Ушаков Андрей Артемьевич
Ушаков Андрей Артемьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 13 декабрь 1900 |
Тыуған урыны | Красноусол, Ғафури районы |
Вафат булған көнө | 25 май 1992 (91 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Эш урыны |
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты БДМУ Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ушаков Андрей Артемьевич (13 декабрь 1900 йыл — 25 май 1992 йыл) — ғалим, педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһының йәмәғәт һәм хужалыҡ эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (1987).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Андрей Артемьевич Ушаков 1900 йылдың 13 декабрендә Өфө губернаһы Красноусол ҡасабаһында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районында, күп балалы тимерсе ғаиләһендә тыуа.
14 йәшендә Богоявление быяла заводында торбасы, таратыусы, мастер ярҙамсыһы булып эшләй башлай.
Граждандар һуғышы йылдарында Андрей Ушаков һуңынан регуляр Ҡыҙыл Армия сафына ҡушылған Юогоявление эшселәр отряды ағзаһы була. Һуғыш тамамланғас ике йыл дауамында Петроград эргәһендә хеҙмәт итә, һуңынан ҡайтып, тыуған заводында эшләй. 1925 йылдан Өфө ҡалаһында йәшәй һәм профсоюз инструкторы булып эшләй, бер үк ваҡытта Ленинградта юғары белем ала. 1934 йылдан үҙен тулыһынса педагогик эшмәкәрлеккә бәйләй[1].
Андрей Артемьевич Башҡорт педагогия институтының кафедра мөдире, деканы, шулай уҡ директоры була. Һуғыш алдынан уға Өфө сит ил телдәре институтын етәкләүҙе ышанып тапшыралар.
1941 йылдың июлендә фронтҡа саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, уны башынан-аҙағына тиклем ғәмәлдәге армияла үтә. Легендар "катюша"ларҙы булдырыуҙа ҡатнаша, Волхов, Көнбайыш һәм Беренсе Белоруссия фронттарында дифизия штабында хеҙмәт итә. 60-сы уҡсылар дивизияһының 1285-се уҡсылар полкы штабы начальнигы була. Польшаны азат иткәндәге хәрби хәрәкәттәр өсөн Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Һуғышты Одер буйында подполковник дәрәжәһендә тамамланмай. Ҡаты яраланғандан һуң демобилизациялана[2][3]
Һуғыштан һуңғы тыныс тормошта уҡытыусы булып эшләй. Егерме йыл самаһы Башҡорт медицина һәм Өфө авиация институттарындауҡыта. Авиация институтында марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире, шулай уҡ 1968 йылдан 1972 йылға тиклем фәнни коммунизм кафедраһы доценты була. «Белем» йәмғиәтендә уникаль лекциялар менән сығыш яһай[4].
Өфө ҡалаһы ҡала властары ҡарары менән 1987 йылда Ушаков Андрей Артемьевичҡа «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелә[5].
Өфө ҡалаһында йәшәй. 1992 йылдың 25 майында вафат була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- Почет Билдәһе ордены
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- башҡа миҙалдар.
- Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (1987).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ушаков Андрей Артемьевич .
- ↑ #дорогапамяти Участник ВОВ ✩ Ушаков Андрей Артемьевич|Артемович . 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ Подвиг народа
- ↑ Кузнец своего счастья .
- ↑ Ушаков Андрей Артемьевич - Почётные граждане - Уфа. Республика Башкортостан. Городской информационно-деловой портал. Новости. Бизнес. Общество. Образование. Спорт. Здоровье. Недвижимость. Работа. Авто. Афиша. Отдых. Общение .
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кузнец своего счастья
- Участник войны — Ушаков А. А. 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- 13 декабрҙә тыуғандар
- 1900 йылда тыуғандар
- Ғафури районында тыуғандар
- 25 майҙа вафат булғандар
- 1992 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Өфө ҡалаһының почётлы граждандары
- СССР педагогтары
- Бөйөк Ватан һуғышы пехотасылары
- Алфавит буйынса шәхестәр