә ведомствоһы Дүсмәт ауылы янындағы, Өршәк һәм Дим йылғаларының үрге ағымындағы хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Турай Ишәлин, Ҡотлогилде Абдрахманов һәм Ҡасҡын Һамаров менән берлектә Өфөгә яу әҙерләй[1].

1774 йылдың ноябрендә Әлибай Мырҙағолов өгөтләүе буйынса Өфө провинцияһы канцелярияһына ғәйебен танып килә. Ҡазан йәшерен комиссияһы тикшереүе аҫтында була, 1774 йылдың 10 декабрендә һуңғы хөкөм сығарыу өсөн граф П. Н. Панинға ебәрелә[2]. 1774 йылдың 24 декабрендә комиссия ҡарары буйынса язанан ҡотҡарыла[1].

1783 йылда Күл‑Иле‑Мең улусы йөҙ башы[2].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.