Катунь ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Катунь ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны151 664 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты25 июль 1991 йыл 
Урынлашыуы
49°38′00″ с. ш. 86°06′00″ в. д.HGЯO
РФ субъектыАлтай Республикаһы
Яҡындағы ҡалаТаулы Алтай 

katunskiy.ru
Рәсәй
Точка
Катунь ҡурсаулығы
Алтай Республикаһы
Точка
Катунь ҡурсаулығы
ЮНЕСКО
 Катунь ҡурсаулығы Викимилектә

Катунь ҡурсаулығы (рус. Кату́нский биосфе́рный запове́дник) — дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, 2000 йылдың ғинуарында биосфералы статусын ала[1].

Физик-географик шарттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Катунь ҡурсаулығы сиктәре, Алтай Республикаһы

Катунь ҡурсаулығы территорияһы Үҙәк Алтай физик-географик провинцияһына инә. Үҙ эсенә көньяҡ, бер аҙ Катунь һыртының төньяҡ һәм Листвяга һыртының төньяҡ битләүҙәрен ала. Ҡурсаулыҡ Катун һыртының иң бейек өлөшөндә урынлашҡан.

Ҡурсаулыҡтың абсолют бейеклеге диңгеҙ кимәленән 1300 метрҙан алып 3280 метрға тиклем етә, ул — донъялағы иң юғары тау ҡурсаулығының береһе.

Уның ер өҫтө һыуҙары Катунь йылғаһы сығанаҡтарынан һәм уның ҡушылдыҡтарынан тора. Йылғалар тау характерлы, битләүҙәре текә, һыу ағымдарының үҙәндәре ҡырсынташлы. Йылғаларының ауышыуы ҙур. Үрге ағымында бер километрға 20 — 130 м, урта ағымда 20-30 м/км, Катунға ҡушылған ерҙә тигеҙ.

Таулыҡта дөйөм майҙаны 283 км² булған 390 боҙлоҡ бар.

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Катун ҡурсаулығында 700-гә яҡын төр көпшәле үҫемлектәр иҫәпләнә[2] Һөтимәрҙәрҙең 56 төрө, ҡоштарҙың 161 төрө, һөйрәлеүселәрҙең 3 төрө, балыҡтарҙың 8 төр бар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙәк Алтай — Алтай тау тау паркында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу тураһындағы идеяны тәүге тапҡыр 1917 йылда В. П. Семёнов-Тянь-Шанский әйтеп үтә. Парк үҙ эсенә Белуха ҡалаһының тирә-яғын һәм Кучерли йәки Аккем күлдәренең береһен индерергә тейеш була.

1961 йылда Катунь һыртының бейек тауҙарында айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу мәсьәләһен А. С. Крюков күтәрә. Ул тәбиғәт паркын Чехословакиялағы халыҡ парктары тибында булдырырға тәҡдим итә. 1970-се йылдарҙа Ревякин һәм Н. Г. Салатова ҡурсаулыҡты булдырыу кәрәклеген ентекле дәлилләй.

Катунь һыртының бейек тауҙарында һаҡланған территория булдырыу тураһындағы мәсьәләне тикшереүгә 1980 йылдар башында әйләнеп ҡайталар. СССР Географик йәмғиәтенең Тау-Алтай бүлексәһе башланғысы менән махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусы тураһында киң дискуссия йәйелдерелә. К. К. Трусов Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте съезында (1981) Белуха ҡалаһы тирә-яғында майҙаны яҡынса 1 миллион гектар булғанҡурсаулыҡ һәм туристик комплекс ойошторорға тәҡдим итә.

1982 йылда Фәндәр академияһының Биология институтында ҡурсаулыҡты ойоштороу буйынса эш башлана. 1983 йылда Катунь экспедиция отряды ойошторола, ул Усть-Кокса һәм Кош-Агач райондарында ер менән файҙаланыусылар, хужалыҡ һәм тәбиғәтте һаҡлау ойошмалары етәкселәре менән кәрәкле тикшереүҙәр һәм консультациялар үткәрә. Был эш һөҙөмтәләре буйынса 1984 йылда ведомство-ара комиссия 1300 мең гектар майҙанда биосфера ҡурсаулығы ойошторорға тәҡдим итә, ҡурсаулыҡ майҙаны 650 мең гектар тәшкил итәсәк тип фараз ителә.

Рәсми рәүештә Катунь ҡурсаулығы РСФСР Министрҙар Советының 1991 йылдың 25 июлендәге 409-сы указы менән 157 664 гектар майҙанда булдырыла.

1998 йылда ҡурсаулыҡ кластер участка булараҡ ЮНЕСКО-ның «Алтайҙың алтын тауҙары» Бөтә донъя тәбиғәт мираҫы территорияһы составына инә, 2000 йылда ул ЮНЕСКО-ның биосфера резерваты статусын ала.

1997 йылдан Катунь ҡурсаулығына йәнәш территория Белуха тәбиғәт паркы булып китә[3].

Катунь ҡурсаулығының эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡтың төп эш йүнәлештәре[4]:

  • Биләмәне һаҡлау
  • Ғилми эшмәкәрлек
  • Экологик белем биреү
  • Ярыштар үткәреү
  • Биосфера ҡурсаулығы
  • Сик буйы хеҙмәттәшлеге
  • Йәмәғәт советы
  • Ғилми-техник совет
  • Нәшриәт
  • Ирекмәнлек
  • Йәштәр һәм балалар менән эшләү

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Катунский. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.). Дата обращения: 29 июль 2019.
  2. Флора Катунского заповедника. Дата обращения: 10 сентябрь 2014. Архивировано 11 сентябрь 2014 года.
  3. История создания заповедника:: KATUNSKIY.RU. www.katunskiy.ru. Дата обращения: 7 сентябрь 2016. Архивировано 3 май 2020 года.
  4. Деятельность Катунского заповедника. www.katunskiy.ru. Дата обращения: 29 июль 2019. Архивировано 28 июль 2019 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]