Хәйруллина Рәйсә Хәниф ҡыҙы
Хәйруллина Рәйсә Хәниф ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 май 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Атаһы | Кәримов Хәниф Кәрим улы |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, журналист, ғалим |
Эш урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Баҡы дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | фән докторы[d] һәм лингвист[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хәйруллина Рәйсә Хәниф (рус. Хайруллина Райса Ханифовна}; 15 май 1953 йыл) — билдәле ғалим, хәҙерге рус теле һәм сағыштырма лингвистика өлкәһендә белгес, филология фәндәре докторы (1998), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006),Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союздары ағзаһы (2008) Халыҡ-ара педагогик белем биреү фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2011).
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Филологик белем биреү һәм этно-мәҙәни институты профессоры, директоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса федераль комиссия рәйесе. [1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәйсә Хәниф ҡыҙы Хәйруллина 1953 йылдың 15 майында Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы күренекле башҡорт шағиры Хәниф Кәрим һәм шәфҡәт туташы Мәрзиә Хафиз ҡыҙы ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә бөтәһе 4 бала була:3 ҡыҙ (Гөлнара, игеҙәктәр: Рәйсә һәм Роза) бер малай (ағалары Салауат) үҫә.
Мин ата-әсәйемде бик ҡәҙерләйем һәм ныҡ яратам, сөнки улар яҡтылыҡ, изгелек, үҙ-ара аңлашыу һәм мөхәббәт хөкөм һөргән ғаиләне барлыҡҡа килтергән. Атайым билдәле шағир, уның иңендә һуғыштың тәүге көнөнән алып һуңғы көнөнә тиклем оҙон хәрби юл тора. Әсәйем, Марзиә Хафиз ҡыҙы, 1941 йылда, ун һигеҙ йәшендә, санитар поездың шәфҡәт туташы булып фронтҡа киткән, Берлингәсә еткән яугир ҡатын.Улар икеһе лә һуғыш дәһшәттәрен кисергән, дуҫтарын юғалтып, үлемде күргән, шунлыҡтан тормошто һәм мөхәббәтте бик ҡәҙерләгән.[2] |
Рәйсә Хәниф ҡыҙы Өфө ҡалаһының № 39 урта белем биреү мәкәтәбен, 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Университеттан һуң Мәскәүҙә аспирантурала уҡый, кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Башҡорт дәүләт педагогия университетында 1985 йылдың сентябренән — филология факультетында декан урынбаҫары, 1985—1989 йылдарҙа декан, 1997 йылдан урыҫ теле кафедраһы мөдире, артабан Мәскәүҙә докторантурала уҡый. 1998 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ә 2001 йылдан БДПУ-ның уҡытыу‑тәрбиә эштәре, 2006—2011 йылдарҙа социаль һәм тәрбиә эштәре буйынса проректоры булып эщләй. Социаль һәм тәрбиәүи эш менән шөғөлләнеп, телевидениела һәм радиола күп сығыш яһай. Тәрбиә темаһына публицистик мәҡәләләр яҙа. Фән менән әүҙем шөғөлләнә; китаптар, мәҡәләләр яҙа, аспиранттар һәм докторанттарға етәкселек итә. Ғалим етәкләгән кафедра Рәсәй гуманитар ғилми фонды грантын үтәй: урыҫ теле, башҡорт, инглиз һәм төрөк телдәренең лингво-мәҙәни һүҙлеген төҙөү өҫтөндә эш башҡара.[2]
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни һәм профессиональ ҡыҙыҡһыныуҙары сағыштырма лингвистика, лингвокультурология, лингвофилософия, донъяның лингвистик картинаһы, төрлө структуралы телдәрҙе сағыштырып өйрәнеүгә, урыҫ телен уҡытыу методикаһына арналған. Докторлыҡ темаһы рус һәм башҡорт фразеологияһында донъя картинаһын өйрәнеүгә арнала. «Донъяның фразеологик картинаһы: донъяны күреүҙән аңлауға тиклем» («Фразеологическая картина мира: от мировидения к миропониманию»; 2000) монографияһында урыҫ һәм башҡорт фразеологизмдарын тематик‑идеографик систематика юлы менән тасуирлап, донъя тел картинаһының теоретик проблемаларын тикшерә.[2]
Докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләп, башҡорт теле менән етди ҡыҙыҡһына башланым, художестволы әҫәрҙәр яҙа башланым. Хәҙер «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарында, гәзиттәрҙә башҡорт телендә бер нисә хикәйәм һәм повесть донъя күрҙе. Башҡорт тарихын, мәҙәниәтен, этнографияһын тәрән өйрәнә башланым. Бөгөн дә ғалим булараҡ шуны әйтә алам: башҡорт теле бик образлы, музыкаль, матур тел, ә фразеология — ул халыҡ аҡылының нигеҙе, — тип билдәләй Рәйсә Хәниф ҡыҙы.[2]
Докторлыҡ диссертацияһы материалдары буйынса монографияһы Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәй ғалимдар берләшмәһе тарафынан да юғары баһалана.
Сағыштырма тел ғилеме филологияның бик ҡыҙыҡлы өлкәһе, сөнки тел образдарын сағыштырып, беҙ айырым халыҡтың донъяны нисек ҡабул итеүен, уның рухи ҡиммәттәрен баһалауын аңлайбыҙ, сөнки телдә халыҡтың бөтә мәҙәниәте, уның рухы сағыла.[2]
Хеҙмәттәре:
Картина мира в русской фразеологии (в сопоставлении с башкирскими параллелями). Москва, 1996;
Лингвофилософия: особенности национального языкового сознания. Уфа, 2012;
Художественный текст как объект лингвокультурологического исследования: контрастивный аспект. Уфа, 2017 (авторҙаш).
250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, шулай уҡ һүҙлектәр, дәреслектәр һәм уҡытыу‑методик әсбаптар авторы. 10 фән кандидатын әҙерләгән (улар Башҡортостандың һәм башҡа юғары уҡыу йорттарында эшләй), аспиранттар араһында сит ил (Ҡытай, Төркиә) кешеләре лә бар.[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006),
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2011)
РФ Мәғариф министрлығының «Студенттар менән ғилми эште үҫтереү өсөн» билдәһе менән наградланған [3]()
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дилбәр Ишмортатова. Яңы институт эш башланы (21 февраль 2012). Дата обращения: 8 февраль 2024.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Марат Терегулов. Научил любить слово, БеZформата.
- ↑ Электронная приёмная/ Хайруллина Райса Ханифовна.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Научил любить слово
- Хәйруллина Рәйсә Хәниф ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2024)
- 15 майҙа тыуғандар
- 1953 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Филология фәндәре докторҙары
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Башҡортостан журналистары
- Проект:Халыҡ мәҙәниәте һәм ҡатын-ҡыҙ 2024