Тунгус ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Тунгус» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны296 562 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты9 октябрь 1995 йыл 
Урынлашыуы
60°43′53″ с. ш. 101°58′03″ в. д.HGЯO
РФ субъектыКрасноярск крайы
Яҡындағы ҡалаВанавара 

тунгусский-заповедник.рф
Рәсәй
Точка
«Тунгус» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Красноярск крайы
Точка
«Тунгус» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
 Тунгус ҡурсаулығы Викимилектә

Тунгус ҡурсаулығы (рус. Тунгу́сский запове́дник) — Красноярск крайының Эвенк районы территорияһында Урта Себер яйлаһының үҙәк өлөшөндәге тәбиғәт ҡурсаулығы. Ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1995 йылдың 9 октябрендәге Ҡарарына ярашлы булдырыла. Алтай-Саян экотөбәге ҡурсаулыҡтары һәм милли парктары ассоциацияһы составына инә.

Ҡурсаулыҡтың дөйөм майҙаны — 296 562 гектар. Буфер зонаһының майҙаны — 20 241 гектар. Иң юғары нөктәһе ҡурсаулыҡтың төньяҡ-көнбайыш сигендә — диңгеҙ кимәленән 602,5 м бейеклектә урынлашҡан[1].

Ҡурсаулыҡ мәңге туңлыҡтың көньяҡ сигендә урынлашҡан. Үҙәк усадьбаһы Ванавара ҡасабаһында урынлашҡан.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район юғары континенталь климат өлкәһенә ҡарай. Көндәлек һәм миҙгел һауа һәм тупраҡ температураһы ныҡ тирбәлә, яуым-төшөм бигерәк тә йәй көндәре аҙ. Ҡурсаулыҡта уртаса йыллыҡ һауа температураһы минус 6 °C. Вегетация осоро 110—120 көн дауам итә.

Йылдың берҙән-бер йылы айы — июль, уның уртаса температураһы 16°булһа ла, көндөҙ һауа торошо яҡшы булғанда 30° һәм унан да юғарыраҡ күтәрелеүе мөмкин. Ҡышын температура минус 55 — 58°-ҡа етә. Кире температуралы көндәр һаны — 255.

1908 йылда метеорит төшөүе һөҙөмтәһендә тайга 2000 км² ашыу майҙанда йығыла һәм яна. Һәләкәт зонаһындағы тайга һуңғы 100 йылда яңыра[2].

Флора һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урмандар ҡурсаулыҡ майҙанының 70, һаҙлыҡтар 15 — 20 % -ын биләй.

Әлеге ваҡытта биләмәлә ҡоштарҙың 145 төрө теркәлгән. Ҡурсаулыҡта һәм Уға йәнәш торған Подкаменная Тунгускала Балыҡтарҙың 19-ҙан ашыу төрө осрай.

Балыҡтарҙан мыйыт, тугун, бәрҙе, суртан, сабаҡ, йомро сабаҡ, опто, гольян сабаҡ, ҡарабалыҡ, табан, шамбы, алабуға осрай. Хайуандарҙан мышы, һоро айыу, кеш, тейен, бүре, төньяҡ боланы, ҡоно киң таралған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]