Фондеранцев Герасим Ефимович
Фондеранцев Герасим Ефимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1899 |
Тыуған урыны | Новая Прага[d], Александрийский уезд[d], Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | июнь 1982 |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | подполковник[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Фондеранцев Герасим Ефимович (1899 йыл — 1982 йыл, июнь) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Майор Гәрәй Нафиҡовтан һуң 294-се полк командиры. Подполковник. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Александр Невский (1943), III дәрәжә Суворов, Монголия Халыҡ Армияһына 50 йыл (1971) һ.б. ордендар кавалеры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Герасим Фондеранцев 1899 йылда Украинаның хәҙерге Кировоград өлкәһе Александрийский районы Яңы Прага ауылында тыуған. 1918 йылда Украиналағы Николаев ҡалаһы РВК-һы тарафынан армияға алынған. 1918 йылдан 1920 йылға тиклем Ҡыҙыл Армия сафында граждандар һуғышында ҡатнашҡан.
1929-сеы йылда Байкал аръяғында 45-се кавалерия дивизияһының эскадрон командиры була, Ҡытайҙағы КВЖД тимер юлы өсөн һуғышта ҡатнаша.[2]
1941 йылдың 7 сентябренән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1941 йылдың 20 сентябренән Вязьма янында оборонала торорға тейешле 45-се кавалерия дивизияһының 52-се кавалерия полкы командиры була (дивизияның иҫән ҡалған яугирҙары Вязьма янындағы ҡамауҙан сыға).
1942 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғыша.
1942 йылдың ноябрендә Сталинград өсөн барған ҡаты алыштар ваҡытында дивизия күп юғалтыуҙар кисерә, 275-се кавалерия полкы командиры Таһир Тайып улы Күсимов һәм 313-се кавалерия полкы командиры Ғариф Дәүләт улы Маҡаев ҡаты яралана, дивизия командры М.М.Шайморатов бойороғо менән 294-се һәм 275-се полк бергә ҡушыла. Декабрҙә берләштерелгән отряд командиры итеп Герасим Евграфович Фондеранцев тәғәйенләнә.
Полктың лейтенант А.Атаев етәкселегендәге беренсе эскадроны яугирҙары 1943 йылдың 21-22 ғинуарында Белая Калитва ҡалаһы (Ростов өлкәһе) янындағы бик мөһим бер ҡалҡыулыҡты дошманға бирмәй алыша (30 батыр ҡалҡыулығы).
1943-се йылдың февралендә Донецк һәм Ворошиловград (Луганск) өлкәләренә дошман тылына рейд ваҡытында Фондеранцев 294-се кавалерия полкын етәкләй.
1944 йылдың 14 ғинуарында йәрәхәтләнә.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң отставкаға тиклем Белоруссияның бер өлкәһендә хәрби коамиссар булыа эшләй.
Подполковник.
1982 йыл июнендә вафат булған.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены (1944)[3]
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1918,1943)[4]
- Александр Невский ордены (1943)
- III дәрәжә Суворов ордены (1943)[5]
- Ҡыҙыл Армияға 20 йыл миҙалы (1918)
- Монголия Халыҡ Армияһына 50 йыл (1971)[6]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [ https://pamyat-naroda.ru/heroes/podvig-chelovek_nagrazhdenie22016502/?static_hash=4266dedabe9f8edeac9f63e746aa466fv1 Наградной лист. Фондеранцев Герасим Ефимович]
- ↑ В.А.Белявский. Стрелы скрестились на Шпрее
- ↑ Орден Ленина. Фондеранцев Г. Е.
- ↑ Орден Красного Знамени. Г. Е. Фондеранцев.1943
- ↑ Орден Суворова
- ↑ Медаль «50 лет Монгольской Народной Армии»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Память народа. Фондеранцев Герасим Ефимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2021)
- В музее знаменитой 112-й Башкирской кавалерийской дивизии встретились дети и внуки воинов
- Замир Вахитов. Склоняем головы перед героями
- Мемуары А. Т. Стученко-командира 58 кп 45 кавдивизии. Глава Самые трудные дни
- Әхтәм Ихсан.Саҡма тояҡ аттарҙа 2021 йыл 26 сентябрь архивланған.
- 1899 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 1982 йылда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Александр Невский ордены (СССР) кавалерҙары
- III дәрәжә Суворов ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы менән наградланыусылар
- «Монголия Халыҡ Армияһының 50 йыллығы» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары