Эстәлеккә күсергә

Чадыр-Лунга

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чадыр-Лунга
рум. Ceadîr-Lunga
гаг. Çadır Lunga
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1812[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы Ceadîr-Lunga һәм Çadır Lunga
Дәүләт  Молдова
Административ үҙәге Чадыр-Лунгский район[d]
Административ-территориаль берәмек Гагауз Ери
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Ceadîr-Lunga[d]
Халыҡ һаны 16 605 кеше (2014)[2]
Туғандаш ҡала Северодонецк[3][4][5]
Майҙан 105,1 км²
Почта индексы MD-6100
Рәсми сайт ceadir-lunga.md
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1812[6]
Урындағы телефон коды 291
Номер тамғаһы коды GE
Карта
 Чадыр-Лунга Викимилектә

Чадыр-Лунга (мол. Ceadîr Lunga, гаг. Çadır Lunga) — Молдавияның көньяғындағы муниципий[7] һәм ҡала, Лунга йылғаһы буйында урынлашҡан. Гагауз автономияһында ҙурлығы буйынса икенсе тораҡ пункт. Халҡы һаны 16 605 кеше (2014) тәшкил итә, нигеҙҙә, гагауздар; шулай уҡ урыҫтар, болгарҙар, молдавандар, украиндар, йәһүдтәр һәм башҡалар йәшәй. Ҡалала тимер юл станцияһы, аэропорт (эшләмәй), автостанция урынлашҡан. Аэропортты тергеҙеү планлаштырыла.

2015 йылда Чадыр-Лунга флагының эскиздары күрһәтелә[8] һәм 2015 йылдың майында уның һуңғы варианты тәҡдим ителә[9]

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҫеш алған тармаҡтары: аҙыҡ-түлек (шул иҫәптән шарап, тәмәке), сәнәғәте: электротермик ҡорамалдар заводы, келәм фабрикаһы, Молдавияның көньяғында урынлашҡан эре иген продукттары комбинаты, тәмәке-ферментация заводы, Молдованың көньяғында берҙән-бер май экстракцияһы заводы[10], шулай уҡ 1948 йылда барлыҡҡа килгән шарап заводы (Мәскәү интернациональ күргәҙмәләрендә алтын миҙал яулаған), нефть базаһы, таҡта ярыу яйланмаһы, сит ил капиталы менән 3 туҡыу фабрикаһы. Ҡалала 4 лицей, 6 балалар баҡсаһы һәм 4 мәктәп эшләй. Ҡала үҙәгендә Михаил Чакир исемендәге Гагауз Милли театры урынлашҡан.

Чадыр-Лунгала республикала берҙән-бер орлов юртаҡтарын үрсетеү буйынса ат заводы, шулай уҡ Молдавияла берҙән-бер ипподром урынлашҡан, Йыл һайын 6 майҙа Изге Георгий «Хедерлез» Милли көнөндә ат сабыштырыуҙар һәм күрһәтмә сығыштар үткәрелә.

Ҡалала Ҡазан Божья Матерь Иконаһы ғибәҙәтханаһы төҙөлә, ул 1972 йылда коммунистар тарафынан емерелгәндең теүәл күсермәһе була. Ғибәҙәтхананың архитектура ансамбле византия стилендә башҡарылған, был ғибәҙәтхананы ҡаланың иҫтәлекле урындарының береһе яһай. Чадыр-Лунгала үҙенең музейы бар, ул ҡасандыр тергеҙелгән сауҙагәр йортонда урынлашҡан.

Тарихы һәм этимологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чадыр һәм Лунга ултыраҡтары рус-төрөк һуғыштары ваҡытында Ғосман империяһының күскенселәре: гагауз һәм болгарҙар (шул ваҡытта болгар этник үҙаңына эйә булғандар) тарафынан барлыҡҡа килә. Улар бында төрөк иҙеүенән ҡасалар. «Чадыр» гагауз теленән тәржемәләгәндә — традицион төрки сатыры (тирмә); «Лунга» — йылға атамаһы, уның яры буйында ҡала урынлашҡан. Легенда буйынса, бәшнәктәр, ә һуңынан татарҙар ваҡытында ҡала урынында күскенселәр үҙҙәренең чадырҙарын (юрталарын) ҡороп, ваҡытлыса урынға туҡтағандар. Чадыр атамаһы шунан киткән.

1819 йылда рухани Захарий Чакир[11] Чадыр-Лунгала Бессарабияның беренсе болгар училищеһын асҡан[12]. Чадыр һәм Лунга ауылдары Молдавия Совет Социалистик Республикаһының Юғары Советы Президиумының ҡарары менән 1958 йылдың 9 июнендә Чадыр-Лунга ҡалаһына берләшә. 1969 йылдың 14 апрелендә Чадыр-Лунгала тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла.

Ҡалала «Саксан» футбол клубы, үҙенең автодром менән "АВТОКОРРИДА" автомобиль спорт-клубы бар, автодромда Молдованың автокросс буйынса чемпионаттары үткәрелә.

Рождество
Ҡазан Божья Матерь Иконаһы ғибәҙәтханаһы эргәһендә мәмерйә

.

XX быуат аҙағында - XXI быуат башында Чадыр-Лунга бер нисә ҙур ҡалалар менән туғанлаша. Бөгөнгө көнгә туғандаш ҡалалары булып Измит (Төркиә), Бурса (Төркиә), Северодонецк (Украина), Каварна (Болгария) һәм Солигорск, Добруш, Речица (Беларусь Республикаһы) һәм башҡалар тора.

Чадыр-Лунга бәйләнеште сит ил ҡалалары менән генә тотмай. Гагаузия ҡалалары менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре лә мөһим булып ҡала. Әлеге ваҡытта Чадыр - Лунганың рәсми партнеры булып Комрат (Гагауз Ери) муниципийы тора.

Ил, төбәк Туғандаш ҡалалар
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы Кострома
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы Серпухов
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы Нурлат
Беларусь Беларусь Речица
Беларусь Беларусь Добруш
Беларусь Беларусь Солигорск
Төркиә Төркиә Измит
Днестр буйы Молдава Республикаһы Днестр буйы Молдава Республикаһы Бендеры
Израиль Израиль Ариэль
Румыния Румыния Тыргу-Окна
  1. Чеадыр-Лунга (молд.) // Енчиклопедия советикэ молдовеняскэКишинэу: (untranslated), 1977. — Т. Volumul VII. — Б. 291.
  2. Перепись населения Молдавии (2014) — 2017.
  3. http://ceadir-lunga.md/index.php?gorod&history&mid=101&id=3
  4. http://ceadir-lunga.md/munitsipij/goroda-pobratimy
  5. http://svsever.lg.ua/2015/12/severodoneck_vse_o_nashem_gorode_dopolnyaetsya_
  6. Nicu V. Localitățile Moldovei în documente și cărți vechi: îndreptar bibliografic. Volumul 1: A-L (рум.)Chișinău: Universitas, 1991. — 508 с. — ISBN 5-362-00841-2
  7. 23 апреля в г. Чадыр-Лунга состоялось открытие маслоэкстракционного завода компании Trans-Oil Refinery. Дата обращения: 30 ғинуар 2011. Архивировано 30 ғинуар 2011 года. 2014 йыл 22 февраль архивланған.
  8. Ҡайһы бер документтар чакиров тип атала.
  9. Дойнов Стефан. Българите в Украйна и Молдова през Възраждането (1751-1878). — София: Академично издателство „Марин Дринов“, 2005. — P. 294. — ISBN 954-322-019-0.