Эстәлеккә күсергә

Түбәгүҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Түбәгүҙ
Гомерҙың «Одиссея»һында Полифем менән Одиссей

Түбәгүҙ, йәки Түбә-Күҙ (рус. Тепегёз, әзерб. Təpəgöz, төр. Tepegöz, төркм. Depegöz)  — төрки мифологияла һыңар күҙле алпамыш (дейеү). Хикәйәттә Түбәгүҙҙең кешене мәмерйәгә, үҙе йәшәгән урынға, ҡыуып индереп, ашарға йыйынғаны һүрәтләнә, әммә кеше уның һыңар ғына күҙенә осло нәмә ҡаҙай һәм һарыҡ тиреһе ябынып, мәмерйәнән сыға. Һүҙ башҡорттарға аңлашылып торған түбә һәм күҙ тигән һүҙҙәрҙән яһалған. Тирмәләрҙең түбәһендәге түңәрәк тишек тә «түбәгүҙ» тип аталғаны мәғлүм[1].

Тирмәләге түбәгүҙ

Түбәгүҙ образы уғыҙҙарҙың ҡаһарманлыҡ тураһындағы эпосы «Ҡорҡот ата китабы»ндағы кеше ашаусы персонаж Депе-Гёз тигәндән килеп сыҡҡан. Эпостың һигеҙенсе бүлегендә «Басат Түбәгүҙҙе үлтерә» тигән ере бар. Сары чобан тигән көтөүсе аулаҡ урында бәрей ҡыҙын осрата һәм уны көсләй. Бәрей ҡыҙы унан ҡанһыҙ, кеше ашаусы ул таба. Был йән эйәһенә кешеләр Түбәгүҙ тип ҡушамат бирә, сөнки уның түбәһендә һыңар ғына күҙе була. Ул көн үҫәһен сәғәтләп үҫә. Етмәһә, уны хәнйәр менән турарға маташҡан һайын ҙурая бара.

Сары чобан улынан баш тарта, шуға Түбәгүҙ Алп Аруз тигән уғыҙ ырыуы башлығында тәрбиәләнә, сөнки ошо ырыу ерендә табып алған булалар. Түбәгүҙ каруандарға ташлана, юлсыларҙы ашай. Тик Алп Аруз улы Басат[2], ҡына, Түбәгүҙҙең башын, уның үҙенең ҡылысы менән өҙә сабып, үлтерә ала.

Был бүлек 1815 йылда баҫылып сыҡҡан була, ул эпостың иң тәүге баҫмаһы. Уны нәшер иткән немец шәрҡиәтсеһе Генрих Фридрих фон Диц ҡулъяҙманы «Китаби Деде Коркуд» дастанында таба, XVI быуаттан Германиялағы Дрезден китапханаһында һаҡланған булған ул.

Түбәгүҙ тураһындағы мифта Одиссей һәм Полифем тураһындағы мифтар менән оҡшаш урындар бар[3].

Мифтың килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Генрих Фридрих фон Диц

1815 йылда Г. Ф. фон Диц тикшеренү үткәреп, Гомерҙың Полифемы уғыҙ мифтарындағы Түбәгүҙҙән алынған тигән һығымта яһай[4]. Хәҙерге заман Лондон университетының Шәрҡи тикшеренеүҙәр институты тикшеренеүсеһе Сирил С. Мунди Дицтың һығымтаһын хаталы һәм эпос тураһында яңылыш фекер тыуҙыра тип белдерә. Мунди Полифем һәм Түбәгүҙ мифтары араһында тура бәйләнеш юҡ, мәгәр «Түбәгүҙ» исеме гректан сыҡҡандыр тип фараз итә[5]

XIX быуатта ҡаҙаҡ этнографы Ч. Ч. Валиханов, уның артынан урыҫ шәрҡиәтсеһе Н. В. Остроумов, ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ далаларында һыңар күҙле алпамыштар тураһында мифтар йөрөүе тураһында яҙып сығалар. Улар "Одиссея"лағы Полифем һәм бигерәк тә «Ҡорҡот ата Китабы» менән ауаздаш булыуы белдерелә[6]. Төрки телле фольклорҙа киклоптар йыш ҡына ике төрлө — ир һәм ҡатын образында һынландырыла. Ҡайһы бер төрки-монгол халыҡтарында Түбәгүҙ тураһындағы миф төрлө жанрҙа таралған — әкиәттәр ҙә, легендалар ҙа бар[7].

XIV быуат башында, 1309 йылда уғыҙ сығышлы тарихсы [8] Әбүбәкр ибн Абдуллаһ ибн Айбәк-әд-Дауадари Мысырға ғәрәп телендә ҙур булмаған хроника («Данланғандар тарихынан бер ынйы») яҙып ебәрә. Ул VI быуатта сәсәниҙәр хакимы Ануширавандың вәзире Бузург-Мехруйҙың төркисәнән фарсысаға тәржемә ителгән бер китабы булыуын яҙа.

Был әҫәр «Дастан Улухан Ата Битикчи» тип атала, VIII быуатта, Һарун-әр-Рәшид хакимлығы осоронда ғәрәпсәгә тәржемә ителә. Әбүбәкер төрки дастандар, Уғыҙ хан һәм һуңғараҡ «Китаби Деде Коркуд» эпосына ингән Түбәгүҙ тураһында яҙа. Әҫәр шулай уҡ «Уғыҙнамә» тигән исем менән билдәле, тик төп нөсхәһе беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. Был әҫәрҙәге Түбәгүҙ тураһындағы хикәйәт Парижда һаҡланған уйғыр телендәге "Уғыҙнамә"нән айырыла[8].

«Ҡорҡот ата китабы» дастаны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Уғыҙҙарҙың «Ҡорҡот ата китабы» дастанында Басаттың Түбәгүҙҙе үлтереүе тураһында бүлектең башы (XVI быуат)

Түбәгүҙ тураһында Дрезден китапханаһында һаҡланған иң боронғо ҡулъяҙма «Ҡорҡот ата китабы» дастанында телгә алына, ул XVI быуатта яҙып алынған булған. Түбәгүҙҙе Басат үлтергәне тураһындағы («басат депе гёзи олдюрдюги бойи бейан едер ханум ей») бүлекте 1815 йылда немец теленә немец шәрҡиәтсеһе Генрих Фридрих фон Диц тәржемә итеп, төрки нөсхәһе менән ҡушып сығарған. Шул рәүешле Көнбайыш Түбәгүҙ тураһында белгән[9].

Басаттың Түбәгүҙҙе үлтереүе тураһында һигеҙенсе бүлек йөкмәткеһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дастандың һигеҙенсе бүлеге Басат тарихынан башлана. Дошмандар ҡыҫымы аҫтында уғыҙҙар тыуған ерҙәрен ҡалдырырға мәжбүр була. Сигенеп барғанда Әл Аруз тигән ырыу башының бәләкәй улы юғала. Баланы инә арыҫлан таба һәм имеҙеп аҫрай. Күпмелер ваҡыттан уғыҙҙар кире ҡайта. Уғыҙ хандың ат ҡараусыһы арыҫлан бәйелле бер кешене күргәнен әйтә, теге аттарға һөжүм итә икән. Аруз хан, бәлки был минең юғалған улымдыр, тип малайҙы уғыҙҙар төйәгенә алып килтертә. Ҡорҡот Ата уға Басат тип исем ҡуша.

Түбәгүҙ тарихы иһә былай башлана. Аруз хандың Сары тигән көтөүсеһе була. Бер мәл көтөүҙәге һарыҡ «Оҙон болаҡ» тигән шишмә яғына ҡасып китә, ә унда ҡанатлы бәрей ҡыҙҙары осоп килә торған була. Көтөүсе юғалған һарығын эҙләп шишмә янына килеп сыҡҡас, бәрей ҡыҙҙар осоп китә башлай. Мәгәр береһен көтөүсе тотоп ала. Ҡыҙҙы көсләй. Бәрей ҡыҙ осоп киткән сағында көтөүсегә, бер йылдан үҙеңдең әйбереңде килеп алырһың, һин уғыҙҙарға ҡот осҡос бәлә килтерҙең, тип әйтә.

Ваҡыт уҙғас, көтөүсе шишмә буйына килә һәм ялтырап ойоп ятҡан ит киҫәге күрә. Бәрей ҡыҙы осоп килеп төшә лә, итте алырға ҡуша һәм уғыҙҙарға бәлә килтерҙең, тип ҡабатлай. Ғәжәпкә ҡалған көтөүсе иткә һуға, тегеһе үҫеп китә, көтөүсе һарыҡтары янына ҡаса. Шишмә янына Баяндур хан етәкселегендә уғыҙҙар килеп сыға. Былар ҙа теге ит өйөмөн күрә. Бер уғыҙ атынан төшөп һуғып ебәрә. Теге үҫә башлай. Аруз хан үҙе теге иткә ҡағылғас, ярыһы асылып китә лә түбәһендә бер генә күҙе булған малай килеп сыға. Аруз Баяндур хандан: «Миңә бирегеҙ уны, үҙемдең улым Басат менән бергә үҫтерермен», — ти Баяндур рөхсәт итә.

Аруз Түбәгүҙҙе өйөнә алып ҡайта, имсәк һөтө имеҙергә ҡуша. Түбәгүҙ һөт инәһенең һөтөн дә, ҡанын да һурып бөтөрөп, уны үлтерә. Шулай итеп ул бер нисә һөт инәһен үлтерә. Былай бармағанын күреп, Түбәгүҙгә көнөнә бер биҙрә һөт эсерәләр. Түбәгүҙ үҫеп, башҡа балалар менән уйнай башлай. Береһенең танауын, икенсеһенең ҡолағын тешләп өҙә. Кешеләр Аруз ханға зарланып килә башлай. Аруз хан Түбәгүҙҙе әрләп-туҡмап, йорттан ҡыуа.

Түбәгүҙҙең әсәһе осоп килеп төшөп, уға бер йөҙөк бирә һәм уны кейгәс, бер уҡ та тейә алмаҫ, бер ҡылыс та саба алмаҫ, тип әйтә. Түбәгүҙ бейек тауҙа йәшеренеп кешеләрҙе талай, урлай башлай. Кешеләр уға һөжүм итеп, атһалар — уҡ теймәгән, сапһалар — ҡылыс киҫмәгән. Түбәгүҙ яҡын-тирәләге барлыҡ көтөүселәрҙе ашап бөтөргәс, уғыҙҙарҙы ашай башлаған.

Уғыҙҙар Түбәгүҙгә ҡаршы йыйылып килгәс, ул күреп ҡалып, ағасты йолҡоп ала ла төркөм өҫтөнә ташлай, иллеләп кешене онтап үлтерә. Түбәгүҙҙең ҡулынан уғыҙҙар башлығы Һазан хандың туғаны Ғарагөнө, Алп Рөстәм, Ушун һоджа оглу кеүек алпамыш һәм уның ике туғаны һәләк була. Һәләк булған яугирҙәр араһында Аруз хандың улы, Басаттың ағаһы Ғыйан Сәлджик тә була. Түбәгүҙ уғыҙҙар йәшәгән ерҙәргә ете тапҡыр һөжүм иткәндән һуң тегеләр Түбәгүҙгә яһаҡ түләргә булалар һәм кәңәш һорап аҡыл эйәһе Ҡорҡот атаға мөрәжәғәт итәләр. Ҡорҡот атаны Түбәгүҙ менән һөйләшергә алып барғас, тегеһе көнөнә үҙенә ашарға алтмыш кеше биреү шарты ҡуя. Ҡорҡот ата, былай уғыҙҙар ҡалмаясаҡ, тип баш тарта. Ул көнөнә ике кеше һәм биш һарыҡ килтерергә вәғәҙә итә. Түбәгүҙ ризалаша ла, йәнә ике кешене үҙенә ашарға бешерергә ебәрергә ҡуша. Түбәгүҙгә ике уғыҙҙы — Япағлы һоджа менән Бунлу һоджа тигән ҡарттарҙы ебәрәләр.

«Китаби Деде Коркуд» дастанының «Басат Түбәгүҙҙе үлтерә» тигән өҙөгө төркисә. 1815 йылда баҫылған

Дүрт улы булғандар бер улын биреп, өсәүһен ҡалдыра, өс уллылар береһен биреп, икеһен ҡалдыра, ике уллылар береһен бирә. Ниһайәт сират Ғаппаған тигән кешегә килеп етә, ә ул бер улын ҡорбан иткән була инде. Бер генә улы ҡалған була. Шул саҡ яуҙан Аруз улы Басат ҡайтып төшә. Егеттең ата-әсәһе Түбәгүҙ тураһында һөйләп бирә һәм берәй әсирен Түбәгүҙгә Ғаппаған улы урынына биреүҙе һорай. Басат ризалаша. Ағаһының үлемен ишеткәс, Басат Түбәгүҙҙән үс алырға була.

Ҡылысын, уҡтарын биленә тағып, Басат Түбәгүҙ йәшәгән Салахан ҡаяларына табан юл тота. Ҡояшта ҡыҙынып ятҡан Түбәгүҙҙе күргәс, Басат уның яурынына уҡ атып ебәрә. Әммә уҡтар яурынға тейеп, онталып ҡына тора. Түбәгүҙ иһә бер ни һиҙмәй, ашарға бешергән ҡарттарға, себен тешләй, тип зарлана. Ниһайәт, уҡты күреп ҡала ла, Басатты тотоп ала ла, уны итегенең ҡунысына тығып, ҡарттарға ҡурырға ҡуша, үҙе йоҡларға ята. Басат итекте ҡырҡып килеп сыға һәм ҡарттарҙан Түбәгүҙҙең яраларлыҡ урынын һорай. Ҡарттар Түбәгүҙҙең күҙе генә иттән икәнен әйтә. Басат уларҙан бысаҡты утта ҡыҙҙырып биреүҙәрен һорай һәм Түбәгүҙҙең һыңар күҙенең ҡабағын аса ла, ысынлап та иттән икәнен күрә.

Басат ҡулына бысаҡты тотҡас, Мөхәммәткә тәбрик әйтеп, Түбәгүҙҙең күҙенә ҡаҙай. Теге ауыртыуҙан аҡырып ебәрә, Басат ситкә ырғып, мәмерйәгә инә. Түбәгүҙ Басаттың мәмерйәлә икәнен аңлап, ике аяғын ике яҡҡа тарбайтып, мәмерйә ауыҙына ултыра. Һарыҡтар мәмерйәнән сыға башлай. Басат тиҙ генә бер һарыҡты һуйып, тиреһен өҫтөнә ябына. Түбәгүҙ Басаттың тире ябынып сығырға уйлағанын һиҙә, әммә егет уның ҡулына һарыҡ башы һоноп, мәмерйәнән сыға. Түбәгүҙ Басатҡа йөҙөгөн бирә лә бармағына кейергә ҡуша, уҡ та, ҡылыс та уны ала алмаҫ, тип әйтә. Басат йөҙөктө кейгәнен белгәс, уға ташлана, әммә егет ялтанып ҡала. Артабан Түбәгүҙ Басатҡа үҙенең ҡаҙнаһы ятҡан көмбәҙенә инеп мөһөрөн ҡалдырырға ҡуша. Басаттың көмбәҙ аҫтына инеүе була, Түбәгүҙ көмбәҙ емерелеп төшөрлөк итеп һуға. Әммә Басат «Лә илаһи иллалаһ, Мөхәммәт рәсүлуллаһ» тип шәһәҙәт әйтеп, уның аҫтынан килеп сыға. Түбәгүҙ Басатты йәнә ҡапҡанға эләктерергә уйлап, мәмерйәгә инеп ҡылысын алып сығырға ҡуша, тик шул ҡылыс ҡына үҙен үлтерә алғанын әйтә. Басат һауаға сынйырлап ҡуйылған ҡылысты күрә. Ул ҡылысҡа үҙ ҡылысы менән ҡағыла, үҙ ҡылысы икегә ярылып сыға. Ҡылысҡа ағас менән ҡағыла — тегеһе сарпылып төшә. Шунда Басат ҡылыс һабына уҡ ата, теге ергә килеп төшә лә, Басат уны күтәреп ала.

Басат йәнә үлмәй ҡалғанын белгәс, Түбәгүҙ күҙе ауыртыуына зарлана башлай, Басаттан кем балаһы икәнен һораша башлай. Басат Гюнортаждан икәнен (Ҡарабахта тип фаразлайҙар), башлыҡтары Баяндур-хан, әсәһе — Ғаба агаж, атаһы — ажарлы арыҫлан, үҙе Басат исемле, Аруз улы икәнен әйтә.Түбәгүҙ, беҙ туған, үлтермә, тип һорай. Тик Басат ағаһы өсөн ҡон ҡайтарасағын белдерә. Шунда Түбәгүҙ һамаҡлай:

Төп нөсхәнең урыҫса транслитерацияһы

Галгубаны йеримден турам дердим.
Галын Огуз бягляринден эхдим бозам, дердим.
Йениден тоганын гырам, дердим.
Бир кез адам этине тойам, дердим.
Галын Огуз беглери узериме йыгылуб гяля, дердим.
Гачубаны Салахана гайасына гирем, дердим.
Агыр манджылаг ташла атам, дердим.
Энуб таш, башыма дюшибен олем, дердим.
Ала гёзден айырдын, джигит, мени!
Татлу джандан айырсун гадир сени!

Аг сагаллу годжалары чог аглатмышам.
Аг сагаллы, гарышы тутды ола, гёзюм, сени?
Аг бирчеклю гарыджыглары чог аглатмышам.
Гёзи яшы тутды ола, гёзюм, сени?
Быгчагы гарармышджигитджиклери чог йемишем.
Джигитликлери тутды ола, гёзюм, сени?
Эльджюгези гыналы гызджыгазлары чог йемишем.
Гарышджулары тутды ола, гёзюм, сени?
Эля ким чякярем мен гёз буныны,
Хеч джигиде вермесун гадир тенри гёз юкини!
Гёзюм, гёзюм, ай гёзюм! Йалнуз гёзюм!

В. В. Бартольд тәржемәһе

Я говорил, что поднимусь и встану со своего места;
Я говорил, что нарушу договор с остальными беками огузов;
Я говорил, что истреблю тех из них, кто вновь появился на свет;
Я говорил, что (хоть) раз наемся досыта человеческого мяса;
Я говорил, что остальные беки огузов, собравшись, пойдут на меня;
Я говорил, что убегу, войду в пещеру, где готовят мне жаркое;
Я говорил, что буду пускать камни тяжелой машиной;
Я говорил, что камень опустится, попадет мне в голову и я умру.
Со светлым глазом, джигит, ты разлучил меня,
Со сладостной душой да разлучит всемогущий тебя!

Белобородых стариков я много заставлял плакать;
Должно быть, их белые бороды, их проклятие навлекли беду на тебя, мой глаз!
Седокудрых старух я много заставлял плакать;
Должно быть, слезы их глаз навлекли беду на тебя, мой глаз!
Я съел много джигитов с потемневшей кожей;
Должно быть, их джигитство навлекло беду на тебя, мой глаз!
Я съел много девочек с ручками, окрашенными хной;
Должно быть, их ручки навлекли беду на тебя, мой глаз!
Как я терплю боль в глазу сегодня,
Так всемогущий бог пусть не даст ни одному джигиту глаза сегодня!
Глаз мой, глаз мой единственный, глаз!

</poem>

Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы тәржемәһе

Ҡалҡынмаған еремдән торам, тинем,
Ҡалған уғыҙ бәктәренә (биргән) һүҙемде боҙам, тинем,
Яңынан тыуғанын ҡырам, тинем,
Бер мәл әҙәм итенә туям, тинем.
Ҡалған уғыҙ бәктәре үҙемә йыйылып килер, тинем,
Ҡасып Салахана ҡаяһына керәм, тинем
Ауыр һалмауырлап таштар атам, тинем,
Әйттем, таш башыма төшөп үләм, тинем.
Ала күҙҙән айырҙың, егет, мине!
Татлы йәндән айырһын тәҡдир һине!

Аҡ һаҡаллы ҡарттарҙы күп илаттым.
Аҡ һаҡаллы ҡарғышы тоттомо әллә, күҙем, һине?
Аҡ бөҙрәле ҡарсыҡтарҙы күп илаттым,
Күҙ йәштәре тоттомо әллә, күҙем, һине?
Ҡояшта ҡарайған егеттәрҙе күп ашаным,
Егетлектәре тоттомо әллә, күҙем, һине?
Ҡул-тырнағы ҡыналы ҡыҙҙарҙы күп ашаным,
Ҡарғышланыуҙары тоттомо әллә, күҙем, һине?
Әле бик һыҙланам мин күҙ сығыуҙан,
Һис егеткә бирмәһен тәҡдир тәңре күҙ юғыны!
Күҙем, күҙем, ай күҙем! Яңғыҙ күҙем!

Был һүҙҙәрҙән һуң Басаттың асыуы ҡабара, Түбәгүҙҙе тубыҡланырға мәжбүр итә һәм үҙенең үк ҡылысы менән башын өҙә саба. Шунан һуң Юклы Ҡоджа менән Янаглу Ҡоджаны уғыҙҙарҙан һөйөнсө һорарға йүгертә. Ә Ҡорҡот ата Басаттың ҡаһарманлығына дан йырлай[10][11].

Әзербайжан яҙыусыһы Анар Түбәгүҙ тураһындағы мифты үҙенең «Деде Коркут» тигән китабында файҙалана (1980 йылда баҫылған). Был китапта Түбәгүҙ — юлбаҫар һәм Азых мәмерйәһендә, «Ҡанлы тарлауыҡ» тигән ерҙә каруандарҙы талап йәшәй. Уғыҙҙарҙың бер хакимы Бейбур ебәргән каруан грек иленән ҡайтып килгәндә шул тарлауыҡ аша үтеп барған Түбәгүҙҙең күҙенә салынған. Теге сауҙагәрҙәрҙе тотоп, тауарҙарын тартып ала. Бер сауҙагәр генә ҡотола һәм Бейбурҙың улына хәбәр итә. Уныһы Түбәгүҙ мәмерйәһенә сабып бара ла алышҡа саҡыра. Алышҡанда Түбәгүҙҙең күҙен һуҡырайта, сауҙагәрҙәрҙе мәмерйәнән сығара. Түбәгүҙ асыуынан эзбизташ бағананы бәргеләй башлай һәм ул емерелеп килеп төшөп, шуның аҫтында ҡала[12]

Түбәгүҙ образы бик күп сәнғәт әһелдәренең иғтибарын йәлеп итә. Мәҫәлән, 1956 йылда әзербайжан рәссамы Микаил Абдуллаев «Китаби Деде Коркут» дастанына бер нисә иллюстрация эшләй. Улар араһында Түбәгүҙгә бағышланғандары ла бар.

Түбәгүҙ тураһында йәнһүрәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1988 йылуда «Азербайджантелефильм» студияһында ҡыҫҡа метрлы — «Басат — Түбәгүҙҙе еңеүсе» тигән йәнһүрәт төшөрөлә. Ҡорҡот ата ҡаһарман йәш егетте күреп, уға Басат исеме бирә. Тиҙҙән Басат һыңар күҙле Түбәгүҙ тигән алпамышты еңә. Был фильм өсөн режиссёр Вағиф Бейбутов 1991 йылда Әзербайжан Республикаһының Дәүләт премияһы менән бүләкләнә. Йәнһүрәткә музыканы Бабаев Рафиҡ Фарзи оғлы яҙған[13].

2003 йылуда «Азанфильм» студияһында режиссёр Ариф Маһеррамов «Басат һәм Түбәгүҙ» тигән йәнһүрәт төшөрә.Түбәгүҙҙең тауышын Әзербайжанд халыҡ артисы Яшар Нури яҙҙырған.

Башҡорт көнкүрешендә «түбәгүҙ» һүҙе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә лә әзербайжан телендәгенә мәғәнәһе буйынса тотошлайы менән тап килгән «түбә» һәм «күҙ» һүҙҙәренән яһалған ҡушамат бар. «Түбәгүҙ» ҡушаматы ҡайһы бер төбәктәрҙә генә осрай, көнкүрештә ҡулланыла, тик ул яуыз кешеләргә ҡарата түгел, ә алабарман, күҙ алдындағын күрмәгән иғтибарһыҙ кешеләргә төбәп әйтелә. «Күҙ түбәгә сығыу» тигән идиома иһә ғәҙәттән тыш аптырау, ғәжәпләнеү тигән мәғәнә бирә[14].

  • Төрки мифология
  1. Polat Kaya. Central Asian Turkish Yurt (Tepe Göz) (ингл.). www.polatkaya.net (20 март 2008). — «Internally a Yurt resembles the sky-dome (Tr. Gök-Yüzü). The circular opening at the top is an EYE, (Tr. "GÖZ") which is an emulation of the "Sun" where the light rays are represented with the physical wooden structure. This makes the Yurt a "Tepe Göz", a name that we find in Turkish "Oguz epic stories".». Дата обращения: 21 февраль 2015.
  2. Академик В. В. Бартольд называл его Бисат
  3. Gods, goddesses, and mythology / Edit. C. Scott Littleton. — Tarrytown, NY: Marshall Cavendish, 2005. — Vol. 1. — P. 356. — ISBN 0-761-47559-1, ISBN 978-0-761-47559-0. — Elements of the myth of Odysseus and Polyphemus can be found on the Norse tale of the hero Beowulf and the monster Grendel, the one-eyed monster Tapagoz from Azerbaijani myth, the northern European fairy story of Jack and the Beanstalk  (инг.)
  4. von Diez H. F. Denkwürdigkeiten von Asien in Künsten und Wissenschaften, Sitten, Gebräuchen und Alterthümern, Religion und Regierungsverfassung aus Handschriften und eigenen Erfahrungen. — Berlin und Halle: In Commission der Halleschen Waisenhaus-Buchhandlung, 1815. — Bd. II. — S. 417. — XII, 1080 S.
  5. Mundy C. S. Polyphemus and Tepegöz (инг.) // Bulletin of the School of Oriental and African Studies. — 1956. — Vol. 18. — № 2, June. — P. 279–302. — DOI:10.1017/S0041977X00106858
  6. Остроумов Н. В. Новые варианты сюжета о Полифеме. Киргизские рассказы // Этнографическое обозрение. — 1891 (год 3-й). — № 2, кн. IX. — С. 202—207, а — б.
  7. Лихо одноглазое: Сказка № 302. Записано в Нижнедевицком уезде Воронежской губ. Н. И. Второвым. // Народные русские сказки А. Н. Афанасьева: В 3 т. / Подгот. Л. Г. Бараг, Н. В. Новиков; Отв. ред. Э. В. Померанцева, К. В. Чистов.. — М.: Наука, 1985. — Т. 2. — С. 340—341. — 464 с. — (Литературные памятники).
  8. 8,0 8,1 Китаби-Дəдə Горгуд, 1988, с. 17
  9. Китаби-Дəдə Горгуд, 1988, с. 6
  10. пер. В. В. Бартольда. ПЕСНЬ О ТОМ, КАК БИСАТ УБИЛ ДЕПЕ-ГЭЗА // КНИГА ДЕДА КОРКУТА = КИТАБ-И ДЕДЕМ КОРКУТ. — М-Л. АН СССР, 1962.
  11. Эй мой хан, бой сообщает о том, как Басат убивает Тепегёза // Kitab-i Dedem Korkut = basaṯ depę gözi öldürdügi toyï (=boyï) beyān ėder ḫānum hey. — XVI век.
  12. Анар. ДЕДЕ КОРКУТ. — Москва: Детская литература, 1980.
  13. Фариза Бабаева. РАФИК БАБАЕВ - 70 // № 7 : журнал. — Jazz dünyası, 2006.
  14. Башҡорт теленең һүҙлеге. — Мәскәү, 1993. 1-се том, 361-се бит.