Эстәлеккә күсергә

Уйылдан (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Уйылдан — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарында да ҡулланыла.

Уйылдан — төрки сығанаҡлы башҡорт исеме.Ҡаҙағстандың Аҡтүбә далаларынан башланған Уйыл йылғаһы атамаһынан, Башҡортостандың Рәсәй ғәскәрҙәре сафында был йылға буйында хәрби походтарҙа һәм хәрби хеҙмәттә булыуҙары иҫтәлегенә ҡушылған исем.[1]. Уйылдан ғәрәпсәнән бала, улан, ожмах хеҙмәтсеһе тигән мәғәнәләргә эйә[2].

Сәйетов Уйылдан Ғилман улы (17 ноябрь 1951 йыл) — комсомол, партия, матбуғат һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим. Философия фәндәре кандидаты (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2011), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Уйылдан Нурғәли улы Ғәлин — Бөтә Рәсәй теле-радиотапшырыуҙар кампанияһының «Башҡортостан» ДТРК филиалында генераль директоры урынбаҫары.

Уйылды (күл) — Рәсәйҙәге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы, Ҡарабаш, Ҡыштым ҡала округтарындағы күл.

Уйылды (Ҡыштым ҡала округы) — (рус. Увильды Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Ҡыштым ҡала округындағы ҡасаба.

«Уйыл» — башҡорт халыҡ йыры


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ