Эстәлеккә күсергә

Хәйретдин

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Хәйретдинбашҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Хәйретдин — ғәрәпсә мәғәнәһе: алланың иң яҡшы кешеһе. Был исем менән мосолмандарҙа ир балалар исемләнә[1].

Хәйретдин Мөжәй (төп исеме Хәйретдинов Мозаһит Хәйретдин улы; 26 март 1901 йыл — 4 сентябрь 1944 йыл) — шағир һәм прозаик. 1938 йылда Хасан күле эргәһендә совет‑япон ҡораллы конфликтында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, әсирлектә һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, полковник. Хәрби тотҡондарҙың туғандаш берлеге, антифашистик йәшерен ойошма етәкселәренең береһе (1943—1944).

Хәйретдинов Әлфәт Фазлетдин улы (16 сентябрь 1938 йыл — ?) — СССР һәм Рәсәй урман белгесе. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урман белгесе (1998), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2011), Башҡорт ССР‑ының атҡаҙанған урман белгесе (1990).

Хәйретдинов Ғәлей Ғәләүетдин улы (4 ғинуар 1958 йыл) — хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 2009—2017 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005).

Хәйретдинов Фәүзин Нуретдин улыҡыҙылармеец, гвардия рядовойы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы. «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (1944), «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән наградланған (1943)

Хәйретдинов Ринат Мәғәфүр улы(әҙәби псевдонимы Ринат Хәйри) (19 ғинуар 1950 йыл — 5 сентябрь 1990 йыл) — башҡорт шағиры һәм журналисы, 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1990).

Хәйретдин ҡарт — Яныбай Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» романындағы образ.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ