Тажетдинов Тәлғәт Сафа улы
Тажетдинов Тәлғәт Сафа улы | |
татар. Тәлгать Сафа улы Таҗетдинев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 12 октябрь 1948 (76 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡазан, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | мөфтөй, йәмғиәт эшмәкәре |
Биләгән вазифаһы | Верховный муфтий[d] |
Уҡыу йорто |
Медресе Мири Араб[d] Әл-Әзһәр университеты |
Принадлежит к | Рәсәй Үҙәк диниә назараты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мәзһәб | Хәнәфи мәҙһәб |
Тажетдинов Тәлғәт Сафа улы Викимилектә |
Тәлғәт Тажетдин (татар. Тәлгать Таҗетдин, Тажетдинов Тәлғәт Сафа улы, татар. Тәлгать Сафа улы Таҗетдинев; 12 октябрь 1948 йыл, Ҡаҙан) — Рәсәй һәм совет дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәлғәт Сафа улы 1948 йылдың 12 октябрендә Ҡаҙанда татар ғаиләһендә тыуған.[1] Атаһы — йөк машинаһы йөрөтөүсе, әсәһе заводта эшләгән.
1966 йылда Бохара ҡалаһындағы «Ғәрәп Донъяһы» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Бында юғары дини белем ала, 1973 йылда бишлегә тамамлай.
1978 йылда Ҡаһирәлә әл-Азхар ислам университетында белем ала. Ҡазандың "Әл-Мәржәни мәсете"ндә 1973 йылда — икенсе, 1978 йылда беренсе имам-хатиб итеп һайлана.
1980 йылдың 19 июнендә СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назаратының рәйесе һәм мөфтөйө итеп һайлана.
1990 йылдың майында СССР мосолмандары дини идаралыҡтары башлыҡтары (1991 йылға тиклем улар 4) кәңәшмәһендә СССР-ҙың мосолман ойошмаларының Халыҡ-ара бәйләнештәр идаралығы (1991 йылдан Мосолман ойошмаларының тышҡы бәйләнештәре ассоциацияһы) рәйесе итеп һайлана, әлеге көнгә тиклем уның рәйесе булып тора.
1990 йылдың 6-8 июнендә Өфө ҡалаһында үткән СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының V съезында яңынан СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назаратының рәйесе һәм мөфтөйө итеп һайлана.
1992 йылда Рәсәй мосолмандарының VI ғәҙәттән тыш съезында СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назараты структураһын Рәсәй һәм БДБ-ның Европа илдәре мосолмандары Үҙәк Диниә назараты тип үҙгәртеп ҡороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Эре төбәктәрҙең дин үҙәктәре (мухтасибаттар) мосолмандарҙың диниә назараты тип үҙгәртелә (әлеге ваҡытта илленән ашыу мөфтиәт) һәм Юғары мөфтөй дәрәжәһе индерелә, ул Тәлғәт Тажетдинға бирелә.
Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы дини берләшмәләр менән үҙ-ара бәйләнеш буйынса Совет ағзаһы, Рәсәй дин-ара совет Президиумы ағзаһы, БДБ дин-ара советы Президиумы ағзаһы, БДБ илдәре мосолмандарының Консультатив советы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы Милли хәрби фондының попечителлек советы ағзаһы булып тора.
2003 йылдың март айында диниә назаратының Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратын Изге Рәсәй ислам Үҙәк Диниә назараты тип үҙгәртергә тәҡдим итә, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә католик епархиялар ойоштороуға ҡаршы сығыш яһай, «…Рәсәйҙә күп быуаттар инде традицион конфессияларҙың берҙәм дини арауығы бар: православие, ислам, иудаизм һәм буддизм, шуға күрә, башҡа дини лидерҙарҙы (уларға папа ла инә) саҡырғанда, беҙ мотлаҡ конфессиялар араһындағы мөнәсәбәттәрҙә бәхәсле мәлдәрҙе иҫәпкә алырға һәм беҙҙең илдең православие динендәге һәм мосолмандары араһындағы йылы мөнәсәбәттәр тураһында иҫтә тотрға тейешбеҙ» тип белдерә.
2013 йылдың октябрендә Өфө ҡалаһында Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдинға 65 йәш һәм император Екатерина II Указы менән 1788 йылда нигеҙ һалынған һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты вариҫы булып торған "Ырымбур мосолман дини йыйылышы"ның 225 йыллығына арналған тантана үтә. Унда донъяның 33 иленән 500-ҙән ашыу ҡунаҡ һәм Рәсәй Федерацияһының 40-тан ашыу субъектынан делегаттар ҡатнаша. Байрам тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡатнашыуы үҙәк ваҡиға булып тора. Тантаналы сара сиктәрендә Дәүләт башлығының Тәлғәт Тажетдин менән осрашыуы үтә.
1989 йылдан башлап Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин йыл һайын Болғар ҡалаһына (Татарстан Республикаһының Спас районы) — "Изге Болғар Шокер Джиена (Болғарҙағы Изге рәхмәт соборы"на) хаж ҡылыу сәфәрен ойоштороусы. Сара хәҙерге заман татарҙарының ата-бабалары, Волга буйы болғарҙары һәм 922 йылда Болғар ҡалаһында Алмуш хан тарафынан ислам динен ҡабул итеү йыллығына арнала. Собор ваҡыт үтеү менән Рәсәй сиктәренән сыға һәм халыҡ-ара масштаб ала. Мәҫәлән, Булғар Соборы-2015-тә 20-нән ашыу илдән 50 мең самаһы мосолман була.
Тәлғәт Тажетдин хәҙерге ваҡытта ЮНЕСКО-ла, Ислам конференцияһы ойошмаһында, Мосолмандарҙың Европа лигаһында һәм башҡа эре халыҡ-ара ойошмаларҙа Рәсәй Федерацияһы мосолмандарының рәсми вәкиле булып тора.
Юғары Мөфтөй Тәлғәт Тажетдин татар халҡының болғарҙарҙан килеп сығышы тураһында фекерҙе яҡлай, һәм татарҙарға үҙҙәренең тарихи үҙаңын — болғарҙар (иҙел болғарҙары) ҡайтарыу кәрәклеге хаҡында күп тапҡыр белдерә. Ул бындай белдереү менән киң мәғлүмәт сараларында, телевидениела, интернетта һәм шәхси сығыш яһай.
Мәҫәлән, 2001 йылда Софияла (Болгария Республикаһы) халыҡ-ара конференцияла былай тип белдерә: «Беҙҙе былай ҙа татарҙар тип үсекләйҙәр, ысынында беҙ болгарҙар… Ә болғарҙар — булғарҙарҙың яҡын туғандары. Тик берәүҙәре Волгала ҡалған, ә башҡалары артабан, Дунайға киткән һәм славяндар менән аралашҡан». Был белдереү үҙәк болғар республика телевидениеһы аша күрһәтелә һәм урындағы гәзиттәрҙә баҫылып сыға. Мәғлүмәт Рәсәй киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыла, мәҫәлән. «Российская газета», 03.10.2001
2015 йылдың 24 декабрендә Тәлғәт Тажетдин үҙенең урынына Татарстан мөфтөйө Сәмиғуллин Камилды тәғәйенләп, үҙ посынан китергә ниәтләүен белдерә. Был хаҡта ул Болгарҙа, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (Мәүлит ән-Нәби) тыуған көнөнә арналған тантаналы саралар ваҡытында журналистарға һөйләй[2]. Әммә 2016 йылдың 20 февралендә Өфөлә мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты президиумының киңәйтелгән ултырышында, К. Сәмиғуллиндың баш тартыуы менән бәйле, уны Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө вазифаһына тәғәйенләү тураһында фарман-ҡарар юҡҡа сығарыла. Шулай итеп, Т. Тажетдин үҙенең вазифаһында ҡала[3].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ике ул һәм өс ҡыҙы бар:
- Ҡатыны Сания Әбдерәүеф ҡыҙы (Сания Абдрауфовна), уның менән 50 йылдай йәшәй. Ул шулай уҡ Ҡаҙанда тыуып үҫкән, уның атаһы Ҡаҙанда Әзим мәсетенең имам-хатибы булып хеҙмәт иткән.
- Иң өлкән ҡыҙҙары Нәилә (1969 йылда тыуған) ире һәм биш балаһы менән Өфөлә йәшәй.
- Ҡыҙы Зөлфиә (1970 йылда тыуған), шулай уҡ ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, ире менән өс бала үҫтерәләр. Кейәүҙәре Наил банк системаһында эшләй.
- Улы Зөфәр (1972 йылда тыуған) урта мәктәптән һуң Өфө мәҙрәсәһен тамамлай, Төркиәлә уҡый. Мосолмандарҙың Үҙәк Диниә назараты типографияһы директоры булып эшләй.
- Улы Мөхәммәт (1976 йылда тыуған) урта мәктәпте тамамлағандан һуң Кувейтта уҡый. Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты хакимиәте етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының республика диниә назараты башлығы, ғәрәп телен белә.
- Улы Ғүмәр (1979 йылда тыуған) урта мәктәпте тамамлағандан һуң Төркиәлә уҡый.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- III дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» ордены (29 апрель 2019 йыл) — рухи мәҙәниәт үҫешенә, йәмғиәттә милләт-ара һәм конфессия-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡты нығытыуға индергән ҙур өлөшө өсөн
- IV дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» ордены (19 октябрь 2013 йыл) — өлгәшкән хеҙмәт уңыштары, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн
- Почет ордены (12 октябрь 2008 йыл) — халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыуға һәм рухи мәҙәниәт үҫешенә индергән хеҙмәттәре өсөн[4]
- Дуҫлыҡ Ордены (21 сентябрь 1998 йыл) — халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн[5].
Рәсәй Федерацияһы субъекттары наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салауат Юлаев ордены (2020 йыл, Башҡортостан)[6]
- «Марий Эл алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2019 йыл, Марий Эл Республикаһы)
- Татарстан Республикаһының «Дуҫлык» ордены (2018 йыл, Татарстан Республикаһы)
- «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2018 йыл, Башҡортостан Республикаһы)
- I дәрәжә «Намыҫ һәм Дан» отличие билдәһе (2017 йыл, Астрахан өлкәһе)
- «Астрахан өлкәһе алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙал ордены (2016 йыл, Астрахан өлкәһе)
- Киров өлкәһе Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (2013 йыл, Киров өлкәһе)
- «Силәбе өлкәһе алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» отличие билдәһе (2010 йыл, Силәбе өлкәһе)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (2008 йыл, Башҡортостан)[7].
- Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (1998 йыл, Башҡортостан)
Конфессиональ бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- I дәрәжә Намыҫ һәм Дан ордены (2018 йылда, Рус православие сиркәүе)
- «Әл-'Иззат» ордены «Әбүбәкер радыяЛЛаһу' анһу» дәрәжәһе (23 октябрь 2018, Диниә назараты)[8]
- II дәрәжә Намыҫ һәм Дан ордены (РПЦ, 13 октябрь 2013 йыл) — дин-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡты нығытыу буйынса эштәргә иғтибары өсөн[9]. Урыҫ православие сиркәүе
- II дәрәжә Орден святого благоверного князя Даниила Московского (РПЦ, 2008 йыл) — конфессия-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡты нығытҡаны өсөн[10].
Башҡа наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Рәсәй енәйәт-башҡарма системаһына 140 йыл» юбилей миҙалы (2019 йыл, Рәсәй УФСИН)
- «Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенең 100 йыллығы» юбилей миҙалы (2019 йыл, Башкоростан Республикаһы)
- «Законлылыҡты нығытыуға индергән айырым өлөшө өсөн» Почет билдәһе (Дәүләт Йыйылышы-Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы, 2018 йыл)
- I дәрәжә «Хеҙмәт батырлығы» Почет билдәһе, Геройҙарҙың, Дәүләт наградалары һәм «Рәсәй хеҙмәт батырлығы» Дәүләт премияһы лауреаттарының Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы (2017 йыл)
- Хабаровск крайының Почетлы билдәһе (2016 йыл)
- Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Почет грамотаһы (2014 йыл)
- «Иман һәм Тоғролоҡ» ордены, Андрей Первозванный Халыҡ-ара премияһы лауреаты (Андрей Первозванный Фонды, 13 декабрь 2013 йыл) — Рәсәйҙәге дин-ара татыулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн.
- «Бөтә халыҡ батырлығы юбилейы. 1613—2013» Император миҙалы (2013 йыл)
- «Эске эштәр министрлығына ярҙамы өсөн» түш билдәһе. Рәсәй эске эштәр Министры Рәшит Нургалеев бойороғо менән (2010 йыл)
- «Тыныслыҡ һәм хәйриә эшмәкәрлеге өсөн» алтын миҙалы. Рәсәй Федерацияһы Президенты бойороғо менән (2007 йыл).
- «Рәсәйҙе үҙебеҙҙең эшебеҙ менән ҙурлайбыҙ» Минин һәм Пожарский ордены (2004 йыл)
- «Енәйәт-башҡарыу системаһын нығытҡан өсөн» көмөш миҙалы Рәсәй юстиция министры бойороғо (2002 йыл)
- Урыҫ биография институты тарафынан дин-ара бәйләнештәрҙе нығытҡаны һәм тыныслыҡ урынлаштырыу эшмәкәрлеге өсөн «Дин» (2001 йыл) номинацияһында «Йыл кешеһе-2001» булараҡ номинацияланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ТАЛГАТ ТАДЖУТДИН
- ↑ Верховный муфтий России Талгат Таджуддин заявил о намерении покинуть свой пост // ВЛАСТЬ | новости башинформ.рф . www.bashinform.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2015.
- ↑ Талгат Таджуддин остается на посту верховного муфтия России по решению президиума ЦДУМ // ТАСС, 20.02.2016
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 12 октября 2008 года № 1456 «О награждении орденом Почёта Таджуддинова Т. С.»(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21 сентября 1998 года № 1122 «О награждении орденом Дружбы Таджуддинова Т. С.»
- ↑ Глава ЦДУМ России Талгат Таджуддин отмечает свое 40-летие на посту Верховного муфтия. ИА «Башинформ», 2020, 19 июня (Тикшерелеү көнө: 19 июнь 2020)
- ↑ Верное дело. Правительство республики пообещало поддержку духовным лидерам традиционных конфессий
- ↑ Орден «Аль-’Иззат» («Слава, честь и достоинство») ЦДУМ России
- ↑ Предстоятель Русской Церкви возглавил церемонию открытия XVII Всемирного русского народного собора
- ↑ Глава Центрального духовного управления мусульман России Талгат церковным орденом св. князя Даниила Московского, II степени
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тажетдинов Тәлғәт Сафа улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2021)
- Таджуддин Талгат. 2019 йыл 31 май архивланған. Сайт «Мир религий»
- YouTube сайтында Выступление Т. Таджуддина на 4-м Всемирном курултае башкир
- 12 октябрҙә тыуғандар
- 1948 йылда тыуғандар
- Ҡазанда тыуғандар
- Әл-Әзһәр университетын тамамлаусылар
- Почёт ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) кавалерҙары
- РПЦ «Дан һәм Намыҫ» орденының кавалерҙары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары