Фирүзә (исем)
Фирүзә |
Фирүзә — башҡорт, татар, абхаз, әзербайжа́н, ҡаҙаҡ, фарсы, төрөк, үзбәк, ингуш, осетин, ҡыргыҙ һәм башҡа халыҡтарҙа ҡатын-ҡыҙ исеме булып йөрөй.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фирүзә исеме башҡорт теленә фарсы теленән килеп ингән. Мәғәнәһе нур сәсеүсе, шатлыҡлы, бәхетле. Шулай уҡ, ғәрәп телендәге мәғәнәһе — яҡты күңелле («светлая душа»). Икенсе бер вариантта Фәйрүзә булып йөрөй. Таш атамаһынан алынған. Фирүзә — аҫыл таш, «бәхет килтерә торған таш», йәки еңеү килтерә торған таш. Зәңгәр йәки йәшкелт зәңгәр төҫтәге минерал, биҙәү әйберҙәре эшләү өсөн ҡулланыла[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аллаярова Фирүзә Мирхәт ҡыҙы (сәхнә псевдонимы — Фирүзә Париж) (1977) — йырсы, актриса. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014).
Абдуллина Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы (24 февраль 1961 йыл) — уҡытыусы, шағир. 2017 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Алифова Фирүзә Шодмоновна (таж. Фирӯза Алифова; 7 декабря 1980, Дүшәнбе) — тажик йырсыһы, Тажикистан Республикаһының мәҙәниәт алдынғыһы[2].
Шәрипова Фирүзә Фәхретдиновна (29 августа 1994, Тараз, Ҡаҙағстан) — Ҡаҙағстан спортсыһы, боксёр. 2-се ярым еңел (IBO, 2017—2019), еңел (WIBA, 2017—2021; WBU, 2017—х. в.) һәм 1-се ярым урта (IBA, 2020—х. в.) ауырлыҡ категорияларында донъя чемпионы. Азия чемпионатының бронза призёры (2012). Ҡаҙаҡстан чемпионаттарында ике алтын (2012, 2013), бер көмөш (2014) һәм бер бронза (2016) миҙал яулай[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фирүзә (фарс. فیروزه — Фирүзә — «бәхет килтерә торған таш», йәки фарс. پیروز — еңеү килтерә торған таш) — зәңгәр йәки йәшкелт зәңгәр төҫтәге минерал, биҙәү әйберҙәре эшләү өсөн ҡулланыла.
Фирузаба́д(اردشيرخوره Ардашир-Хваррах , фарс. فيروزآباد Fīrūzābād) — Ирандың көньяғында Фарс провинцияһындығы ҡала. Фирузабад шахрестанының административ үҙәге[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Алифова, Фируза Шодмоновна
- ↑ Шарипова, Фируза Фахритдиновна
- ↑ Фирузабад
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |