Эстәлеккә күсергә

Юмжагийн Цэдэнбал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Цэдэнбал битенән йүнәлтелде)
Юмжагийн Цэдэнбал
Юмжаагийн Цэдэнбал
Юмжагийн Цэдэнбал
Флаг
Флаг
Монголия Халыҡ Республикаһының Бөйөк Халыҡ Хуралы Президиумы рәйесе
11 июнь 1974 йыл — 23 август 1984 йыл
Алдан килеүсе: Жамсрагийн Самбу
Цаганламын Дугэрсурэн (в.в.б.)
Сономын Лувсан (в.в.б.)
Дауамсы: Нямын Жагварал (в.в.б.)
Жамбын Батмунх
Флаг
Флаг
Монголия Халыҡ Республикаһы Министрҙар Советы рәйесе
Флаг
Флаг
26 ғинуар 1952 йыл — 11 июнь 1974 йыл
Алдан килеүсе: вазифа булдырыла
Дауамсы: Жамбын Батмунх
Флаг
Флаг
Монголия Халыҡ-Революцион Партияһы ҮК-ның генераль секретары
8 апрель 1940 йыл — 4 апрель 1954 йыл
Алдан килеүсе: вазифа булдырыла
Дауамсы: вазифа бөтөрөлә
Флаг
Флаг
Монголия Халыҡ-Революцион Партияһы ҮК-ның беренсе секретары
22 ноябрь 1958 йыл — 24 август 1984 йыл
Алдан килеүсе: Дашийн Дамба
Дауамсы: Жамбын Батмунх
 
Дине: атеизм
Тыуған: 17 сентябрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Убсунур аймағы, Монголия
Үлгән: 10 апрель 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (74 йәш)
Мәскәү, СССР
Ерләнгән: Улан-Батор[1]
Ҡатыны: Филатова-Цэдэнбал Анастасия Ивановна
Балалары: Улдары: Владислав һәм Зориг
Партия: Монголия Халыҡ-Революцион Партияһы (1939—1990)
Белеме: Себер финанс-иҡтисад институты (Иркутск)
 
Наградалары:
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены
Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены
I дәрәжә Кутузов ордены
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» «Японияны еңгән өсөн» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
Георгий Димитров ордены
Георгий Димитров ордены
Георгий Димитров ордены
Георгий Димитров ордены
Орден «Звезда дружбы народов» 1 степени
Орден «Звезда дружбы народов» 1 степени
I дәрәжә Аҡ арыҫлан ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
Хосе Марти Милли ордены
Хосе Марти Милли ордены
Алмазлы Байраҡ ордены (ВХР)

Юмжагийн Цэдэнбал (монг. Юмжаагийн Цэдэнбал; 17 сентябрь 1916 йыл — 10 апрель 1991 йыл) — Монгол Халыҡ Республикаһының һәм Монгол Халыҡ-Революцион Партияһының сәйәси эшмәкәре, МХР Маршалы (1979).

Ю. Цэдэнбал Монголияның төньяҡ-көнбайышының иң сигендә, хәҙерге Убсунгур аймағының Давст сомонында ярлы малсы-дербет ғаиләһендә тыуған.

1932 йылда Убсунур төбәгенең төньяҡ өлөшө Тува Халыҡ Республикаһына бирелә, ә 1944 йылда Тыва өлөшө булараҡ РСФСР-ға индерелә. 1958 йылда совет-монгол сиген аныҡлағанда Ю. Цеденбал тыуған төбәк Монголияға бирелә.

Ю. Цэдэнбал әле Х. Чойбалсан ваҡытында етәксе вазифаға үрләп ҡала, МХРП Үҙәк Коитетының Генераль секретары була. Чойбалсан вафат булғас, 1952 йылда премьер-министр ҙа булып китә. Ул элекке етәксегә ҡарағанда йомшағыраҡ сәйәсәт алып бара, Чойбалсандың шәхес культы арҡаһында ултыртылған бик күптәрҙе төрмәнән азат итә. Чойбалсандың шәхес культы рәсми рәүештә ҡаралмай, әммә уның шундай эшмәкәрлеге ғәйепләнә.

Ю. Цэдэнбал осоронда ауыл хужалығы коллективлаштырыла, малсы-крәҫтиәндәрҙең тормош кимәле яҡшыра башлай, уларға түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтелә, белем бирелә. Социаль программалр ҡабул ителә.

СССР-ҙың һәм СЭВ-тың ныҡлы ярҙамына таянып, илде идустриаль үҫеш юлына баҫтыра. Үҙәк Комитеттан үҙенә көндәш булырлыҡ кешеләрҙе сығарыуға өлгәшә. Тышҡы сәйәсәттә СССР һәм уның менән бер тарафта эш иткән башҡа илдәр менән бәйләнеште нығытыуға күп көс һала. СССР һәм ҠХР араһында сәйәси ҡытыршылыҡтар килеп сыҡҡас, бер икеләнеүһеҙ СССР яғына баҫа. Бүтән союздаш илдәрҙән айырмалы, Монголиялағы совет ғәскәре айырым төркөмләнмәй, ә Байкал аръяғы хәрби округына инә.

Монголияның сәйәси тормошонда Цэдэнбалдың ҡатыны Анастасия Ивановна Цэдэнбал-Филатова ла күренекле урын тота. Ҡатыны менән Цэдэнбал Мәскәүҙә партия уҡыуҙарынҙда булғанда таныша.

Уларҙың ике улы донъяға килә.

1984 йылда МХЭП ҮК-ның Генераль секретарь вазифаһынан сығаралар һәм Мәскәүгә ҡатыны менән дауаланырға оҙатыла. Яңы Генераль секретарь итеп Жамбын Батмунх һайлана. 1990 йылдың 18 апрелендә Бөйөк Халыҡ Хуралы Президиумы 97-се һанлы Указы менән Цэдэнбал МХР геройы, МХР-ҙың хеҙмәт геройы, МХР маршалы исемдәренән, дәүләт наградаларынан мәхрүм ителә. Вафатынан һуң Цэдэнбалдың кәүҙәһе Монголияға ҡайтарыла һәм армия генералы кимәлендә хөрмәт күрһәтеп ерләнә.

Монголия Республикаһы Президенты Указы менән 1997 йылдың 31 октябрендә 60-сы һанлы Указ менән өҫтә әйтелгән Указ көсөнән сығарыла. Цэдэнбал донъяға килгән Убсунур аймағының үҙәге Улангом ҡалаһында «Маршал Юмжагийн Цэдэнбал урамы» тип атала.

2013 йылдың октябрендә илдә Ю. Цэдэнбалды тулыһынса аҡлау мөмкинлеген өйрәнеү буйынса эшсе комиссия төҙөү тәҡдиме индерелгән.

  • МХР-ҙың хеҙмәт геройы (1961)
  • МХР геройы (1966)
  • 5 Сухэ-Батор ордены
  • МХР-ҙың Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • 2 Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • миҙалдар

Сит ил наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 3 Ленин Ордены (1944, 1976, 1986)
  • I дәрәжә Кутузов ордены (8 сентябрь, 1945)
  • Октябрь революциияһы ордены
  • БХР-ҙың 2 Георгий Димитров ордены
  • ПХР-ҙың «Большой крест возрождения Польши» ордены
  • ЮСФР-ҙың «Большая звезда Югославии» ордены
  • ЧССР-ҙың «Аҡ арыҫлан» ордены
  • ГДР-ҙың Карл Маркс ордены
  • ГДР-ҙың Халыҡтар Дуҫлығы ордены
  • (КНДР) I дәрәжә Дәүләт Байрағы ордены
  • ВХР-ҙың Дәүләт Байрағы ордены
  • Кубаның Хосе Марти ордены
  • Бөтә донъя тыныслыҡ советының Ф.Жолио-Кюри исемендәге алтын миҙалы
  • СССР миҙалдары