Азас (ҡурсаулыҡ)
«Азас» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 300 390 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 11 ғинуар 1985 йыл |
Идара итеүсе ойошма | РФ Тәбиғәт министрлығы |
Урынлашыуы | |
52°28′12″ с. ш. 96°08′11″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Тыва |
Район | Тоджин кожууны |
Яҡындағы ҡала | Ҡыҙыл (ҡала) |
zapovednik-azas.ru | |
Азас Викимилектә |
«Аза́с»[1] — дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. Тыва Республикаһының Тоджин муниципаль берәмегендә урынлашҡан.
1985 йылдың 11 ғинуарында «Азас» республика заказнигы нигеҙендә ойошторолған. Алтай-Саян экотөбәге ҡурсаулыҡтары һәм милли парктары ассоциацияһы составына инә.
Ҡурсаулыҡ хакимиәте Тоора-Хем ауылында урынлашҡан.
Физик-географик ҡылыҡһырламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ территорияһы (1991 йыл сиктәрендә 300 390 гектар) Тыва Республикаһының төньяҡ-көнсығышында Тоджин бассейнының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан һәм Азас йылғаһы буйлап һуҙылған. Уның ситке нөктәләренең географик координаталары: төньяҡ — 52°42', көньяҡ — 52°16', көнбайыш — 98°42', көнсығыш — 96°30'. Көнсығыштан Бүрәт Республикаһы менән сиктәш. Ҡурсаулыҡ тирәләй дөйөм майҙаны 90 мең км² булған ике километрлыҡ һаҡ зонаһы булдырылған.
Тоджин ҡаҙанһыуы — Алтай-Саян тау иле сиктәрендәге ҙур тау-ара уйпатлыҡ. Был уникаль һыу йыйыу бассейны, Себерҙең иң ҙур йылғаһы Йәнәсәйҙең сығанаҡтарын туйындыра. Уның ғәйәт ҙур гидроресурстары йылға селтәрҙәрендә һәм күлдәрҙә тупланған.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тоджин ҡаҙанһыуы климаты ҡырҡа континенталь, уртаса дымлы. Көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта ҡаҙанһыу ситтәрендәге тауҙарҙың тәпәш булыуы еүеш атлантик һауа килтергән төньяҡ-көнбайыш елдәргә ҡамасауламай. Күлдәрҙән һәм һаҙлыҡтарҙан күпләп пар күтәрелеү иҫәбенә барлыҡҡа килгән өҫтәмә дымлылыҡ был урында яуым-төшөмдәр барлыҡҡа килтерә[2]. Климатҡа юғары бүлкәттәрҙең йоғонтоһо ҙур.
Тоора-Хем метеостанцияһының күп йыллыҡ уртаса мәғлүмәттәренә ярашлы, ғинуарҙа иң түбән температура −54-кә етә. Ғинуарҙың уртаса тәүлек температураһы −28,7, июлдә — 14,6 градус. Һауа температураһы йылына −5,5 градус тәшкил итә. Йәй һалҡынса, йәйге ҡырауҙар ғәҙәти күренеш. Һалҡын булмаған осорҙоң оҙайлығы — 52 көн. 10 °C-тан юғары уртаса тәүлек температураһының суммаһы — 10,94 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм — 343 мм, шуларҙың 60 проценты йәйгә тура килә. Тауҙарҙа йомшаҡ континенталь климат һәм яуым-төшөм 600—800 мм тиклем яуа.
Уйһыулыҡтарҙа фенологик ҡыш[3] октябрь аҙағында башлана, ноябрь башында ҡар япмаһы урынлаша. Ғинуар — февраль айҙарында ҡарҙың бейеклеге 25 — 30 см, урта таулыҡтарҙа — 80 см-ға тиклем һәм унан да юғарыраҡ. Тотороҡло ҡар япмаһы уртаса 162 көн ята һәм март аҙағында ирей башлай һәм апрель уртаһына тамамлана, урта таулыҡтарҙа — май аҙағына, бейек тауҙарҙа июль уртаһына тиклем һуҙыла.
Уйһыулыҡтарҙа вегетация уртаса 24 апрелдә башлана. Май уртаһына ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар япраҡ ярып бөтә. Яҙҙың һуңғы этабын — йәй башын йылға үҙәндәрендә муйылдың сәскә атыуы менән билдәләйҙәр, күпселек еләк-емеш сәскә ата. Йәй ҡыҫҡа — ике айҙан ашмай. Вегетация осоро 10 сентябрҙә тамамлана. Сентябрь урталарынан тәүлек температураһы 5 градустан түбән төшә, ҡырау даими төшә, ҡарағас һарғая. Ҡалҡыулыҡтарҙа яҙ һәм йәй бик ҡыҫҡа. Ҡырауҙар теләһә ҡайһы ваҡытта төшөүе ихтимал. Вегетация осоро июнь уртаһында башлана, ә инде августың тәүге ун көнлөгөндә үк түңәрәк япраҡлы ҡайын (ерник) һары төҫкә инә һәм көҙ башланыуын белдереп, туғайҙар ҡыуара.
Рельефы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылғалары һәм күлдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тупрағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫемлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хайуандар донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Умыртҡаһыҙҙар фаунаһын өйрәнеү башланғыс стадияла. Ихтиофаунаға 15 төр инә, улар араһында иң һирәк осрай торған Ҡыҙыл балыҡ (Hucho taimen), Тыва Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән (2002)[4]. Ер-һыу хайуандарынан 2 төр — себер углозубы (Hynobius keyserlingi) һәм осло моронло тәлмәрйен (Rana arvalis) бар[4].
Ҡурсаулыҡ биләмәһендә орнитофауна 230 төрҙө (һаҡ зонаһын иҫәпкә алып, 254 төр) үҙ эсенә ала, шуларҙың 138-е оя ҡора[3]. Ҡоштарҙың 20 төрө — Тыва Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2002), шуларҙың 10-ы Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән (2001).
Ҡурсаулыҡта һөтимәрҙәрҙең 51 төрө йәшәй: бөжәктәр — 10, ярғанаттар — 2, ҡуян һымаҡтар — 2, кимереүселәр — 17, йыртҡыстар — 13, ҡуш тояҡлылар — 7 төрө[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Аза́с // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
- ↑ Ефимцев, 1957, с. 46—65
- ↑ 3,0 3,1 Молокова, Карташов, 1999, с. 128—146
- ↑ 4,0 4,1 4,2 О заповеднике » Фауна . azas17.ru. Дата обращения: 10 февраль 2020. Архивировано из оригинала 5 май 2014 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт заповедника «АЗАС»
- ФГБУ Государственный природный заповедник «Азас»
- Заповедник «Азас» в ИАС «ООПТ России»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ефимцев, H. A. Климатический очерк // Природные условия Тувинской автономной области. Труды Тувинской компл. экспедиции, вып. 3 . — М.: Изд-во АН СССР, 1957. — 5665 с.
- Молокова Н. И., Карташов Н. Д. Заповедник «Азас» [Тува] // Заповедники Сибири / Отв. ред.-сост. Штильмарк Ф. Р.. — М.: «Логата», 1999. — Т. 1. — («Заповедники России»).
- Гросвальд М. Г. Развитие рельефа Саяно-Тувинского нагорья . — М.: «Наука», 1965. — 167 с.
- Обручев С. В. Новые материалы по орографии Северо-Восточной Тувы (рус.) // Вопросы геологии Азии : сборник. — М.: Изд-во АН СССР, 1955. — Т. II. — С. 332—342.
- Говоров, К. А. Тоджа: учебное пособиеКГПИ, 1990. . — Красноярск:
- Савельев А. П., Унжаков В. В. Тувинские бобры: современный статус, проблемы сохранения и изучения аборигенной колонии // Редкие виды млекопит. России и сопред. стран. Тез. Межд. совещ. . — М., 1997.
- Бакалин В. А., Молокова Н. И., Отнюкова Т. Н. К флоре печеночников Тоджинской котловины (Республика Тува, Южная Сибирь) (рус.) // «Арктоа» : журнал. — М.: KMK Scientific Press, 2001. — Т. 10. — С. 19—26. — ISSN 0131-1379.
- Отнюкова Т. Н. Материалы к флоре листостебельных мхов Тоджинской котловины (республика Тыва, Южная Сибирь) (рус.) // «Arctoa» : журнал. — М.: KMK Scientific Press, 2003. — Т. 12. — С. 97–109. — ISSN 0131-1379.
- Молокова Н. И., Шауло Д. Н., Артемов И. А., Додук А. Д. Флористические находки в Республике Тыва (рус.) // «Turczaninowia» : журнал. — Барнаул: Изд-во АлтГУ, 2002. — № 5(2). — С. 42–48. — ISSN 1560-7259.
- Пиннекер Е. В. Минеральные воды Тувы . — Кызыл: «Тувкнигоиздат», 1968. — 106 с.
- Носин В. А. Почвы ТувыМ.: Изд-во АН СССР, 1963. — 348 с. / Отв. ред. Иванова Е. Н.. —
- Куминова А. В. Основные черты и закономерности растительного покрова // Растительный покров и естественные кормовые угодья Тувинской АССР . — Новосибирск: «Наука», 1985. — 253 с.
- Шауло Д. Н. Сосудистые растения государственного природного заповедника "Азас" (Тыва)АлтГУ, 1998. — 99 с. . — Барнаул: Изд-во