Фролов Владимир Иосифович
Фролов Владимир Иосифович | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
СССР, Ростов өлкәһе, Цимлян районы, Нижне-Курмоярская станицаһы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир |
Жанр: | |
Наградалары: | |
Фролов Владимир Иосифович (15 февраль 1939 йыл — 2 ғинуар 2007 йыл) — рус совет шағиры, 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Иосифович Фролов 1939 йылдың 15 февралендә Ростов өлкәһе Цимлян районы Нижне-Курмоярская станицаһында тыуа.
Нижне-Курмоярскийҙа Владимир Фролов урта мәктәптең бишенсе синыфына тиклем уҡый һәм йәшәй. 1951 йылда, быуа төҙөлөп, Цимлян диңгеҙе барлыҡҡа килгәс, Нижне-Курмоярская станицаһы һыу аҫтында күмелеп ҡала. Фроловтар ғаиләһе Лозновская станицаһына күсеп килә. Бында 1957 йылда В. Фролов урта мәктәпте тамамлай һәм техник училищеға уҡырға инә.
1958 йылдан алып, армияға хеҙмәт итергә саҡырылғансы «Ростсельмаш» заводының механизациялау һәм станоктар төҙөү цехында электрик булып эшләй. Армиянан һуң оҙаҡ йылдар буйы завод энергия лабораторияһында, ә 1971 йылдан алып «Ростсельмаш» заводының «Вечерний Ростов» гәзите редакцияһында хеҙмәткәр булып эшләй.
1990-1991 йылдарҙа — СССР Яҙыусылар союзының Ростов яҙыусылар ойошмаһы идараһында рәйес булып эшләй. 1991-2006 йылдарҙа — Рәсәй Яҙыусылар союзының Ростов төбәк берләшмәһендә идара рәйесе булып эшләй.
2007 йылдың 2 ғинуарында вафат була.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1962 йылдан алып Владимир Иосифович Фролов завод мәҙәниәт һарайында эшләгән әҙәбиәт түңәрәгенә йөрөй башлай. 1961 йылда Киев хәрби округының «Ленинское знамя» гәзмитендә уның тәүге шиғырҙары баҫылып сыға. Артабан йәш шағирҙың әҫәрҙәре «День донской поэзии», «Сердца и звёзды», «В шинели, сшитой из огня», «Донская сторона», «Позывные весны», «Хорошо на Дону вечера», «Четвёртая смена» коллектив йыйынтыҡтарынлда, «Дон», «Огонёк», «Москва», «Смена», «Молодая гвардия», «Дружба» журналдарында, үҙәк һәм өлкә гәзиттәрендә баҫыла, радио һәм телевидение аша яңғырай.
Владимир Фроловтың «Разрыв-трава» тигән беренсе китабы Ростов китап нәшриәтендә 1979 йылда, 1981 йылда Мәскәүҙә «Современник» нәшриәтендә донъя күрә, икенсе китабы — «Высокие колокола»,ә 1985 йылда шул уҡ нәшриәттә «Земной поклон» шиғырҙар китабы баҫылып сыға.
Владимир Иосифович Фроловтың шиғырҙары Тыуған ил, уның үткәне һәм хәҙергеһе тураһында яҙылған.
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Медаль «За доблестный труд» в ознаменовании 100-летия со дня рождения В. И. Ленина.
- Почетная грамота Государственной Думы Российской Федерации (11 февраля 1999 года).
- Почетная грамота Союза писателей РСФСР № 766 от 6 февраля 1989 года.
- Благодарность Полномочного представителя Президента Российской Федерации В. Г. Казанцева.
- Лауреат и дипломант ряда областных конкурсов творческой молодёжи.
Фролов әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айырым баҫмалары
- Разрыв-трава. Стихи. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1979.
- Высокие колокола. Стихи. — М: Современник, 1981.
- Земной поклон. Стихи. — М.: Современник, 1985.
- Постижение тревог. Стихи. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1988.
- Земля отцов. Стихи. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1998.
- Утоли мои печали. Стихи. — Ростов.: МП «Книга».
- Врата Надежды. Стихи. — Ростов н/Д: Новая книга, 2004.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели Дона: Библиографический указатель. — Изд. 2-е, испр. и доп. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1986. — 416 с.
- Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5