Фидаи Салауат Фидай улы
Фидаи Салауат Фидай улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР |
Тыуған көнө | 27 ноябрь 1972 (52 йәш) |
Тыуған урыны | Красный Восход, Иглин районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | рәссам, скульптор, адвокат |
Рәсми сайт | salavatfidai.com |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Фидаи Салауат Фидай улы Викимилектә |
Фидаи Салауат Фидай улы (27 ноябрь 1972 йыл) — Рәсәй рәссамы, скульптор-миниатюрисы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салауат Фидай улы Фидаи 1972 йылдың 27 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Иглин районы Красный Восход ауылында тыуған. Ул уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәләнә, ата-әсәһе мәктәптә сәнғәт буйынса белем бирә.
Салауат Фидаи башланғыс сәнғәт белемен Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында ала, әммә сәнғәт буйынса уҡыуын артабан дауам итмәй. 1995 йылда Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияның юридик факультетын тамамлағандан һуң, 20 йылдан ашыу коммерция предприятиеларында етәксе булып эшләй.
2013 йылдың декабрендә Салауат Фидаи Өфө компанияһы етәксеһе вазифаһынан китә һәм рәссам булырға ҡарар итә[1]. 2014 йылдан алып Салауат Фидаи[2] рәссам һәм скульптор булараҡ тик һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салауат Фидаиҙың ижад юлы 2000 йылда, ул цифрлы фотоһүрәт менән эксперимент яһағанда башлана. «Әйберҙәрҙең тымыҡ тормошо» серияһына ингән йәшелсә һәм емештәр менән натюрморттарҙың ижади фотолары «яҡтылыҡ бумалаһы» ҡулланып ижад ителгән. Был эштәре 2004 йылда Мәскәү ҡалаһында «Баш ҡала тарихы» күргәҙмәһендә, шулай уҡ 2005 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында «Эрос: ваҡыт һәм йөҙҙәр» фотовернисажында ҡуйыла.
2014 йылдан алып ул экспрессионизм һәм импрессионизм стилендә картиналар ижад итә башлай. Беренсе тапҡыр Салауат үҙенең «Ямғырлы ҡала» серияһынан картиналарын 2015 йылдың ғинуарында Санкт-Петербургта «МУЗА эшләргә тейеш» күргәҙмәһендә ҡуя. Ижади эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә ул миниатюра рәсем сәнғәте менән ҡыҙыҡһына башлай. Ул ҡабаҡ, көнбағыш орлоҡтарында һәм дөгө бөртөгөндә миниатюралы картиналар, шулай уҡ шырпы ҡаптарында Ван Гог картиналарының үҙенсәлекле күсермәләрен төшөрә. 2015 йылдың апрелендә Амстердамда Винсент Ван Гог Музейы үҙенең рәсми твиттерында[3] Салауат Фидаи ҡабаҡ емешендә эшләгән «Йондоҙло төн» картинаһының миниатюралы күсермәһен баҫтыра.
2014 йылдың аҙағында Салауат Фидаи үҙе өсөн яңы материалдар аса — ҡәләмдең графит үҙәге. 2014 йылдың ноябренән 2015 йылдың февраленә тиклемге осорҙа ул ҡәләм остарында тәүге микроминиатюраларын эшләй.
Салауат Фидаи үҙенең эшендә стереомикроскоп һәм алмаш лезвиелы бысаҡ ҡуллана. Уның беренсе микроскульптуралары диаметры 5 мм грифелле ҡәләмдәрҙән эшләнгән[4][5]. Артабан Салауат 2 мм грифелле ябай ҡәләмдәр ҡуллана башлай. Ул шулай уҡ бәләкәй диаметрлы грифель менән эшләй: 0,5 мм һәм 0,35 мм-лы механик ҡәләмдәр.
2014 йылдан 2017 йылға тиклемге осорҙа Салауат Фидаи графиттан 250-нән ашыу[6] микроскульптура эшләгән.
2016 йылдың башында Салауат Фидаиҙың 2013—2014 йылдарҙа ижад иткән эштәре һәм автобиографияһы менән «The Pencilbook» китап-фотоальбомы нәшер ителә. Китапты баҫтырыу өсөн аҡса Indiegogo.com сайтында краудфандинг проекты буйынса уның ижадына табыныусылар тарафынан йыйылған[7].
2016 йылдың июнендә һәм 2017 йылдың декабрендә АҠШ-тың Instagram рәсми аккаунтында Салауат Фидаиҙың микроскульптураларының фотоһы баҫыла[8][9].
2017 йылда Салауат Фидаи[10] президент Дональд Трамп[11] һәм Владимир Путиндың[12] диаметры 5 мм булған ҡәләм грифеленән бюстарын эшләй, Путиндың портреты Санкт-Петербургта «Русский Левша»[12] музейына ҡуйылған.
2015 йылдан алып 2018 йылға тиклемге осорҙа Салауат Фидаи үҙенең күргәҙмәләрен Рәсәй, Бөйөк Британия, Сингапур, АҠШ, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре ҡалаларында ойоштора[13][14][15][16][17].
Миниатюралары һәм микроскульптуралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Шырпы ҡабында Винсент Ван Гогтың «Арлдә ҡыҙыл виноград баҡсаһы» картинаһының күсермәһе
-
Ҡабаҡ емешендә Ян Вермеерҙың «Ынйы ҡашлы алҡалы ҡыҙ» картинаһының күсермәһе
-
Шырпы ҡабында Винсент Ван Гогтың «Арлдә йоҡо бүлмәһе» картинаһының күсермәһе
-
Ҡәләм остарында поп-культура персонаждары
-
Ҡәләм остарында билдәле биналар
-
Роза. Графиттан микроскульптура, диаметры 5мм
-
Ултырғыс. Графиттан микроскульптура, диаметры 2mm һәм 0.5mm
-
Эйфель башняһы. Графиттан микроскульптура, диаметры 2mm һәм 0.5mm
-
Путин В.В. һәм Трамп Д. бюстары. Графиттан микроскульптура, диаметры 5mm
-
Асҡысы менән йоҙаҡ. Графиттан микроскульптура, диаметры 5mm
Күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәскәү ҡалаһында «Баш ҡала тарихы» фотокүргәҙмәһендә ҡатнаша, сентябрь 2005
- 2007 йылдың сентябрендә Санкт-Петербург ҡалаһында «Эрос: ваҡыт һәм йөҙҙәр» фотовернисажында ҡатнаша[18]
- «МУЗА ДОЛЖНА РАБОТАТЬ» йәш рәссамдар күргәҙмәһендә ҡатнаша, Санкт-Петербург, ғинуар 2015.[19]
- АҠШ-та Калвер-Сити ҡалаһында LAUNCH! Gallery галереяһында тәүге шәхси күргәҙмә, июнь 2016.
- Лондонда Кингс Кросс вокзалында микроскульптураларынан шәхси экспозиция, Virgin Trains компанияһының заказы буйынса, сентябрь 2016.[13]
- Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Шарджа ҡалаһы экспо-үҙәгендә Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә микроскульптураларынан шәхси экспозиция, ноябрь 2016.[17]
- «Рекордтар һәм Ғәҙәти булмаған факттар» күргәҙмәһендә ҡатнаша. «TИТИКАКА», Архангельск ҡалаһы, Рәсәй, февраль 2017.[20]
- K+Curatorial Space галереяһында «Тәхеттәр уйыны» шәхси күргәҙмәһе[21], Сингапур по заказу компании HBO Азия, май 2017.[14][22][15][23]
- «Рекордтар һәм Ғәҙәти булмаған факттар» күргәҙмәһендә ҡатнаша. «TИТИКАКА», Санкт-Петербург ҡалаһы, Рәсәй, июль 2017.
- «Тәхеттәр уйыны» шәхси күргәҙмәһе Куала-Лумпур ҡалаһы, Малайзия, HBO Asia һәм Astro компаниялары ҡатнашлығында, июль 2017.[24][25][26][27]
- Халыҡ-ара оҫталар гильдияһынан һәм Витебск өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейынан Белоруссияның Витебск ҡалаһында «Невидальщина: Сәнғәттә бәләкәй мөғжизәләр» күргәҙмәһендә ҡатнаша, август 2017.[28]
- «Невидальщина» «Русский Левша» микроминиатюралар музейында күргәҙмәлә ҡатнаша. МГМ, Санкт-Петербург ҡалаһы, Рәсәй, декабрь 2017.[29][12]
- Таиландта Бангкок ҡалаһында «Тәхеттәр уйыны» микроскульптуралар шәхси күргәҙмәһе, HBO Asia һәм AIS D.C компаниялары ҡатнашлығында, август 2017.[30][31]
- Samuel Owen Gallery галереяһында ҡәләмдән микроскульптуралар шәхси күргәҙмәһе, Гринвич, АҠШ, декабрь 2017[32]
Матбуғаттағы әңгәмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Художник Салават Фидаи об Уфе: «Здесь есть какая-то сила. Только тут я могу творить». ИА «Башинформ», 18 декабря 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2020)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирия: Как прокормить семью и не лишиться хобби . u7a.ru. Дата обращения: 20 декабрь 2017.
- ↑ правды», Эльвира ИБРАГИМОВА | Сайт «Комсомольской. Уфимский юрист вырезает из карандашей скульптуры (рус.), KP.RU - сайт «Комсомольской правды» (23 апрель 2015). 20 декабрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Van Gogh Museum. #125yearsofinspiration: What do you think of this miniature reproduction by @SalavatFidai? https://www.youtube.com/watch?v=Mr8gnTFiuJc …pic.twitter.com/Q5mYgCIu1m (ингл.). @vangoghmuseum (7:46 AM - 9 Apr 2015). Дата обращения: 20 декабрь 2017.
- ↑ Experimental Artist Salavat Fidai Carves Mini-Masterpieces into Pencil Lead . Playboy. Дата обращения: 20 декабрь 2017. 2017 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ The artist who has the world on point (en-US), Condé Nast Traveller India (19 октябрь 2016). 20 декабрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Житель Уфы вырезал на грифелях карандашей 30 фигур по мотивам "Игры престолов" (рус.), ТАСС. 20 декабрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ The Pencilbook . Indiegogo. Дата обращения: 20 декабрь 2017.
- ↑ Публикация Instagram в Instagram • Июн 28, 2016 at 9:01 UTC . Instagram. Дата обращения: 20 декабрь 2017.
- ↑ Публикация Instagram в Instagram • Ноя 30, 2017 at 10:31 UTC . Дата обращения: 20 декабрь 2017.
- ↑ правды», Анастасия ПИГУЛИНА | Сайт «Комсомольской. Уфимец вырезает из карандашей крошечные копии президентов и персонажей поп-культуры (рус.), KP.RU - сайт «Комсомольской правды» (3 октябрь 2017). 20 декабрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ правды», Анастасия ПИГУЛИНА | Сайт «Комсомольской. Кому уфимский художник продал миниатюрный бюст Дональда Трампа (рус.), KP.RU - сайт «Комсомольской правды» (11 март 2017). 20 декабрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ 12,0 12,1 12,2 Портрет Путина вырезали на кончике карандаша. Новости - С.Петербург. Metro . www.metronews.ru. Дата обращения: 20 декабрь 2017.
- ↑ 13,0 13,1 The world’s smallest train exhibition pulls into King’s Cross (ингл.). www.virgintrainseastcoast.com. Дата обращения: 20 декабрь 2017.
- ↑ 14,0 14,1 Indonesia, CNN. Pedang Jon Snow dan Iron Throne 'Disulap' di Ujung Pensil (инг.), CNN Indonesia. 20 декабрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ 15,0 15,1 Game of Thrones - on the tips of pencils, TODAYonline. 20 декабрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Graphics, WSJ.com News. Pencil In a Micro-Sculpture | The Off Duty 50: Sizing Up Spring's Trends (инг.), The Wall Street Journal. 20 декабрь 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 29 август архивланған.
- ↑ 17,0 17,1 Публикация Sharjah Book Authority в Instagram • Ноя 2, 2016 at 3:16 UTC . Instagram. Дата обращения: 20 декабрь 2017.
- ↑ Эрос. Времена и лики. Санкт-Птербургский фотовернисаж . Музеи России.
- ↑ АРТМУЗА . Музей современного искусства "АРТМУЗА" - творческое арт-пространство в центре Санкт-Петербурга.
- ↑ Музей рекордов и фактов «ТИТИКАКА» (рус.). titiqaqa.ru. Дата обращения: 20 декабрь 2017.
- ↑ K+ HBO Game of Thrones – K+ Curatorial Space (билдәһеҙ). kplus.sg. Дата обращения: 20 декабрь 2017. 2017 йыл 18 декабрь архивланған.
- ↑ McDougall, Zoey. Tiny Game of Thrones-inspired sculptures need magnifying glasses to study them, mirror (28 апрель 2017). 20 декабрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ HBO Asia. GAME OF THRONES A Pencil Microsculpture Exhibition (ингл.). HBO Asia. Дата обращения: 20 декабрь 2017. 2017 йыл 14 декабрь архивланған.
- ↑ HBO & Astro Presents Game Of Thrones Pencil Micro-Sculpture Exhibition By Salavat Fidai (en-US), CLEO Malaysia (30 июнь 2017). 20 декабрь 2017 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
- ↑ Post, The Jakarta. 'Game of Thrones’ microsculptures to be exhibited in Singapore (инг.), The Jakarta Post. 20 декабрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ This Game Of Thrones Pencil Microsculpture Exhibition Is So Cool (ингл.). Elle. Дата обращения: 20 декабрь 2017. 2017 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ Works of art on pencil tips - Metro News | The Star Online . www.thestar.com.my. Дата обращения: 20 декабрь 2017.
- ↑ www.npprint.com. Международная Гильдия Мастеров - Микроминиатюра - музей "Русский Левша" - . www.russian-master.ru. Дата обращения: 20 декабрь 2017. 2017 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ Музей микроминиатюры "Русский Левша" Международной Гильдии Мастеров . www.museum.ru. Дата обращения: 20 декабрь 2017.
- ↑ Shevelkina, Julia. Game of Thrones in pencil lead (en-US) (18 апрель 2017). 20 декабрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ editors. This 'Game of Thrones' Pencil Exhibition Is Something Not To Be Missed, Esquire Malaysia. 20 декабрь 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ Home | Samuel Owen Gallery (ингл.). www.samuelowengallery.com. Дата обращения: 20 декабрь 2017. 2017 йыл 22 декабрь архивланған.