Эстәлеккә күсергә

Аҡбулатова Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова битенән йүнәлтелде)
Фәрзәнә Аҡбулатова
Исеме:

Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова

Тыуған көнө:

1 февраль 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (64 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Хәйбулла районы, Үрнәк ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Дебют:

«Атай икмәге» (1993)

Премиялары:

Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (1995)

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003); Халыҡтар дуҫлығы ордены (2022)

Аҡбулатова Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы (1 февраль 1960 йыл) — яҙыусы, журналист. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар (1999) һәм Яҙыусылар (1995) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2022), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты,

Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова 1960 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы[1]) Хәйбулла районы Үрнәк ауылында тыуған.

Ғәлиәхмәт урта мәктәбенән һуң Өфөләге 2-се педагогия училищеһының художество-графика бүлегендә уҡый.

1987 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағас, «Башҡортостан» гәзите редакцияһына эшкә ҡайта.

1991 йылда Башҡортостан телерадиокомпанияһының «Ижад» берекмәһенә саҡырыла. Әлеге мәлдә «Юлдаш» радиоһында мөхәррир һәм «Сәхнәгә арналған ғүмер», «Әҙип һәм заман» һәм башҡа тапшырыуҙарҙы алып барыусы[2].

Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге», «Зәңгәр ҡаялар» исемле һәм башҡа китаптары донъя күрҙе. Тәүгеһендә хикәйәләр тупланған булһа, әҙиптең икенсе йыйынтығында «Ҡорбанлыҡ йәки ябай ғына алыш-биреш», «Тәгәрмәс ҡала йәки донъя кендеге» тигән фантастик повестары һәм яңы хикәйәләре урын алған. «Атай икмәге» китабы өсөн уға 1995 йылда Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы бирелде.

  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың 26 ноябрендә Өфөлә яҙыусы һәм журналист Фәрзәнә Аҡбулатованың ижад кисәһе була[3].

2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[4]

2022 йылдың 16 декабрендә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде[5].

  • Атай икмәге: Хикәйәләр. — Өфө, Китап, 1993. — 144 бит.
  • Зәңгәр ҡаялар: Фантастик повесть-ҡисса, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 1997. — 272 бит.
  • Я слушала тишину — Өфө, Китап, 1999. — бит.
  • Уның исеме — Мөхәббәт: Повестар, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2007. — бит.
  • Иң тәмле китап: Әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2010. — бит.
  • Детский роман «Харис и волшебная змея». — Өфө, Китап, . — бит.
  • Неоконченная книга: Роман. — Өфө, Китап, 2011. — бит.
  • Загнанные кони: Роман. — Өфө, Китап, 2015. — бит.

Әҙип ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (1995)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2021).
  • Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2022)[7]
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2016)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғаилә календары. 2012 йыл. Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге «КИТАП» нәшриәте, 2011 йыл. — ISBN 978-5-295-05271-2
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә