Эстәлеккә күсергә

Яңы Себер утрауҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Төньяҡ Себер утрауҙары битенән йүнәлтелде)
Яңы Себер утрауҙары
саха Саҥа Сибиир арыылара
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Яҡут Республикаһы
Сәғәт бүлкәте UTC+11:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Төньяҡ Боҙло океан
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 426 метр
Асыу датаһы 1712
Майҙан 29 900 км²
Урынлашыу картаһы
Подробная карта
Карта
 Яңы Себер утрауҙары Викимилектә

Яңы Себер утрауҙары (саха Саҥа Сибиир арыылара) — Рәсәй архипелагы. Төньяҡ Боҙло океанда Лаптевтар диңгеҙе менән Көнсығыш Себер диңгеҙе араһында ята. Административ яҡтан Саха Республикаһы Булун улусына ҡарай. Майҙаны 38,4 мең км²[1]. Яңы Себер утрауҙары «Усть-Ленск» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына инә.

Архипелаг өс төркөмдән тора: Ляховск утрауҙары, Анжи утрауы һәм Де-Лонг утрауҙары.

Филипп Вандермаелен. «Рәсәй картаһында Азия өлөшө № 4». Амстердам, 1820 йыл тирәһе. Литография, акварелдәр. Бунге ере әле асылмаған булған. Шуға Фаддеевский һәм Котельный утрауҙары айырым һүрәтләнә.

1646 йылда М. В. Стадухин яҡут воеводаһы Василий Пушкинға ҙур бер утрау асыуҙары тураһында хәбәр ебәрә. Казактар башта Индигирка һәм Колыма йылғаларының тамағына ҡаршы урынлашҡан был утрауҙы һәм Новосибирск архипелагын өлөшө тип һанайым һәм был Яңы Ер архипелагының бер өлөшө тип уйлай.

Утрау тураһында дөрөҫ мәғлүмәтте беренсе башлап XVIII быуатта казак Яков Пермяков хәбәр итә. Ул Лена йылғаһы тамағынан Колымаға килә. 1712 йылда ул Меркурий Вагин етәкселегендәге казак отряды составында Ҙур Ляховский утрауына килеп төшә. Унан һуң Яков Пермяков һәм Вагин Меркурий санала Святой Нос (Изге Танау) ҡаршыһында диңгеҙҙә ятҡан утрауға китә. Был Яңы Себер архипелагының иң көньяҡ утрауы — Беренсе Ляховский була. Унда Беренсе Ляховскийҙан төньяҡтараҡ тағын бер утрау барлығын күрәләр. Утрауҙа болан, бүре, аҡ төлкө барлығын аңғаралар. Был турала беренсе походта ҡатнашҡан Алексей Дементьев һөйләп ҡалдыра.

XVIII быуаттың Себер буйынса тарихсыһы Г. Спасскийҙың мәғлүмәттәрендә был утрауҙарҙа Иван Бахов һәм Никита Шалауров мамонт һөйәктәре ятҡылыҡтарын табыуы тураһында әйтелә.

1761 йылдың йәйендә Никита Шалауров Яна йылғаһынан Колымаға йөҙөп килә. Святой Ностан төньяҡҡа ҡарай, 72° 33 -се киңлек һәм 148° оҙонлоҡта ҙур ер күрә. Был мәғлүмәт «Вера, Надежда, Любовь» экпедиция судноһының судовой журналында яҙып ҡуйылған. картаһы. Шалауров. Тимәк, Шалауров беренсе булып Ляховский утрауҙарын асыусы булған, көньяҡ иң тәүге карталарҙы улар һыҙаттар һалынды, Адмиралтейство -коллегия һәм Сенатҡа беренсе булып катра һыҙмаларын тапшырған.

Был асыҡ дәлил булып ҡарамаҫтан, рәсми рәүештә утрауҙары 1770 йылда сауҙагәр Иван Ляхов тапҡан тип ҡабул ителгән.

Ул Төньяҡ боҙло океандың яр буйында ҡырағай боландар көтөүен күрә. Боҙҙар буйлап уларға эйәреп барып, билдәһеҙ утрауға барып сыға. Ә унан 20 саҡрымдай ары икенсе утрау күренә һәм боландар артабан шунда китеүен дауам итә. Был яңы ерҙә Ляхов бик күп мамонт тештәрен һәм аө төлкөләрҙе күрә.

Үҙ асыштары тураһында Санкт-Петербургҡа хәбәр итеп, утрауҙарҙа үҙе генә кәсеп итергә (монополия) рөхсәт һорай. Екатерина II-нең указы менән уға был хоҡуҡ бирелә. Өҫтәүенә,императорица утрауҙарға Ляховский исемен бирергә тип бойора.

1773 йылдаИван Ляхов яңынан архипелагҡа килә. Болан эҙҙәре буйынса өсөнсө утрауҙы — Котельныйҙы(Ҡаҙанлыҡ) барып таба . Унда элек булып киткән ергиҙәрҙәрең эҙҙәрен таба: йәшел баҡырҙан эшләнгән ҡаҙан, ниндәйҙер ағастан карап һәм утын ҡалдыҡтары була.

Ляхов архипелагта аҡ төлкөгә һунар ойоштора. Мамонт һөйәктәре менән һатыу итә башлай. Кесе һәм Оло ҡышлаҡ урындары булдыра.

1775 1777, 1778 йылдарҙа кәсеп ойоштороуға бәйле, утрауҙағы мөлкәткә дәүләт теркәүе үткәрелә.

1800 йылда Яков Санников, сауҙагәрҙәр династияһы Сыроватскийҙар ҡушыуы буйынса әҙ билдәле утрауға килә. Ул таулы бәләкәй утрауҙы 1697 йылда бояр улы Максим Мухоплев Мухоплев асҡан һәм Столбовой тип исем биргән була. Санников ваҡытында унда иҫтәлекле билдә:Лена йылғаһы тамағынан Индигирка һәм Колымаға йөҙгәндә һуғылыусы диңгеҙселәр ҡуйған урыҫ тәреһе тора

Яков 1805 йылда Яков Санников Фаддеевский , ә киләһе йылына — Яңы Себер утрауҙарын аса . Баш ҡалала был хаҡта белгәс, был районда, бәлки, Төньяҡ Америка яғына һуҙылған оло ер ҙә барҙыр тип фараз итәләр.

Һөҙөмтәлә хөкүмәт ҡарары менән был райондарға экспедицияға ебәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Шндай тәүге экспедицияны белеме буйынса зоолог Матвей Геденштроме етәкләй. Ул Тобольскийҙа коллеж регистраторы булып хеҙмәт иткән була. 1808—1810 йылдарҙа экспедиция Яков Санников ярҙамында архипелагҡа теркәү үткәрә.

1811 йылда Яков Санников утрауҙа төньяҡ-көнсығыш Азия үҙләштерелә башлағас нигеҙләгән урыҫ сәнәғәтсеһенән ҡалған туҡталыш урынын таба. XVII быуатта уҡ урыҫтар Яңы Себер утрауҙарында булыуы тураһында Котельный утрауындағы тәреле ҡәбер шаһитлыҡ биреп тора. Унда рус телендә яҙыу ҙа беркетелгән була. Артабан Геденштромдың архипелагтағы эштәрен геодезист П.Пшеницын дауам итә.

1820 йылда флот лейтенанты Петр Федорович етәкселегендәге экспедиция яр буйҙары буйлап маршрут иҫәпләүҙәре үткәреп үткәрә һәм утрауҙарың аныҡ карталарын төҙөй. Шулай уҡ,Санников Яков күргән утрауҙы табырға тырышып ҡарай.

1879—1880 йылдарҙа архипелагҡа «Жаннетта» шхунаһында Делонг Джордж етәкселегендәге америка поляр экспедицияһы килә. Улар Жаннетта һәм Генриетта утрауҙарын аса.

1886 йылда Эдуард Толль Ляховский утрауҙарын өйрәнә. Артабан, доктор Бунге менән берлектә , Котельный утрау урап, Санников асҡан ерҙәрен күҙем тип раҫлай. 1898 йылда Толль, Император Фәндәр Академияһы һәм батша хөкүмәте булышлығында Санников Ерен эҙләргә экспедиция эҙерләргә тәҡдим керетә. 1900 йылдың 8 июнендә Санкт-Петербургтан махсус йыһазландырылған "Заря"шхунаһы юлға сыға.

Ляховский экспедицияһы юлына боҙ һәм бащҡа ҡаршылыҡтар осрамай ғына Котельный утрауының төньяҡ осона тиклем етә.Толль Беннет утрауына барырға ҡарар ҡабул итә. Әммә ҡуйы томанға, боҙҙарға осрау сәбәпле кире борола.

Котельный утрауының Нерпичий иренендә ҡышлайҙар. Унда метеорологик күҙәтеүҙәр үткәрәләр.

1901 йылдың 23 майында Эдуард Толль дүрт кеше эттәр егеп, байдаркалар алып, Беннет утрау яғына юлға сыға һәм хәбәрһеҙ юғала.

Яңы Себер утрауҙарын һәм Де-Лонг архипелагын тикшеренеүҙе Төньяҡ Боҙло океандың Гидрография экспедицияһы дауам итә.

1912 йылда боҙватҡыс пароходтар: «Таймыр» һәм «Вайгач» Ляховский утрауҙарға килә. Бында күп кенә урындарҙы тикшереп, теркәп сығалар.

Төньяҡ Ерҙе асҡандан һуң, 1913 йылда Көнсығышҡа ҡарай ҡайтырға сығалар. Юлда Яңы Себер утрауҙарының төньяҡ яғынан үтеп, яңы утрауға тап булалар. Утрауға Вилькицкий исеме биреләләр.

1914 йылда : Врангель утрауынан көнбайышҡа ҡарай юл алып, «Вайгач» тағы ла бер картала билдәләнмәгән, лейтенант Жохов исемен йөрөткән утрауға килеп сыға.

Геологияһы, географияһы, климаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Яңы Себер утрауҙары. Июнь, 2002

Архипелагта күп йыллыҡ туң тоҡомдар һәм ер аҫты боҙҙары өҫтөнлөк итә. Дүртенсел осорҙың кәүшәк ултырмалары һәм ҡеүәтле ҡаҙылма боҙ ултырмалары аҫтында ерле тау тоҡомдары ята: эзбизташ, гранит һәм гранодиорит ҡатышмалары булған һәүерташ (интрузия).

Яр буйының ҡомло-балсыҡлы грунты ашалып, аҫтындағы ҡаҙылма боҙҙары ирегәндә, араһынан үҫемлек һәм хайуандарҙың ҡалдыҡтары (мамонт, мөгөҙморондар, аттар ҡырағай һәм башҡалар) килеп сыға. Улар бында ҡасандыр бынан меңәр-меңәр йылдар элек йомшаҡ климат булғанлығы тураһында шаһитнәмәләр булып тора.

Иң бейек урын — 426. метр (Беннет утрауы). Утрауҙарҙа арктик климат. Ҡыш тотороҡло, ноябрҙән апрелгәсә имшеү көндәр булмай. Ҡар ҡатламы 9 ай ята.

Ғинуарҙа −28 °C-ҙән тиклем −31 ° тиклем температура өҫтөнлөк итә. Июлдә, ғәҙәттә, яр буйында температура 3 °C -ҡа тиклем була. Үҙәк өлөшөндә бер нисә градусҡа йылыраҡ. Бында ҡырау йылы дауамында була торған хәл. Әммә диңгеҙ эргәһе булғанға, температураның киҫкен тирбәлештәре булмай. Йыллыҡ яуым-төшөм күләме ҙур түгел (77 мм). Иң күп яуым-төшөм августа була (18 мм). Иң ҙур йылға — Балыктах.

Утрауҙарҙың ландшафы — арктик тундра, һаҙлыҡтар һәм күлдәр.

Сәғәт бүлкәте — MSK+6Ҡалып:MSK+6UTC+9Ҡалып:MSK+6.

Утрауҙарҙа арктик тундра үҫемлектәре үҫә (мүктәр, лишайниктар). Сәскәлеләрҙән: поляр мәк, лютик, крупка, камнеломка, ложечный үлән). Даими йәшәй торған хайуандар: төньяҡ боланы, аҡ төлкө, тоҡор сысҡан (лемминг), аҡ айыу. Ҡоштарҙан даими йәшәй торғандары — поляр өкө, аҡ ағуна. Йәйге осорҙа һыу ятҡылыҡтарында өйрәк, ҡаҙ, көйөлдө күпләп йыйыла. Яр буйҙарында аҡсарлаҡ, гагара, полюс чистигы, кайралар (поляр диңгеҙ ҡошо) тереклек итә . Элек архипелагта аҡ төлкөгә һунар иткәндәр.

Котельный утрауында 1933 йылдан поляр станция эшләп килә.

2012 йылдан Яңы Себер утрауҙарында (Котельный утрауы) Рәсәй ҡораллы көстәренең хәрби уйындары үткәрелә. 2013 йылда утрауға хәрби техника һәм мөлкәт килтерелә. 2014 йылдың сентябрендә Арктикала даими хәрби база .ойошторолоуы тураһында иғлан ителә[2].

Совет осорона тиклем һәм совет осоронда ваҡытлыса тораҡ биләмәләре:

  • Ҡаҙанлыҡ утрауы — Амбардах, Ҡарга Бхак, «Бунге» поляр станцияһы , «Ана (Анжи)» туҡталышы, (әлеге ваҡытта "Санников"поляр станцияһы бар)
  • . Яңы Себер утрауы — Бирули, Большое Зимовье (Ҙур Ҡышлаҡ);
  • Оло Ляховский утрауы— Малое Зимовье (Кесе ҡышлаҡ);
  • Кесе Ляховский ктрауы — Федоровка (Михайлов).

Архипелагтағы утрауҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бастын-Тас ҡаяһы
  • Бельковский
  • Беннетт утрауы
  • Большой Ляховский
  • Вилькицкий утрауы
  • Генриетта утрауы
  • Жаннетта утрауы
  • Железняков утрауы
  • Жохов утрауы
  • Затопляемый[3]
  • Котельный
  • Малый Ляховский
  • Матар
  • Наносный
  • Неизвестные
  • Новая Сибирь
  • Посадный
  • Скрытый
  • Столбовой
  • остров Стрижёва
  • Тас-Ары
  • Усук-Карга
  • Хоптолох
  • Хопто-Терер
  • Яя
  1. Географический атлас России. ПКО «Картография». — М., 1998.
  2. Lenta.ru: Россия: Политика: Россия приступила к созданию постоянной военной базы в Арктике
  3. к юго-западу от о. Столбовой (см. карту S-53_54 2013 йыл 4 май архивланған.)
  • Михаил ИвановичБелов По следам полярных экспедиций. — Л.: Гидрометеоиздат, 1977. — 144 с.: ил.
  • Новосибирские острова: Сб. ст. — Л., 1963.
  • Советская Арктика: Сб. — М., 1970.