Эстәлеккә күсергә

Яркалов Алексей Назарович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хуснулла Яркалов битенән йүнәлтелде)
Яркалов Алексей Назарович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 28 декабрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Өфө губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 1972
Вафат булған урыны Дүшәнбе, Тажик Совет Социалистик Республикаһы[d], СССР
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) Ҡыҙыл Йондоҙ ордены III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Яркалов Алексей Назарович (төп исеме — Яркалов Хөснулла Хабибназар улы; 28 декабрь 1920 йыл1972 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Дан орденының тулы кавалеры.

Алексей Назарович Яркалов (Хөснулла Хабибназар улы Яркалов) 1920 йылдың 28 декабрендә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Инйылға ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 7 класты тамамлағандан һуң мамыҡ фабрикаһында слесарь-ремонтсы булып эшләй.

1939 йылдың 19 сентябренән Ҡыҙыл Армия сафында. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Һуғыш йылдарында биш тапҡыр яралана. 1944 йылдың 4 сентябрендә дошмандың контрһөжүмен кире ҡаҡҡанда 10 дошман һалдатын юҡ итә. 1944 йылдың 16 сентябрендә 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә. 1944 йылдың 6-7 октябрендә Яркалов етәкселегендәге взвод дошмандың бер танкыһын, өс ут нөктәһен, өс пулемётын һәм 20 гитлерсыны юҡ итә. 1944 йылдың 30 ноябрендә 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә. 1945 йылдың 14—18 ғинуарында Яркалов командалығында дошмандың 45 һалдаты, дүрт ут нөктәһе һәм ике машинаһы юҡ ителә. 1945 йылдың 29 июнендә 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә. 1947 йылдың апрелендә демобилизациялана.

Ашхабад ҡалаһында йәшәй. 1948 йылғы ер тетрәү ваҡытында ғаиләһен юғалта. Дүшәмбеләмонтажсы булып эшләй. 1972 йылда вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]