Чжан Имоу
Чжан Имоу | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Ҡытай |
Кана әлифбаһында исеме | チャン・イーモウ |
Тыуған көнө | 2 апрель 1950[3][4] (74 йәш) или 14 ноябрь 1951[3] (73 йәш) |
Тыуған урыны | Сиань, Ҡытай |
Внебрачный партнёр | Chen Ting[d] һәм Гун Ли[d] |
Һөнәр төрө | кинорежиссёр, актёр, сценарий яҙыусы, кинопродюсер, оператор-постановщик |
Биләгән вазифаһы | Ҡытай халыҡ сәйәси кәңәшләшеү советының Бөтә Ҡытай комитеты ағзаһы[d] |
Уҡыу йорто | Пекинская киноакадемия[d] |
Сәнғәт йүнәлеше | fifth generation Chinese cinema[d][5] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d] |
Чжан Имоу Викимилектә |
Чжан Имоу (ҡытайса 张艺谋|Zhāng Yìmóu; 14 ноябрь 1951 йыл) — Ҡытай актёры, режиссёр, продюсер һәм сценарист.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чжан Имоу 1951 йылдың 14 ноябрендә Ҡытай Халыҡ Республикаһы Шэньси провинцияһының Сиань ҡалаһында Гоминьдан консерватив сәйәси фирҡәһе яҡлылар ғаиләһендә тыуған. Чан Кайши армияһында оло ағаһының хәрби хеҙмәттә булғаны өсөн «мәҙәни инҡилап» ваҡытында Имоу мәктәптән ҡыуыла һәм төҙәтеүгә ауыл хужалығы коммунаһына ебәрелә. Шулай итеп, 1968 йылдан 1971 йылғаса ул ауыл хеҙмәте менән мәшғүл була, артабан 1971—1978 йылдарҙа туҡыу фабрикаһында эшләй. Был осорҙа Чжан Имоу һүрәт төшөрөү һәм һәүәҫкәр нигеҙҙә фотография менән мауығып китә (үҙенең тәүге камераһын һатып алырға аҡса йыйыу маҡсатынан 18 лет йәшендә донор була һәм биш ай дауамында ҡан тапшыра).
1978 йылда Пекин киноакадемияһы асылғанда Чжан Имоуға 27 йәш була — нисек үҫмер егет-ҡыҙҙар менән имтихан тапшыраң инде… Хыялын тормошҡа ашырыу өсөн уға шәхсән илдең мәҙәниәт министрлығына мөрәжәғәт итергә тура килә: «Мәҙәни инҡилап арҡаһында 10 йыл ғүмерен юғалтыусы»ға ташлама яһауҙы һорап яҙған ғаризаһына бер потфель тиерлек фотографияларын да өҫтәй. Уның үтенесен ҡәнәғәтләндерәләр, һөҙөмтәлә Чжан Имоу киноакадемияһы студенты булыу бәхетен татый һәм был һөнәри уҡыу йортон 1982 йылда уңышлы тамамлай.
Ҡытайҙа ҙур уңыш яулаған һәм, донъя экрандарына сығып, илдә төшөрөлгәндәр араһынан тәүгеләрҙең береһе булып Берлин кинофестиваленең «Алтын айыу» призын яулаған «Ҡыҙыл гаолян» исемле дебют фильмендә үк Чжан Имоу үҙен күренекле режиссёр итеп таныта. Уның ижад емештәрен артабан Европала хайран ҡалып ҡабул итәләр, сөнки әҫәрҙәрҙә һәр саҡ етди социаль проблемалар күтәрелә, һәм шул сәбәптән дә инде режиссёр «диссидент» булараҡ танылыу ала. Атап әйткәндә, уның Ҡытай яҙыусыһы Юй Хуаның «Йәшәргә» исемле романы буйынса төшөргән фильмын үҙ илендә күрһәтеү тыйылғандан һуң, Европала һәм АҠШ-та ул айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
2005 йылда Чжан Имоу Парижда Италияның танылған композиторы, музыкала «веризм» йүнәлешенең сағыу вәкилдәренең береһе Джакомо Пуччиниҙың (1858—1924) «Турандот» операһын сәхнәләштерә, төп партияны Ирина Гордей башҡара. Әҫәрҙе масштаблы һәм сағыу итеү өсөн костюмдар һәм декорациялар буйынса режиссёр үҙенең ватандаш рәссамдарын йәлеп итә, тамашала 450-гә яҡын статист ҡатнаша. Чжан Имоу Европа опера мәктәбе үҙенсәлектәрен Ҡытай операһының декоратив шартлылыҡтары менән оҫта берләштереүгә өлгәшә. Әйткәндәй, был опера спектакле яҙмаһын Рәсәйҙең «Культура» телеканалы 2011 йылдың 20 мартында беҙҙең ил тамашасыларына тәҡдим итә.
Шул ваҡыттан бирле Чжан Имоу күп һанлы һәм төрлө кимәл бүләктәргә лайыҡ була, әммә уның киң ҡатлам тамашасылар алдында ныҡлап танылыуы тарихи темаға бағышланған монументаль «Герой» (2002) һәм «Осоусы хәнйәрҙәр йорто» (2004) кинофильмдары менән бәйле. Улар, донъя экрандарын урап сығып, 177 һәм 90 миллионға яҡын доллар касса йыйымдары туплаған. Үҙенең был ижад емештәрендә режиссёр, төрлө төҫтәр менән үҙенсәлекле эш итә белеүен тулыһынса күрһәтеп, әҫәрҙрендәге һәр күренеште тиерлек аҫыл сәнғәт өлгөһөнә әйләндергән. Кино белгестәре билдәләүенсә, тышҡы эстетикала юғары кимәлдәге эске философик һәм хистәр төйөнлөгөн йыйған көслөлөк сағыла. Ә уның сираттағы «Алтын сәскә ҡарғышы» фильмы төҫтәрҙең ныҡ уйнауы менән шаҡ ҡатыра һәм касса йыйымы буйынса Ҡытай рекордын ҡуя.
Бөгөн Ҡытайҙың иң ныҡ танылыу алған ике актрисаһы Гун Ли менән Чжан Цзыи нәҡ Чжан Имоу ярҙамы менән оло кинематографҡа юл ала — уларҙың икеһе лә Үҙәк драма академияһы студенттары булғанда уҡ тәүге тапҡыр уның фильмдарына саҡырыла.
Пекинда 2008 йылда үткән Йәйге Олимпия уйындарының асыу һәм ябыу тамашаларының төп ҡуйыусыһы Чжан Имоу була, ошо арҡала ул кино менән бәйле барлыҡ эштәрен туҡтатып тора.
Фильмография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Режиссёр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]“ | Әгәр ҙә Чжан Имоу әҫәрҙәре менән нимә әйткәнен иғтибар менән тыңлаһаң, ууларҙың генераль мотивын яҡшы ишетербеҙ — азатлыҡ, азатлыҡ, шәхес азатлығы! | ” |
— C. Торопцев |
Йыл | Исеме | Ҡытай телендәге исеме | Комментарийҙар |
---|---|---|---|
1987 | Красный гаолян | 红高粱 | Алтын айыу |
1989 | Операция «Пума» | 代号美洲豹 | (сорежиссёр) |
1990 | Цзюй Доу | 菊豆 | |
1991 | Подними красный фонарь | 大红灯笼高高挂 | Венеция кинофестивале — Көмөш арыҫлан Инглиз телле булмаған иң яҡшы фильм өсөн BAFTA премияһы |
1992 | Цю Цзюй обращается в суд | 秋菊打官司 | Көмөш арыҫлан |
1994 | Душа живописца | 画魂 | (сорежиссёр) |
1994 | Жить | 活着 | Канн кинофестивале — Гран-при Инглиз телле булмаған иң яҡшы фильм өсөн BAFTA премияһы |
1995 | Шанхайская триада | 摇啊摇,摇到外婆桥 | |
1995 | Люмьер и компания | Эпизод «Zhang Yimou/China» | |
1997 | Сохраняй спокойствие | 有話好好說 | |
1999 | Ни одним меньше | 一个都不能少 | Алтын арыҫлан |
1999 | Дорога домой | 我的父亲母亲 | Көмөш айыу |
2000 | Счастье на час | 幸福時光 | |
2002 | Герой | 英雄 | Альфред Бауэр премияһы |
2004 | Дом летающих кинжалов | 十面埋伏 | |
2005 | Путь в тысячу миль | 千里走单骑 | |
2006 | Проклятие золотого цветка | 满城尽带黄金甲 | |
2007 | У каждого своё кино | Эпизод «Вечер в кино» («En Regardant le Film») | |
2009 | Женщина, пушка и лапша | 三枪拍案惊奇 | |
2010 | Под ветвями боярышника | 山楂树之恋 | |
2011 | Цветы войны | 金陵十三釵 | |
2014 | Возвращение | 归来 | |
2016 | Великая стена | 长城 | |
2018 | Тень | 影 |
Оператор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Исеме | Ҡытай телендәге исеме | Комментарий |
---|---|---|---|
1982 | Красный слон | 红象 | |
1983 | Один и восемь | 一个和八个 | реж. Чжан Цзюньчжао |
1984 | Жёлтая земля | 黃土地 | реж. Чэнь Кайгэ |
1986 | Старый колодец | 老井 | реж. Ву Тяньмин |
1986 | Большой парад | 大阅兵 | реж. Чэнь Кайгэ |
Актёр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Исеме | Ҡытай телендәге исеме | Комментарий |
---|---|---|---|
1986 | Старый колодец | 老井 | Сунь Ванцзян |
1987 | Красный гаолян | 红高粱 | |
1989 | Терракотовый воин | 古今大战秦俑情 | генерал Мэн Тяньфан |
1997 | Сохраняй спокойствие | 有话好好说 | Лю Дэлун |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1987 — «Золотой медведь» Берлинского кинофестиваля за фильм «Красный гаолян»
- 1988 — Национальная кинопремия «Золотой петух» за роль в фильме «Старый колодец»
- 1991 — «Серебряный лев» Венецианского кинофестиваля за фильм «Подними красный фонарь»
- 1992 — «Золотой лев» Венецианского кинофестиваля за фильм «Цю Цзюй обращается в суд»
- 1993 — премия BAFTA за лучший неанглоязычный фильм за фильм «Подними красный фонарь»
- 1994 — Гран-при Каннского кинофестиваля за фильм «Жить»
- 1995 — премия BAFTA за лучший неанглоязычный фильм за фильм «Жить»
- 1999 — «Золотой лев» Венецианского кинофестиваля за фильм «Ни одним меньше»
- 1999 — «Серебряный медведь» Берлинского кинофестиваля за фильм «Дорога домой»
- 2000 — Национальная кинопремия «Золотой петух» за фильм «Дорога домой»
- 2002 — Азиатская премия культуры Фукуока
- 2003 — Премия Альфреда Бауэра (за открытие новых путей в киноискусстве) Берлинского кинофестиваля за фильм «Герой»
Кроме того, три фильма Имоу номинировались на премию «Оскар» за лучший иностранный фильм: «Цзюй Доу» (1991), «Подними красный фонарь» (1992) и «Герой» (2003 год). Ленты «Шанхайская триада» и «Дом летающих кинжалов» получили номинации на «Оскар» за лучшую операторскую работу, а «Проклятие золотого цветка» номинировался на «Оскар» в категории «Лучший дизайн костюмов».
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #111742197 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Zhang Yimou // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Zhang Yimou // https://www.biografiasyvidas.com/biografia/z/zhang_yimou.htm
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Экранка.ру
- Национальный кинопортал Film.ru 2006 йыл 21 март архивланған.
- Евгений Майзель. Чжан Имоу. Китайское правописание