Тәбиғәттә һыу әйләнеше
Тәбиғәттә һыу әйләнеше (гидрологик циклы), һыу әйләнеше — ер биосфераһында һыуҙың циклик хәрәкәте процесы. Һыу парға әйләнеүҙән, һауа ағымдары буйынса пар ташыуҙан, уларҙың конденсацияһынан, яуым-төшөмдән (ямғыр, ҡар һ. б.) һәм йылғалар һәм башҡа һыу ағымдары менән һыу ташыуҙан тора. Һыу ҡоро ер һәм һыу объекттары өҫтөнән (йылғалар, күлдәр, һыуһаҡлағыстар һ.б.) парға әйләнә, әммә һыуҙың күп өлөшө океандар өҫтөнән парға әйләнә.[1] Һыу циклы гидросфераның бөтә өлөштәрен берләштерә.[2]
Асыу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыу әйләнеше тураһында тәүге фекерҙәр Ҡытайҙа, һуңынан Һиндостанда барлыҡҡа килә, унда ямғыр үләгестәр — яуым-төшөмдөң күләмен билдәләү өсөн ҡулайламалар ҡулланыла башлай, йәғни яуым-төшөм менән йылғалар ағымы араһында бәйләнеш булыуын асыҡлайҙар. Боронғо Грецияла, Боронғо Мысырҙа һәм Яҡын Көнсығышта был бәйләнеш булыуын билдәләп булмай, сөнки Нилды туҡландырған ямғырҙар, мәҫәлән, Нилдың үрге ағымында яуа, ә һыу ҡоролоҡло түбәнге ағымында — Боронғо Мысырҙа ҡулланылған. Яҡын Көнсығышта шулай уҡ Тигр һәм Евфрат йылғалары тауҙарҙа ирегән ҡар һыуынан барлыҡҡа килгән. Грецияла карст бушлыҡтары киң таралған, шуға күрә Аристотель (беҙҙең эраға тиклем 384—322 йылдар) йылғалар ер аҫты бушлыҡтарында барлыҡҡа килә тип иҫәпләгән.
Европала һыу әйләнешә 500 йыл элек кенә өйрәнелә башлай, һәм был мәсьәлә буйынса тәүге фекерҙәрҙе Леонардо да Винчи әйтә (1452—1519). Үҙенең ҡайһы бер яҙмаларында һыу циклы тураһындағы хәҙерге фәнни фекерҙәргә тап килгән фекерҙәр әйтә. Ул Альп тауҙарында һыу ятҡылыҡтарын барлыҡҡа килтереүсе һыу үткәреүсе геологик тау тоҡомдарының мөһимлеген күрһәтә, ер аҫты һыуҙарының нисек тулыланыуын һәм уйһыу шишмәләрҙең һыу менән туҡланыуын аңлата. Башҡа ғалимдар уның идеяһын күпкә киңәйтә, әммә был хәл күпкә һуңыраҡ була. Циклды тулыраҡ аңлау 1580 йылда Францияла Бернард Палисси баҫтырып сығарған китапта яҙылған. Ул тәүге тапҡыр яуым-төшөмдө йылғалар өсөн төп ҡеүәтле сығанаҡ тип күрһәтә.
Һыу циклы тәғлимәтенә нигеҙ һалыусы булып француз П. Перро (1611—1680) тора, ул Луврҙы — Париждағы король һарайын һыу менән тәьмин итеүҙе төҙөүсе булараҡ билдәле. Күпкә һуңыраҡ Чарльз Дарвиндың олатаһы Эразм Дарвин (1731—1802) һыу циклы механизмын аңлата һәм яуым-төшөмдөң йылғаларҙа һыу ағыуын тәьмин итеүен һәм дымдың бер өлөшө диңгеҙҙән ергә төшөүен иҫбатлай. Тәбиғәттә бөйөк һыу циклының асылын һәм әһәмиәтен беренсе тапҡыр билдәле инглиз астрономы Эдмунд Галлей (1656—1742) аңлай һәм уға «Бөйөк тәбиғәт күренеше» исемен бирә. Ул беренсе булып океан өҫтөнән парға әйләнеү миҡдарын иҫәпләп сығара.
Библияла бер нисә мең йыл элек тәбиғәттә һыу циклының ғәжәп ябай тасуирламаһы яҙылған: «Ул һыу тамсыларын йыя; мул ямғыр һыуҙары булып аға: болоттарҙан тамсылап, кешеләргә мул итеп ҡоя» (Иов 36:27, 28. Синодаль тәржемә).
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер шарының дүрттән өс өлөшө һыу менән ҡапланған. Ерҙең һыу ҡабығы гидросфера тип атала. Уның күп өлөшө (97 %) — диңгеҙҙәрҙең һәм океандарҙың тоҙло һыуы, ә бәләкәй өлөшө — күлдәрҙең, йылғаларҙың, боҙлоҡтарҙың, ер аҫты һыуҙарының һәм һыу парының сөсө һыуҙары. Циклға бөтә һыуҙың 1 проценттан кәмерәк өлөшө ҡатнаша, ҡалғандарының күбеһе боҙ һәм ҡар рәүешендә һаҡлана. Ер өҫтөнә яуған яуым-төшөмдөң дөйөм күләме яҡынса парға әйләнеүгә тиң — 519 мең км3.[3] Ҡоро ер өҫтөнән парға әйләнеп океанға сығарылған һауа массаларын миҡдары күп түгел.[4]
Ер йөҙөндә һыу өс агрегат хәлдә бар: шыйыҡ, ҡаты һәм газ. Һыуһыҙ организмдар булыуы мөмкин түгел. Барлыҡ организмдарҙа ла һыу химик реакциялар барлыҡҡа килгән мөхит, шунһыҙ организмдар йәшәй алмай. Һыу — тере организмдар өсөн иң ҡиммәтле һәм иң кәрәкле матдә.
Парға әйләнеү процессы, атмосферала һыу пары хәрәкәте, атмосферала конденсацияланыу, яуым-төшөм, атмосфера һәм ер өҫтө араһында даими дым алмашыу процессы — тәбиғәттә һыу әйләнеше тип атала. Яуым-төшөм өлөшләтә парға әйләнә, өлөшләтә ваҡытлыса һәм даими һыуһаҡлағыстар барлыҡҡа килтерә, өлөшләтә ергә һибелә һәм ер аҫты һыуҙарын барлыҡҡа килтерә.[5]
Һыу циклы ҡояш радиауияһы һәм гравитация йоғонтоһонда бара.[6] Ҡояш океандарҙа һәм диңгеҙҙәрҙә һыуҙы йылыта, һыу парға әйләнә. Ҡоро ерҙә параллель процесс бара: Ерҙең Ҡояш йылытҡан яғында һыу парға әйләнә һәм үҫемлектәр пар бүлеп сығара.
Адвекция процесында һыу пары һауа массалары менән түбән температуралы зонаға эләккәнсе, хәрәкәт итә. Был болоттарҙа дым ҡуйырыуға килтерә. Болоттар һауала хәрәкәт итеүен дауам итә, шул уҡ ваҡытта ҡуйыртылған парҙа һыу тамсылары берләшеп, ҙураялар. Һөҙөмтәлә һыу ҡоро ер йәки океан өҫтөнә яуым-төшөм булып төшә.
Океан өҫтөндә һыу күберәк парға әйләнә, яуым-төшөм әҙерәк була, ҡоро ер өҫтәндә киреһенсә — һыу әҙерәк парға әйләнә, яуым-төшөм күберәк була.
Ҡайһы саҡта яуым-төшөм ҡар йәки боҙ-борсаҡ, ҡар менән ямғыр рәүешендә яуа, тауҙарҙың боҙ башлыҡтарында һәм боҙлоҡтарҙа йыйыла, улар туңған һыу хәлендә айҙар буйы, хатта тиҫтәләрсә мең йылға тиклем һаҡлана. Әммә хатта был формала ла сублимация (ҡаты матдәнең парға әйләнеүе) процессы арғыһында атмосфера менән бер аҙ боҙ алмашыу һаҡлана. Әгәр боҙлоҡтарҙа температура күтәрелһә, боҙлоҡ ирей башлай, һыу был сығанаҡтарҙан һыу ағып сыға.
Һыуҙың күп өлөшө атмосферанан ямғыр рәүешендә ергә әйләнеп ҡайта. Яуым-төшөмдөң бер өлөшө тупраҡҡа барып етмәйенсә үҫемлектәрҙең япраҡтары менән тотҡарлана. Ҡоро ергә төшкән һыу йылғаларға ҡушыла, йылғалар океанға барып ҡушыла.
Һыуҙың бер өлөшө ергә тәрән үтеп инә һәм инфильтрация (ергә һеңеү) һөҙөмтәһендә ер аҫты һыу ятҡылыҡтарын тулыландыра, шулай итеп ер аҫтында сөсө һыу ятҡылыҡтары барлыҡҡа килә. Ер аҫтында, шулай уҡ ер өҫтөндә һыу массаларының хәрәкәте күҙәтелә, йәғи һыу ятҡылығы урынын үҙгәртә. Ер аҫты һыуҙары һыуҙы шишмәләр һәм артезиан скважиналарынан ер өҫтөнә сыға. Ергә һеңгән, һыу ҡатламына барып етмәгән дым ер өҫтөндәге һыу объектарына һәм океандарға еләгә
Тупраҡтағы дымдың бер өлөшөн үҫемлектәр һурып ала.
Шулай итеп, һыу әйләнеше процессында һык йәнә океанға әйләнеп ҡайта.
Һыу әйләнеше төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәбиғәттә һыу әйләнешенең ике төрө бар[5]:
- Ҙур цикл — һыу пары конденсациялары, ҡоро ерҙә яуым-төшөм рәүешендә төшә һәм өс төп йүнәлештә бүленә: бер өлөшө ер өҫтө ағымына китә; икенсе өлөшө ергә һибелә (ер аҫты ағымы), ә өсөнсө өлөшө йәнә атмосфераға парға әйләнә.[7].
- Кесе (океан) әйләнеше — ҡоро ер йәки океан өҫтөндә парға әйләнгән һыу, яуым-төшөм рәүешендә йәнә океанға төшә[7].
Бынан тыш, урындағы, йәки эске цикл бар, унда ҡоро ер өҫтөнәндә парға әйләнгән һыу яуым-төшөм булып ҡоро ергә төшә.[8] Ябыҡ тау-ара соҡор ерҙәргә эске һыу циклы хас.[9] Һуңынан бары-бер һыу донья океанына барып ҡушылаю
Миҡдар күрһәткестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Календарь йыл эсендә планета өҫтөндә яҡынса 577 000 км² яуым-төшөм яуа, яуған һыу ҡатламының уртаса бейеклеге 1130 мм тәшкил итә. Уларҙың 119 000 км² ҡоро ер өҫтөнә яуа, был һыу ҡатламының уртаса бейеклеге 800 мм, ә 458 000 км² донъя океандары өҫтөнә төшә, һыу ҡатламы бейеклеге 1270 мм. Проценттарҙа һандар океандар яуым-төшөмдөң 79 процентын ала тигәнде аңлата, океандар Ер майҙанының 71 процентын биләй. Шулай итеп, ҡоро ергә төшкән яуым-төшөм күләме 21 %-ҡа тиң. Ике поляр башлыҡ та яуым-төшөмдөң ни бары 4 процентын ғына ала, уларҙың дөйөм суммаһының яртыһы тиерлек экваторҙан 20° төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ± киңлектәр араһында бүленә. Океандарға төшкән йылға ағымының ҡиммәте 47 000 км² тәшкил итә, был уларҙың кимәлен 130 мм-ға арттырырға мөмкинлек бирә. Йылғаларҙың өлөшөн дә иҫәпкә алғанда, океан өҫтөнән йылына яҡынса 1400 мм һыу парға әйләнә.[10]
Тиҙлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхит | Ул ваҡытта яңыртыу |
---|---|
Океан | 3200 йыл |
Боҙлоҡ | 5 йылдан 10 йылға тиклем |
Ҡышҡы ҡар ҡатламы | 2—6 ай |
Тупраҡ өҫтәндә | 1—2 ай |
Грунт һыуҙары: ташҡын ваҡытында | 100 йылдан 200 йылға тиклем |
Грунт һыуҙары: тәрән ҡатламдарҙа | 10 000 йыл |
Күл | 15—17 йыл |
Йылға | 17—19 көн |
Атмосфера | 10 көн |
Һыуҙың күсеү тиҙлеге киңлеккә ҡарап, сығым һәм яңырыу ваҡытына ҡарап төрлөсә. Бер нисә сәғәттән алып бер нисә тиҫтә мең йылға тиклем булыуы мөмкин. Океандарҙан, диңгеҙҙәрҙән һәм ҡоро ер өҫтөнән һыуҙың парға әйләнеү арҡаһында барлыҡҡа килгән болот рәүешендәге атмосфера дымлылығы уртаса һигеҙ көн эсендә яңыра.
Тере организмдарҙы булған һыу бер нисә сәғәт эсендә яңыртыла. Был һыу алмашыуҙың иң әүҙем формаһы. Тау боҙлоҡтарында һыу запастарын яңыртыу осоро — яҡынса 1600 йыл, поляр киңлектәр боҙлоҡтарында — яҡынса 9700 йыл.
Донъя океанының һыуы яҡынса 2700 йыл эсендә бер әйләнеш яһай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Круговорот воды // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Круговорот воды // География. Современная иллюстрированная энциклопедия. — М.: Росмэн. Под редакцией проф. А. П. Горкина.
- ↑ Круговорот воды // Экологический энциклопедический словарь. — Кишинев: Главная редакция Молдавской советской энциклопедии. И. И. Дедю. 1989.
- ↑ Круговорот воды // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 5,0 5,1 Круговорот воды // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Круговорот воды // География. Современная иллюстрированная энциклопедия. — М.: Росмэн. Под редакцией проф. А. П. Горкина.
- ↑ 7,0 7,1 Круговорот воды // Экологический энциклопедический словарь. — Кишинев: Главная редакция Молдавской советской энциклопедии. И. И. Дедю. 1989.
- ↑ Круговорот воды (влагооборот) в природе // Геологический словарь: в 2-х томах. — М.: Недра. Под редакцией К. Н. Паффенгольца и др.. 1978.
- ↑ Круговорот воды // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ С. П. Хромов, М. А. Петросянц. Водный баланс на Земном шаре // Метеорология и климатология. — 5-е. — М. : МГУ, 2001. — С. 323—324. — 528 с. — ББК 26.23. — УДК 551.5(G). — ISBN 5-211-04499-1.