Эстәлеккә күсергә

Хакас ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хакас дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Категория МСОПкатегория МСОП Ia: строгий природный резерват[d] (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны267 565,3 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты4 сентябрь 1999 йыл 
Урынлашыуы
52°05′41″ с. ш. 89°17′24″ в. д.HGЯO
РФ субъектыХакас Республикаһы

zapovednik-khakassky.ru
Рәсәй
Точка
Хакас дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
 Хакас ҡурсаулығы Викимилектә

Хака́с ҡурсаулығы — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1999 йылдың 4 сентябрендәге 1004-се һанлы ҡарары менән ғәмәлдәге «Чазы» (1991 йылдың 16 декабрендә РСФСР Министрҙар Советының 432-се һанлы указы менән) һәм «Кесе Абакан» (1993 йылда булдырылған) ҡурсаулыҡтары нигеҙендә ойошторола.

Ҡурсаулыҡ Көньяҡ Себерҙә, Хакас Республикаһында урынлашҡан.

Ул дөйөм майҙаны 267 565,3 гектар булған туғыҙ кластерҙан тора.

  • «Подзаденный һаҙлығы»
  • «Белё күле»
  • «Шира күле»
  • «Иткүл күле»
  • «Оглахты»
  • «Камызяк далаһы»
  • «Хол-Богаз»
  • «Кесе Абакан»
  • "Лыковтар биләмәһе ". Алтай-Саян экотөбәге ҡурсаулыҡтары һәм милли парктары ассоциацияһы составына инә.

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бында ер-һыу хайуандарының 3, балыҡтарҙың 11, ҡоштарҙың 295 төрө бар. Һөтимәрҙәрҙең 50 төрө асыҡланған.

Кеш, америка шәшкеһе, һеләүһен, һоро айыу, бурһыҡ, ҡоралай, марал, мышы һәм ҡабарға киң таралған.

Ҡоштарҙың 35 төрө Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.