Тягунов Иван Петрович
Иван Петрович Тягунов | ||||||||||||
Файл:Тягунов, Иван Петрович.png | ||||||||||||
Тыуған ваҡыты | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Пусто-Роменка ауылы, Тверь губернаһы, Рәсәй империяһы | |||||||||||
Үлгән ваҡыты | ||||||||||||
Вафат урыны | ||||||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||||||||
Ғәскәр төрө | ||||||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары | ||||||||||||
Хәрби звание |
![]() | |||||||||||
Командалыҡ итеү | ||||||||||||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||||||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Тягунов Иван Петрович (25 ғинуар 1898 йыл — 5 июнь 1967 йыл) — совет хәрби командующийы, техник ғәскәрҙәр генерал-лейтенанты (1944). СССР Ҡораллы Көстәренең төп бронетранспортер идаралығы начальнигы (1943—1947), Граждандар һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1898 йылдың 25 ғинуарында Тверь губернияһының Пусто-Роменка ауылында тыуған.
1917 йылдан РККА сафына алына, Граждандар һуғышында Көнбайыш фронтта һуғыша. 1918—1919 йылдарҙа Беренсе Петроград артиллерия курстарында уҡый. 1919—1920 йылдарҙа — Беренсе Совет артиллерия курстарының уҡыу взводы командиры ярҙамсыһы. 1920 йылдан Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәренең төбәк бүлексәһе Артиллерия мәктәбендә өлкән инструктор һәм хәрби комиссар вазифаһында хеҙмәт итә. 1920—1921 йылдарҙа — Алыҫ Көнсығыш республикаһы Халыҡ-революцион армияһының Формалаштырыу һәм уҡытыу, артиллерия бүлеге хәрби комиссары, Төньяҡ-Көнбайыш һәм Көнсығыш фронттарҙа һуғышҡан[1][2][3].
1921 йылдың ғинуарынан майына тиклем РККА-ның Артиллерия инструкторҙары идаралығында хәрби комиссар вазифаһында, 1921 йылдан алып 1922 йылға тиклем РККА-ның Хәрби-уҡыу йорттары баш идаралығында сәйәси консультант һәм инструктор вазифаларында хеҙмәт итә. 1922 йылда Кронштадт ҡәлғәһенең сәйәси бүлеге буйынса артиллерия начальнигы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. 1922 йылдан 1924 йылға тиклем — артиллерия комиссары һәм 1-се уҡсылар корпусының хәрби комиссары. 1924 йылдан 1925 йылға тиклем — РККА команда составындағы Беренсе Петроград артиллерия мәктәбенең хәрби комиссары. 1925—1930 йылдарҙа Ф. Э. Дзержинский исемендәге Хәрби-техник академияһының механизациялау һәм моторлаштырыу факультетында уҡый[1][4][5].
1930 йылдан 1933 йылға тиклем РККА-ның Хәрби артиллерия академияһында ғилми-педагогик эштә — механизациялау һәм моторлаштырыу факультеты начальнигы һәм ошо академияның техник бүлек буйынса начальнигы ярҙамсыһы вазифаларын башҡара. 1933 йылдан РККА-ның Разведка идаралығы кадрҙарына күсерелә һәм СССР-ҙың Франциялағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ҡарамағындағы хәрби атташе ярҙамсыһы сифатында хәрби-дипломатик эшкә йүнәлтелә. 1933—1938 йылдарҙа — СССР-ҙың Литвалағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ҡарамағындағы хәрби атташе. 1938 йылдан 1940 йылға тиклем РККА-ның Команда һәм етәкселәр составы буйынса идаралығы ҡарамағында була. 1940—1942 йылдарҙа — Автотрактор идаралығы начальнигы, 1942—1943 йылдарҙа — Ҡыҙыл Армияның Баш автобронетанк идаралығының тәьминәт идаралығы начальнигы. 1943 йылдан 1947 йылға тиклем — СССР Хәрби көстәренең Баш автобронетанк идаралығы начальнигы, И. П. Тягунов етәкселегендә һәм ҡатнашлығында һуғыштан һуңғы тәүге быуын хәрби автомобиль техникаһы әҙерләнә[1][4][5].
1947 йылдан запаста.
1967 йылдың 5 июнендә Мәскәүҙә вафат була, Пятницкий зыяратында ерләнә.
Юғары хәрби званиелары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Техник ғәскәрҙәр генерал-майоры (3.05.1942) Техник ғәскәрҙәрҙең генерал-лейтенанты (17.01.1944)[6]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены(21.02.1945)
- Дүрт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (10.11.1942, 18.09.1943, 03.11.1944, 24.06.1948)
- II дәрәжә Кутузов ордены (02.05.1945)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (31.08.1944)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (11.04.1940)
- «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы (1938)
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы (1944)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (09.08.1945)[7]
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Главное Автобронетанковое управление. Люди, события, факты в документах / Министерство обороны Российской Федерации; редакционная коллегия: председатель — Полонский В. А. и др. — Москва: ГАБТУ МО РФ, 2004. — 807 с.
- ↑ Энциклопедия военной разведки, 1918—1945 гг. / М. А. Алексеев, А. И. Колпакиди, В. Я. Кочик. — Москва : Кучково поле : Военная книга, 2012. — 974 с. — ISBN 978-5-9950-0219-2
- ↑ Тягунов, Иван Петрович . Региональная общественная организация "Объединение ветеранов войн и Вооруженных Сил Главного автобронетанкового управления Министерства обороны Российской Федерации". Дата обращения: 12 апрель 2021.
- ↑ 4,0 4,1 Энциклопедия военной разведки, 1918—1945 гг. / М. А. Алексеев, А. И. Колпакиди, В. Я. Кочик. — Москва : Кучково поле : Военная книга, 2012. — 974 с. — ISBN 978-5-9950-0219-2
- ↑ 5,0 5,1 Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Өҙөмтә хатаһы:<ref>
тег дөрөҫ түгел: «зк» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Тягунов, Иван Петрович . Дата обращения: 12 апрель 2021.
- ↑ Тягунов, Иван Петрович . Дата обращения: 12 апрель 2021.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Главное Автобронетанковое управление. Люди, события, факты в документах / Министерство обороны Российской Федерации; редакционная коллегия: председатель — Полонский В. А. и др. — Москва: ГАБТУ МО РФ, 2004. — 807 с.
- Энциклопедия военной разведки, 1918—1945 гг. / М. А. Алексеев, А. И. Колпакиди, В. Я. Кочик. — Москва : Кучково поле : Военная книга, 2012. — 974 с. — ISBN 978-5-9950-0219-2
- ГРУ: дела и люди / В. М. Лурье, В. Я. Кочик. — СПб. : Нева ; М. : ОЛМА-Пресс, 2002. — 639 с. — ISBN 5-7654-1499-0
- Книга: Высший командный состав ВС СССР в послевоенный период
- Вооруженные Силы СССР после Второй мировой войны: от Красной Армии к Советской / В. И. Феськов [и др.]; под науч. ред. В. И. Голикова ; Томская обл. общественная орг. ветеранов войны, труда, вооруженных сил и правоохранительных органов, Нац. исследовательский Томский гос. ун-т. — Томск : Изд-во НТЛ, Ч. 1: Сухопутные войска. — 2013. — 638 с. — ISBN 978-5-89503-530-6
- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан url)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан title)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 25 ғинуарҙа тыуғандар
- 1898 йылда тыуғандар
- Тверь губернаһында тыуғандар
- 5 июндә вафат булғандар
- 1967 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Генерал-лейтенанттар (СССР)
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Кутузов ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Бөйөк Пётр исемендәге Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре академияһын тамамлаусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы менән наградланыусылар
- Санкт-Петербург юғары артиллерия команда училищеһын тамамлаусылар