Хатам
Хатам | |
фарс. خاتم | |
Административ-территориаль берәмек | Иран һәм Ираҡ |
---|---|
Хатам Викимилектә |
Хатам (перс. خاتمکاری, Khatam-kari йәки (перс. خاتمبندی, khatam-bandi) — боронғо фарсы ағас инкрустацияһы техникаһы.
Башҡарылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мозаиканың айырым төрө, уның нигеҙендә өсмөйөштәрҙән торған ҡатмарлы геометрик биҙәк ята, ағасҡа йәки башҡа төрлө өҫкө ерлектәргә ағастан, һөйәктән һәм металдан эшләнгән йоҡа пластиналар йәбештереү юлы менән яһала. Был рәүешле теләһә ниндәй предметты — ишек һәм рамдарҙан алып ҡумталарға һәм шариклы ручкаларға тиклем — биҙәйҙәр. Алтын, көмөш, еҙ, алюмин, баҡыр һәм ишелгән металл еп сәнғәттең был төрөндә ҡулланылған материалдар булып тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мозаика традицияһы Иранда боронғо замандарҙа барлыҡҡа килгән. Фарсы энциклопедияһында былай тиелә: «Был сәнғәт төрөнөң барлыҡҡа килеү осоро аныҡ билдәле түгел, ә сығанаҡтар күрһәткәнсә, легенда менән бәйле. Ҡайһы бер оҫталар һаман да хатам сәнғәте Ибраһим пәйғәмбәр мөғжизәһе менән тиңләштерелә тип иҫәпләй». Хатамдан тәүге бәләкәй өлгөләре б.э. VIII быуатына ҡараған Ҡөрьән тышлығында табыла.
Был сәнғәт төрө үҙенең иң юғары үҫешенә Сәфәүиҙәр династияһы (XVIXVII быуат) идара итеү дәүерендә өлгәшә .
Хатам сәнғәте 1979 йылғы Ислам революцияһынан һуң Мәҙәниәт һәм юғары белем биреү министрлығы ҡарамағындағы оҫтаханаларҙа үҫешен дауам итә. Шулай уҡ шәхси мануфактуралар ҙа байтаҡ.
Иранда хатам етештереү буйынса үҙәктәре булып Исфахан, Шираз һәм Тәһран ҡалалары һанала.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.