Эстәлеккә күсергә

Фет Виктор Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фет Виктор Яковлевич
рус. Виктор Яковлевич Фет
укр. Віктор Якович Фет
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Америка Ҡушма Штаттары
Патронимы йәки матронимы Яковлевич[d]
Тыуған көнө 9 май 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Кривой Рог[d], Днепропетровск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө арахнолог, шағир, скорпиолог, биолог, драматург
Эшмәкәрлек төрө Арахнология, биология[1], драма[d][1], шиғриәт[1] һәм педагогика[1]
Эш урыны Университет Маршалла[d][2]
Новоорлеанский университет Лойолы[d]
Университет Вандербильта[d]
Сюнт-Хасардагский заповедник[d]
Уҡыу йорто Новосибирск дәүләт университеты
Зоологический институт РАН[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре кандидаты[d]
Рәсми сайт science.marshall.edu/fet…

Фет Виктор Яковлевич — (ингл. Victor Fet, 9 май 1955 йыл — Америка (1987 йылға тиклем — төркмән) зоологы, Маршалл университеты (Гантінґтон, Көнбайыш Вирджиния) биология профессоры, урыҫ шағиры һәм драматургы.

Виктор Яковлевич Фет Кривой Рог ҡалаһында инженер ғаиләһендә тыуған. СССР Фәндәр Академияһы Себер бүлегенең ғилми хеҙмәткәре[3]. Викторҙың бала сағы һәм үҫмерлеге Новосибирск менән бәйле. Новосибирск дәүләт университетының биология фәндәре факультетын тамамлаған (1976).

1976 йылда Төркмәнстан ҡурсаулығында эшләй. Санкт-Петербург та СССР Фәндәр Академияһының Зоология институты аспирантураһын тамамлай (1984) һәм биология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә өлгәшә.

Уның эҙләнеү эштәре Төркмәнстандан ситтә лә ҡыҙыҡһыныу уята.

Үҙгәртеп ҡороу йылдарында төрлө сәбәптәр арҡаһында В. Я. Фет илдән сығып китергә мәжбүр була. 1988 йылда АҠШ-ҡа инергә рөхсәт көтөп, Италияла ваҡытлыса урынлаша. Ошо арала Советтар Союзының биләмәһендәге саяндар каталогын төҙөп өлгөрә.

1988—1990 йылдарҙа эшләй Вандербильт университетында — (Нэшвилл, Теннесси), 1990—1995 йылдарҙа — Игнатий Лойоли университетында (Яңы Орлеан), ә 1995 йылдан — Маршалл Университетында профессор булып эшләй.

Уның фәнни хеҙмәттәре күп ҡырлы — умыртҡаһыҙҙар биологияһынан башлап молекуляр биология, саяндарҙың арахнология һәм биологияһынан тыш, Болгария һәм Төркмәнстан биогеография һәм экологияһы буйынса фундаменталь монографияларының авторҙашы булып тора.

Даими рәүештә донъяның төрлө илдәренә экспедицияға йөрөй (мәҫәлән, Мексикала, Балҡан илдәре, Төркмәнстанда, Яңы Зеландияла булған).

Өйләнгән, улы һәм ҡыҙы бар.

Әҙәби эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шиғыр менән мауығыу студент йылдарында уҡ башлана. Ул күп яҙыша, шул иҫәптән 1976 йылда үҙе нигеҙ һалған студент театры етәксеһе була.

Виктор Фет айырыуса Төркмәнстанда йәшәгәндә емешле ижад итә: бында ул ғилми эҙләнеүҙәрен шиғриәткә индереп ебәрә, был ижадты «ғилми шиғриәт» тип атау дөрөҫ булыр инее.

Төркмәнстандан һуң Фет 1995 йылдан кеүек оҙаҡ ҡына күренмәй ҡала. Ҡайһы саҡта инглиз телендә яҙа, әммә күбеһенсә урыҫ телендә ижад итә. Уның ижадында фәнни тематика ҙурыраҡ урын ала бара. Атап әйткәндә, фәнни-фантастик поэма жанрына мөрәжәғәт итә: «Доллина доля, или Мутантний Мутон» тигән, үҙе билдәләгәнсә, антиутопик шиғри драмаһы болгар теленә тәржемә ителгән (болг. «самолет йәки Мутон Мутиралият Долинат», Театър, 2007, брой-лерҙар 01/03), шулай уҡ уның буйынса тапшырыу болгар радиоһында яңғыратылған[4].

Әҙәби тәржемә менән дә шөғөлләнә, мәҫәлән, билдәле инглиз яҙыусыһы Льюис Кэрроллдың «Снаркҡа һунар» тигән поэмаһын урыҫ теленә тәржемә иткән[5].

Виктор Яковлевия Фет шулай уҡ Льюис Кэрроллдың Элис Лиддел тураһында яҙған әкиәттәрен төрки телдәргә тәржемә итеүҙе ойоштора, үҙе консультант-мөхәррир булараҡ был эшкә йүнәлеш бирә. Шулай уҡ «Алиса в стране чудес» тигән әкиәтте башҡорт теленә әйләндереүҙе ойоштора, яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова уның кәңәштәренә, тәҡдимдәренә таянып әҫәрҙе башҡорт теленә тәржемә итә. Китап 2017 йылда Ирландияла «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» тигән исем менән баҫылып сыға[6][7]

  • С. А. Марков. Надписи. Путешествия. Москва: Молодая гвардия, 1987, с. 101—102, 104—107, 125.
  • Е. Н. Савенко. На пути к свободе слова. Очерки истории самиздата Сибири. Новосибирск: ГПНТБ СО РАН, 2008, с. 44-47.
  • В Академгородке читал стихи Фет (рус.).
  • Пушкин в Сиднее // Крокодил, 1977, № 14, с. 6 (єдина поетична публікація, яка з’явилася в Радянському Союзі).
  • Под стеклом. Стихи и другие сочинения. Новосибирск: Сибирский хронограф, 2000, 504 с. ISBN 5-87550-114-6.
  • Многое неясно. Новосибирск: ГЕО, 2004, 174 с. ISBN 5-7692-0671-3.
  • [Стихи] // Навигатор [газета], 30 января 2004, № 4, с. 22 (електронна версія)(недоступная ссылка).
  • Отблеск. Новосибирск: ГЕО, 2008, 164 с. ISBN 978-5-9747-0138-2.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Fet, Victor // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Montenegro A. ORCID Public Data File 2023 — 2023. — doi:10.23640/07243.24204912.V1
  3. , уның атаһы  — техник фәндәр докторы, тарих фәндәре иҫәпләү системаһы һәм архитектура буйынса белгес: [1] 2007 йыл 2 декабрь архивланған..
  4. http://www.bnr.bg/HristoBotev/Edition_Culture/show_Kakvo_se_sluchva/Material/0605kakvo_se_sluchva.htm
  5. Див.: Н. Демурова. Картинки и разговоры. Беседы о Льюисе Кэрролле. Санкт-Петербург: Вита Нова, 2008, с. 317—328.
  6. Л. Кэрролл. Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары. (Башҡортсаға Г. Ситдиҡова тәржемәһе) — Evertype (Ирландия), 2017. — 129 с. — ISBN-10 1-78201-201-X ISBN-13 978-1-78201-201-6
  7. Әлисәнең һәм Гүзәл Ситдиҡованың Сәйерстандағы мажаралары 2018 йыл 16 сентябрь архивланған. Башҡортостан. 10.01.2018