Эстәлеккә күсергә

Циблиев Василий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Циблиев Василий Васильевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 20 февраль 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Ореховка[d], Яркополенское сельское поселение[d], Ислам Төрөк районы, Ҡырым өлкәһе[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө Космонавт, лётчик
Уҡыу йорто Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d]
Мәскәү дәүләт геодезия һәм картография университеты
Летал на Союз ТМ-17[d] һәм Союз ТМ-25[d]
Время в космосе 549 592 Минут
Хәрби звание генерал-лейтенант[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «За заслуги перед Отечеством» III степени медаль «За отличие в воинской службе» II степени «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы Рәсәй Федерацияһы Геройы медаль «За заслуги в освоении космоса» Лётчик-космонавт Российской Федерации
 Циблиев Василий Васильевич Викимилектә

Василий Васильевич Циблиев (20 февраль 1954 йыл) — Рәсәй космонавы, генерал-лейтенант, 2003—2009 йылдарҙа Ю. А. Гагарин исемендәге космонавтар әҙерләү буйынса Рәсәй дәүләт ғилми-тикшеренеү һәм һынау үҙәге етәксеһе. Рәсәй космонавы: № 76; Донъя космонавы: № 296; Осоштар һаны: 2; Асыҡ йыһан киңлегенә сығыу һаны : 6; Мөҙҙәте: З81 тәүлек 15 сәғәт 5З мин 2 ceк;

Циблиев Василий Васильевич 1954 йылдың 20 февралендә Украина ССР-ы Ҡырым өлкәһе Киров районы Ореховка ауылында эшсе ғаиләһендә тыуған. Атаһы: Циблиев Василий Григорьевич (1932 йылда тыуған), әсәһе: Циблиева Валентина Яковлевна (Лиховидова), (11.03.1933—05.12.2006). Ата-әсәһе «Украина» колхозының бишенсе филиалында эшләй. Әсәһе Валентина Яковлевна колхоздың иҫәп бүлегендә лә, баҫыуҙа ла, виноградсылыҡ бригадаларында ла эшләй. 1971 йылда урта мәктәпте тамамлай һәм С. И. Грицевец исемендәге Харьков юғары хәрби авиация осоусылар мәктәбенә уҡырға инә, уны 1975 йылдың декабрендә тамамлай. Циблиев осоусы булып 296-сы истребителдәр полкында Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмөндә хеҙмәт итә башлай. МиГ-21МТ самолёттары менән осоуҙы үҙләштерә. 1976 йылдың ноябрендә 85-се гвардия истребителдәр авиация полкына күсерелә. 1976 йылдың авгусында . «2-се класлы хәрби лётчик» , ә 1979 йылдың майында — «1-се класлы хәрби лётчик» квалификацияһын ала. Тиҙҙән Циблиев звено командиры итеп тәғәйенләнә.[1]

1980 йылдың ноябрендә СССР-ға ҡайта һәм Одесса хәрби округында 161-се авиация полкының звено командиры булып хеҙмәт итеүен дауам итә. 1982 йылда лётчик-инструктор квалификацияһын ала. 1983 йылдың ноябрендә авиация эскадрильяһы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1984 йылда Мәскәү өлкәһенең Монино ҡалаһындағы Ю. А. Гагарин исемендәге хәрби-һауа академияһының команда факультетына уҡырға ебәрелә. 1987 йылдың июлендә уҡыуын тамамлағас, «Командование һәм штаб оператив-тактик авиация» («Командно-штабная оперативно-тактическая авиация») һөнәре буйынса отличие менән диплом ала.[2]

Космонавтар отрядында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1987 йылдың 26 мартында ведомство-ара комиссияның космонавтар һайлау буйынса ҡарары менән Василий Циблиев Хәрби һауа көстәренең космонавтар әҙерләү үҙәгенең космонавтар отрядына алынырға тәҡдим ителә. 1987 йылдың 23 июлендә Хәрби-һауа көстәре генераль штабы бойороғо буйынса Циблиев Космонавтар әҙерләү үҙәгенә кандидат космонавт дәрәжәһендә ҡабул ителә.[1]

1987 йылдың декабренән 1989 йылдың июленә тиклем дөйөм космос әҙерлеген үтә һәм уны тамамлағандан һуң космонавт-һынаусы квалификацияһына алына. ОКП программаһына шулай уҡ парашют әҙерлеге лә ингән. 1990 йыл башында Циблиевҡа «парашют әҙерлеге инструкторы» квалификацияһы бирелә. Артабан Василий Циблиев төркөм ағзаһы булараҡ «Мир» орбиталь комплексына йыһанға осоу буйынса күнекмәләрен дауам итә. 1992 йылдың октябрендә Василий Циблиев Юрий Владимирович Усачёв менән берлектә ЭО-13 программаһы буйынса икенсе экипаж командиры сифатында осоуға әҙерлек башлай. 1993 йылдың 24 ғинуарында «Союз ТМ-16» космос карабы командиры Геннадий Михайлович Манаковтың дублёры була. 1993 йылдың 8 февраленән 24 июненә тиклем Циблиев Серебров Александр Александрович һәм француз Ж. П. Хайньере менән берлектә ЭО-14 программаһы буйынса экипаж командиры сифатында стажировка үтә. Василий Циблиевтың әле йыһанға осоу тәжрибәһе булмауға ҡарамаҫтан, 1993 йылдың 30 июнендә Хәрби-һауа көстәре космонавтар әҙерләү үҙәге начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Осош алдынан уҡ Циблиев юридик яҡтан отрядтан сыға, әммә был факт йыһанға осорға ҡамасауламай.[2]

Беренсе космос осошон Василий Циблиев 1993 йылдың 1 июленән 1994 йылдың 14 ғинуарына тиклем Александр Серебров, шулай уҡ Ж. П. Хайньере, Геннадий Манаков, Александр Полещук, Виктор Афанасьев, Юрий Усачёв һәм Валерий Поляков менән бергә башҡара. Осоштан һуң реабилитация тамамланғас, Василий Циблиев етәкселеккә уҙен космонавтар отрядына ҡайтарыуҙы һорап мөрәжәғәт итә һәм 1994 йылдың 31 мартында уның үтенесе ҡәнәғәтләндерелә. Хәрби-һауа көстәре космонавтар әҙерләү үҙәге космонавтар отрядының космонавты түбән вазифаға тәғәйенләнә һәм ҡабаттан төркөм составында осоуға әҙерлек башлай.[3]

1995 йылдың 8 февралендә Хәрби-һауа көстәре баш командующийы бойороғо менән Василий Циблиев космонавтар отрядың командир урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1996 йылдың 21 февралендә Василий Циблиев «Союз» ТМ-23 СК командующийы Онуфриенко Юрий Ивановичтың дублёры була. 1996 йылдың 25 мартында Василий Циблиев беренсе экипаж командиры сифатында осоуға әҙерлекте башлай. «Союз» ТМ-25 КК-һында осош Василий Циблиев өсөн икенсе була. Циблиев полковник званиеһында икенсе осошон 1997 йылдың 9 февраленән 14 авгусына тиклем «Мир» станцияһында үткәрә. 1997 йылда Мәскәү дәүләт геодезия һәм картография университетын тамамлай. Техник фәндәр кандидаты.[2]

"Мир " орбиталь станцияһындағы ваҡиғалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1997 йылдың 23 февралендә 22:30 сәғәттә, 23-сө миссияның 15-се көнөндә станцияла янғын сыға: "Электрон кислород етештереү ҡоролмаһында шашкалар яна. Аҙаҡ, 1997 йылдың 27 мартында, Циблиев экипажына ағыулы этиленгликолдең сығыуын туҡтатырға тура килә. 1997 йылдың 9 апрелендә Циблиевтың хәле насарая, :торакаль ишемия диагнозы ҡуйыла.

1997 йылдың 25 июнендә Прогресс М-34 транспорт-йөк карабы комплекс менән тоташырға тейеш була, тоташыуҙы ҡул режимында экипаж командиры Василий Циблиев башҡара. Йөк карабы «Мир» «Спектр» модуле менән бәрелешә, авария һөҙөмтәһендә ул герметикһыҙлана, станция бер ни тиклем ваҡытҡа ориентацияһын юғалта, уның энергия менән тәьмин ителеше боҙола. Был станцияның 11 йыллыҡ тарихында иң ҙур авария була һәм ул саҡ тулыһынса сафтан сыҡмай ҡала. Башта аварияла космонавтарҙы ғәйепләйҙәр, әммә һуңынан ғәйепләүҙәр кире ҡағыла , ә Василий Циблиев III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнә. 14 августа «Союз» космос карабында Ергә ҡайтҡанда, Циблиев һәм Лазуткин йомшаҡ ултыртыу двигателдәренең эшләмәүенә осрай.[4]

Статистикаһы
# Старт карабы Старт, UTC Экспедицияһы Ултырыу карабы Ултырыу, UTC Осош Асыҡ космосҡа сығыу Асыҡ космоста ваҡыт
1 Тм-17 союзы 01.07.1993, 14:32 Тм-17 союзы, Донъя-14 Тм-17 союзы 14.01.1994, 08:18 196 тәүлек 17 сәғәт 45 минут 5 14 сәғәт 13 минут
2 Тм-25 союзы 10.02.1997, 14:09 Тм-25 союзы, Донъя-23 Тм-25 союзы 14.08.1997, 12:17 184 тәүлек 22 сәғәт 07 минут 1 04 сәғәт 59 минут
381 тәүлек 15 сәғәт 52 минут 6 19 сәғәт 11 минут
  • Ҡатыны — Лариса Ивановна.
  • Улдары Василий (1978) һәм ҡыҙы Виктория (1983).
  • лейтенант (23.10.1975);
  • өлкән лейтенант (05.11.1977);
  • капитан (05.12.1979);
  • майор (20.03.1984);
  • подполковник (29.10.1989);
  • полковник (01.07.1993);
  • генерал-майор (18.06.2001);
  • генерал-лейтенант (16.12.2004).
  • Рәсәй Федерацияһы Геройы (14 ғинуар 1994) — Мир орбиталь ғилми-тикшеренеү комплексында йыһанға осош ваҡытында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн[5];
  • "Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн"ордены III дәрәжә (10 апрель 1998) — Мир орбиталь ғилми-тикшеренеү комплексында оҙайлы йыһан осошо ваҡытында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн[6];
  • «Космосты үҙләштереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (12 апрель 2011 йыл) — йыһан киңлеген өйрәнеү, үҙләштереү һәм файҙаланыу өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы эше, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн;
  • "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн"миҙалы;
  • Алексей Леонов миҙалы (Кемерово өлкәһе, 2015) — асыҡ космосҡа алты тапҡыр сығыу өсөн
  • Рәсәй Федерацияһының Летчик-космонавты (1994 йылдың 14 ғинуары) — Мир орбиталь ғилми-тикшеренеү комплексында йыһанға осоуҙы уңышлы тормошҡа ашырғаны һәм шул уҡ ваҡытта юғары профессионализм күрһәткәне өсөн[7];
  • . В. Высоцкий исемендәге «Үҙ юлы» (Своя колея) премияһы лауреаты (1997).
  1. 1,0 1,1 Циблиев Василий Васильевич, Герои страны. 17 апрель 2024 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 Циблиев Василий Васильевич, Энциклопедия. 17 апрель 2024 тикшерелгән.
  3. * Циблиев Василий Васильевич, RusTeam. 17 апрель 2024 тикшерелгән.
  4. «Горим, мужики!»: как тушили космическую станцию «Мир». Газета.Ru (7 ғинуар 2024). Дата обращения: 17 апрель 2024.
  5. Указ Президента Российской Федерации от 14 января 1994 г. № 155
  6. Указ Президента РФ от 10 апреля 1998 г. № 370
  7. Указ Президента РФ от 14 января 1994 г. № 154
  • И. А. Маринин, С. Х. Шамсутдинов, А. В. Глушко (составители). Советские и российские космонавты. 1960—2000 / Под редакцией Ю. М. Батурина. — М.: ООО Информационно-издательский дом «Новости космонавтики», 2001. — ISBN 5-93345-003-0.