Эстәлеккә күсергә

Фәтхуллин Харис Ғиниәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәтхуллин Харис Ғиниәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 март 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Ҡушый, Дәүләт ауыл Советы, Әбйәлил районы, СССР
Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Вафат булған көнө 1 февраль 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Әбйәлил районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө агроном, яугир, рәйес
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Категория:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы

Фәтхуллин Харис Ғиниәт улы (21 март 1921 йыл1 февраль 1993 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы[1]

Харис Ғиниәт улы Фәтхуллин 1921 йылдың 21 мартында хәҙерге Башҡортостандың Әбйәлил районы Ҡушый ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлай. 1937–1940 йылдарҙа колхозда эшләй. 1940 йылда Әбйәлил район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Фәтхуллин менән бергә Асҡар ауылынан 112 кеше һәм 100 баштан ашыу ат юллана. Генерал-майор Таһир Кусимов командир булып хеҙмәт иткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составына килгәс, икенсе көндө үк уларҙы полктарға, полктарҙы эскадрондарға бүләләр. Лейтенант И. Вәлишин уның эскадрон командиры була, Фәтхуллинды 294-се кавалерия полкына ҡабул итәләр һәм пулеметсыға өйрәтәләр[2]. Дивизия автобронетранспортының өлкән писары булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың февралендә полктан дивизия штабы эргәһендәге яңы ойошторолған Артиллерия паркына күсерелә, шул уҡ көндө унда комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлайҙар. Уның фотоһы дивизия штабтарына хәрби әҙерлек отличнигы һәм комсомол ойошмаһының иң яҡшы секретары булараҡ урынлаштырыла[2]

1942 йылдың апрелендә дивизияны эшелонға тейәйҙәр, Тула өлкәһенең Ефримовка ҡалаһына фронтҡа ебәрәләр. 1942 йылдың 2 июлендә дивизия һуғышҡа инә.

1942 йылдың декабрендә Фәтхуллинды йәнә 294 йылға пулеметсылар полкына күсерәләр.

1943 йылдың 2 ғинуарында Ростов өлкәһе Көньяҡ тимер юлының Морозов станцияһынан сыҡҡанда яралана һәм 3 ай дауамында ялан госпиталендә ята. Һуңынан йәнә үҙ часына ҡайта.

1943 йылдың сентябрендә Чернигов ҡалаһын азат итеү өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнаша[2]. 1944 йылдың июлендә һаулыҡ торошо буйынса демобилизациялана. Әммә ул 1945 йылдың майына тиклем хеҙмәт итә. 1944–1952 йылдарҙа төрлө эштәрҙә эшләй, 1953 йылда һөтсөлөк-тауар фермаһы мөдире, 1976—1983 йылдарҙа XXII партсъезд исемендәге колхозда агроном-мелиоратор, 1948 йылда Әбйәлил районының Таҡһыр ауылында колхоз рәйесе, 1966 йылдан — Дәүләт ауыл Советы, 1974—1976 йылдарҙа Хәмит ауыл Советы рәйесе вазифаһын башҡара. 13 йыл депутат итеп һайлана. 1970 йылдың 24-26 ноябрендә Мәскәү ҡалаһында Кремлдә Бөтә Рәсәй башҡарма комитет рәйестәре Советы ҡатнашыусыһы[2].

1993 йылдың 1 февралендә вафат була. Тыуған яғында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ватан һуғышы ордены (1985)[3], «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары, “Батырлыҡ өсөн” (1944), “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн. В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы” (1970), «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945), «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» (1957) миҙалдары менән бүләкләнгән[1].