Эстәлеккә күсергә

Халыҡ календары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Халыҡ календарыйыл ваҡытын бүлеү, иҫәпләү һәм көйләү йәһәтенән тарихи яҡтан ойошҡан система, традицион йолалар һәм байрамдар циклын, хужалыҡ һәм көнкүреш ғәмәлиәтен, шулай уҡ төрлө ышаныуҙарҙы, хөрәфәттәрҙе һәм ауыҙ-тел ижадын барлыҡҡа килтерә[1] 2020 йыл 30 октябрь архивланған..

Башҡорттарҙа халыҡ календары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттарҙа халыҡ календары ҡояш һәм ай календарҙарына бүленә. Халыҡ календары тәбиғәт күренештәре менән тығыҙ бәйле булған. Һәр календарь системаһының билдәле бер бурыстар даирәһе булған.

Тәүҙә башҡорт халыҡ календары 12 йыллыҡ циклдан, йәғни мөсәлдән торған төрки календарына нигеҙләнә, унда һәр йыл хайуан атамаһы менән бирелгән: сысҡан, һыйыр, барыҫ, ҡуян, ылыу (аждаһа), йылан, йылҡы, ҡуй (һарыҡ), маймыл, тауыҡ йәки әтәс, эт, дуңғыҙ.

Һәр йылдың айырым билдәләре асыҡланған, һәр береһенә ҡарата ышаныуҙар, халыҡ әйтемдәре барлыҡҡа килгән. Ул ышаныуҙарға ярашлы, мәҫәлән, дуңғыҙ йылы менән һыйыр йылы уңышлы тип һаналған, барыҫ йылы — муллыҡ йылы, ә ҡуян һәм маймыл йылдары йотлоҡ һәм аслыҡ йылдары тип баһаланған. Аждаһа йылы — ямғырлы һәм уңышлы. Йылан йылы — ҡоролоҡло, йылҡы йылы — һалҡын һәм йотлоҡ, һуғыштар йылы. Ҡуй йылында ҡыш һалҡын көтөлгән, әммә ул уңайлы һәм уңышлы йыл тип иҫәпләнгән. Тауыҡ менән эт йылдарына һалҡын һәм оҙон ҡыш тура килгән. Сусҡа йылында мул ямғырҙар, сәйәси болалар көтөлгән.

Ҡояш календары һәм бөрөж, һуңынан христиан календары буйынса йыл миҙгелдәре, йәйләүгә сығыу, һуңыраҡ ауыл хужалығы эштәре ваҡыты билдәләнгән.

Башҡорттарҙа ислам дине ҡабул ителгәндән һуң һижрәт буйынса йыл иҫәбе индерелгән. Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң йәнәштән григориан календары ла ҡулланыла башлаған.

Мосолман байрамдары яйлап традицион байрамдар һәм йолалар составына инеп нығынған. Йыл дүрт миҙгелгә — яҙ, йәй, көҙ, ҡышҡа — бүленгән. Һәр ай башы григориан календары буйынса 22-се көнгә тура килгән. Яңы йыл, йәғни науруз, 21 март төнөнән 22-һенә ҡаршы үткәрелгән. Һәр ай атамаһы тәбиғәт күренештәре, миҙгелдәр йәки ауыл хужалығы эштәре менән бәйле булған. Айҙарҙың атамаларын төрки һәм ғәрәп телендә йөрөтөү таралған.

Аҙна көндәренең атамалары фарсы теленән («шәмбе», «йәк» (бер), «дү» (ике), «сә» (өс), «чахар» (дүрт) һәм ғәрәп теленән («йома» — аҙна)  килеп сыҡҡан.

Шулай уҡ Ҡояш системаһының планеталары атамаларына бәйле аҙнаның башҡа атамалары булған.

Башҡорттарҙа аҙна көндәре башҡорт календары буйынса Шәмбе, Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесе йома (кесаҙна), Йома тип йөрөтөлә, Ҡояш системаһы планеталарының атамаһы буйынса улар Зөһрә (Венера), Ҡояш, Ай, Мәрәх (Марс), Утарит (Меркурий), Мөштәри (Юпитер), Зөхәл (Сатурн) тигән атамалар ҙа алған.

Башҡортса ай атамалары: Буранай (22 март—21 апрель), Алағай (22 апрель—21 май), Һабанай (22 май—21 июнь), Һатай (22 июнь—21 июль), Майай (22 июль—21 август), Урағай (22 август—21 сентябрь), Һарыса (22 сентябрь—21 октябрь), Ҡараса (22октябрь—21ноябрь), Ҡырпағай (22 ноябрь—21декабрь), Аҡъюлай (22 декабрь—21 ғинуар), Һыуығай (22 ғинуар—21 февраль), Шаҡай (22 февраль—21 март). Төрки халыҡтарҙа (2-се бағана) һәм бөрөж (ғәрәпсәнән, 3-сө бағана) буйынса ҡабул ителгән атамалар ҙа ҡулланылған: Буранай — Науруз — Хәмәл Алағай — Кәкүк — Сәүер Һабанай — Мамыр — Жәүзә Һатай — Мәүсем — Саратан Майай — Яҙ-туҡһан — Әсәд Урағай — Тамыҙ — Сөмбөл Һарыса — Ҡыр-ҡуйыҡ — Мизан Ҡараса — Ҡазан — Ғәҡрәб Ҡырпағай — Ҡарасан — Кәүес Аҡъюлай — Йыл-туҡһан — Жади Һыуығай — Кантар — Дәлү Шаҡай — Аҡпан — Һут[2] 2020 йыл 30 октябрь архивланған..


[3] 2020 йыл 30 октябрь архивланған./Халыҡ календары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.