Үҙәк Себер ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үҙәк Себер ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны1 019 899 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты9 ғинуар 1985 йыл 
Урынлашыуы
62°21′25″ с. ш. 90°39′51″ в. д.HGЯO
РФ субъектыКрасноярск крайы

centralsib.com
Рәсәй
Точка
Үҙәк Себер ҡурсаулығы
 Үҙәк Себер ҡурсаулығы Викимилектә

Үҙәк Себер ҡурсаулығы (рус. Центральносиби́рский запове́дник) — Красноярск крайының Эвенк районы территорияһында урынлашҡан тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы. Тулы рәсми атамаһы — Үҙәк Себер дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы.

Алтай-Саян экорегионының ҡурсаулыҡ һәм милли парктар ассоциацияһы составына инә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә был ҡурсаулыҡ 1917 йылда ғалим, сәйәхәтсе һәм натуралист Вениамин Семенов-Тянь-Шанский төҙөгән ҡурсаулыҡтарҙың географик селтәренең беренсе проектында тәүге тапҡыр телгә алына. Тап Семенов-Тянь-Шанский Йәнәсәй һәм Подкаменная Тунгуска йылғаһының уң яры бассейнында ҡурсаулыҡ булдырыуҙы перспективалы тип атай[1].

Ҡурсаулыҡҡа 1985 йылдың 9 ғинуарында нигеҙ һалына. Ул Үҙәк Себер яҫытаулығының көнбайыш ситендә һәм Йәнәсәйҙең урта ағымы үҙәнендә урынлашҡан. Майҙаны 1019 899 гектар тәшкил итә[1].

Ҡурсаулыҡты ойоштороуҙың төп маҡсаты — Урта тайга Себеренең төрлө ер һәм һыу объекттарын, Йәнәсәйҙең һыубаҫар туғайҙары һәм үҙәне ландшафттарын, йылғаның үҙәнен һәм ҡушылдыҡтарын һаҡлау һәм өйрәнеү[1].

Флора һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡ территорияһында 500-ҙән ашыу көпшәле үҫемлек осрай[2].

Ҡурсаулыҡ фаунаһында сөсө һыу балыҡтарының 36 төрө, һөтимәрҙәрҙең 46 төрө теркәлгән.

Һоро айыу, кеш, һары шәшке, кабарга, төньяҡ бесәнсе ҡомағы, алтай һуҡыр сысҡаны, ғәҙәти туғырлама, аҡбауыр турғай, сыйылдаҡ сөрәгәй һ. б. киң таралған[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 История создания биосферного заповедника. centralsib.com. Дата обращения: 13 сентябрь 2022.
  2. Растительность. centralsib.com. Дата обращения: 13 сентябрь 2022.
  3. Животный мир. centralsib.com. Дата обращения: 13 сентябрь 2022.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

статья:Turczaninowia |автор = Щербина С. С. |заглавие = Флора сосудистых растений Центральносибирского государственного биосферного заповедника и сопредельных территорий |ссылка = http://ssbg.asu.ru/turcz/turcz1_2_09_71_241.pdf 2016 йыл 4 март архивланған. |год = 2009 |том = 12 |выпуск = (1–2) |страницы = 71–241 |ref = Щербина

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]