Фалалеев Фёдор Яковлевич
Фалалеев Фёдор Яковлевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 19 (31) май 1899 |
Тыуған урыны | Полянское[d], Малмыж өйәҙе[d], Вятка губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 12 август 1955 (56 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | лётчик |
Уҡыу йорто | Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | маршал рода войск[d] |
Командалыҡ иткән | Юго-Западный фронт[d] |
Һуғыш/алыш | Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Совет-поляк һуғышы (1939)[d] һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Фалалеев Фёдор Яковлевич Викимилектә |
Фалалеев Фёдор Яковлевич (19 (31) май 1899 йыл — 12 август 1955 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, авиация маршалы (1944).
Йәшлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фёдор Яковлевич Фалалеев 1899 йылдың 19 (31) майында Вятка губернаһы Прлянское ауылында күп балалы (18 бала, шуларҙың 12-һе сабый сағында йәки бәләкәй ваҡытта вафат була) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ғаиләнең фәҡирлеге сәбәпле, ауылында башланғыс һәм Вавож ауылында ике класлы (4-5 кластар) мәктәп кенә тамамлай. Ата-әсәһенең хужалығында эшләй. 14 йәштән Большая Уча һәм Вятские Поляны ауылдарыныда сауҙагәрҙәр кибеттәренд йомошсо һәм һатыусы булып эшләй. 1917 йылдың яҙында Ижевск ҡорал заводында обоймалар ҡырҡыусы һәм конторщик булып эшләй. 1918 йылда Ижевск-Воткинск ихтилалы осоронда большевиктар яғын һайлай, ихтилалсылар баҫып алған Ижевскиҙан Можгаға ҡаса, унда Можга улус революция комитетында социаль тәьминәт бүлегендә эшләй. Шулай уҡ был ревком төҙөгән ҡораллы отрядҡа инә. 1918 йылдан РКП(б.) ағзаһы.
Граждандар һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙыл армияла 1919 йылдың майынан, ирекмән. Граждандар һуғышында Ҡазанда, Малоархангельск һәм Калугалағы, пулемет командаһының һәм 7-се запас батальондың пулемет взводы командиры була, 1919 йылдан Калугалағы һәм Мценсктағы запас полоктың пулемет мәктәбе комиссары, 1919 йылдың апреленән — Изюм ҡалаһындағы 13-сҡ армияның пехота инспекцияһы сәйәси бүлеге секретары. РККА-ның Көнсығыш фронтында А. В. Колчак армияһына ҡаршы һуғыша, 1920 йылда Көньяҡ-Көнбайыш фронтҡа күсерелә һәм генерал П. Н. Врангель, Көньяҡ Украиналағы күп һанлы бандаларға, бигерәк тә махновсыларға ҡаршы һуғыша.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биографическая справка на сайте выпускников Качинского ВВАУЛ 2013 йыл 17 апрель архивланған.
- Советская военная энциклопедия. — М.: Военное издательство, 1976—1981. — Т. 8. — С.246.
- Командный и начальствующий состав Красной армии в 1940—1941 гг.: Структура и кадры центрального аппарата Народного комиссариата обороны СССР, военных округов и общевойсковых армий: Документы и материалы. — М.; СПб.: Летний сад, 2005.
- 31 майҙа тыуғандар
- 1899 йылда тыуғандар
- Вятка губернаһында тыуғандар
- 12 августа вафат булғандар
- 1955 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы менән наградланыусылар
- I дәрәжә Суворов ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Кутузов ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Суворов ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- СССР осоусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Хәрби тәре 1939—1945 менән наградланыусылар (Франция)
- Почётлы легион ордены командорҙары
- «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Авиация маршалдары