Чәһел Сүтун һарайы
Һарай | |
Ҡырҡ колонна һарайы
چهل ستون, | |
Ил | Иран |
Ҡала | Исфаһан |
Координаталар | 32/39/27/N/51/40/20/E |
Нигеҙләнгән | 1647 |
Ҡырҡ колонна һарайы Викимилектә |
Чәһел Сүтун һарайы (фарсыса Ҡырҡ колонна һарайы) — Исфаһан (Иран) ҡалаһында фарсы шаһы Ғәббәс II һарайы, XVII быуат фарсы архитектураһының атаҡлы ҡоролмаһы. Объект составындағы Фарсы баҡсалары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инә.
Павильон 1647 йылда Ғәббәс II тарафынан ял итеү урыны сифатында төҙөлә.
XVII быуат француз сәйәхәтсеһе Жан-Батист Тавернье үҙенең яҙмаларында бында үткән тантаналы ҡабул итеүҙәрҙе бер нисә тапҡыр телгә ала. 1707 йылда һарай янғын кисерә, 1870 йылда реконструкциялана. Хәҙерге ваҡытта бында археология музейы экспозицияһы урынлашҡан, унда боронғо керамик әйберҙәр һәм келәмдәр ҡуйылған.
Үҙ ваҡытында һарайҙы тарихи ваҡиғалар темаһына керамик паннолар биҙәгән, әммә улар бөтә донъя буйлап таратылған; күбеһе хәҙер Европа музейҙарында һаҡлана.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ғәббәс I һәм Үәли Мөхәммәт
-
Ғәббәс II һәм Нәҙир Мөхәммәт
-
Карналдағы алыш
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- I. Luschey-Schmeisser, Čehel Sotūn, Encyclopædia Iranica, 1990.
- N. Wilber, Persian Gardens and Garden Pavilions, Tokio, 1962.
- K. Würfel, Isfahan, Zurich, 1974.
- A. U. Pope, Persian Architecture, Londres, 1965.