Хилйә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хилйә
 Хилйә Викимилектә
Төрөк хаттаты Хафиз Ғосман (16421698) (tr) төҙөгән хилйә. 1690
Төрөк хаттаты, хәрби ҡаҙый Мостафа Ғиззәт Әфәнде (18011876) (tr) төҙөгән хилйә. 1848
Мәхмәд Таһир Әфәнде (?—1848) төҙөгән хилйә.

Хилйә (ғәр. حلية‎) — дини әҙәбиәттә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең яҙма, һүҙ менән яһалған портреты. Ғәрәп телендә хилйә «биҙәк», «зиннәт», «гәүһәр», «күркәм йҡҙт», «яҡшы сифаттар», «матурлыҡ» мәғәнәһен бирә. Исламда рәсем сәнғәте киң таралмағанға күрә, мосолмандар Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең гүзәллеген, буй-һынын, физик ҡиәфәтен тасуирлап әҫәрҙәр («хилйә-и шәриф», «хилйә-и сәғәҙәт») яҙғандар. Әлеге әҫәрҙәр ирекле булырға йәки әҫәрҙәр миғражия, мәүлиттәр эсенә тупланған айырым өҙөктәр (парсалар) булырға мөмкин.

Жанрҙың барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дини әҙәбиәттә хилйә жанрының барлыҡҡа килеүен риүәйәткә нигеҙләнеп аңлаталар. Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең вафатына (632) аҙ ғына ваҡыт ҡалғас, ҡыҙы хәҙрәти Фатима: «Йа Рәсүлүлла, һинең йөҙөңде бынан һуң күрә алмаясаҡмын !», тип ҡайғырғас, Пәйғәмбәр: «Ғали! Хилйәмде яҙ, сифаттарымды уҡығас, мине күргән һымаҡ тойолор», тип бойора. Был хәл-ваҡиға хилйә, мәүлид, нәғәт, миғражиялар яҙыу традицияһының ысын сәбәбен тәшкил итә тип ҡарала.

Мосолмандар араһында хилйә һ. б. яҙыу традицияһының киң таралыуы Мөхәммәт Пәйғәмбәргә бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәхәббәткә, ололауға бәйле. Пәйғәмбәрҙең хилйәһен күңелдән белгәндәр күп сауаптар ала, ике донъяла ниғмәттәргә эйә була, тиелә.

Төрөк әҙәбиәтендә хилйәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғосманлы мосолман йәмғиәтендә «хилйәтү- ш-шәриф» исеме аҫтындағы әҫәрҙәр популяр булған. Башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең хилйәләре лә бар. Мәһмәт Хаҡҡаниҙың (?—1606) «Хилйә-и Хаҡҡани» әҫәре теленең ябайлығы сәбәпле, Сөләймән Селәбиҙең "Мәүлид"е, Яҙыусыоғлуҙың «Мөхәммәҙиә»һе дәрәжәһендә хөрмәт ҡаҙанған. Әдирнә шәйехе Нәшати (?-1674), Наифиҙың (1643—1778) хилйәләре лә халыҡта билдәле булған.

Ғәрәп әҙәбиәтендә шамаил-и шәриф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәрәп әҙәбиәтендә Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең тышҡы һәм эске сифаттарын тасуирлауға нигеҙләнгән беренсе әҫәрҙәргә «шамаил», «шамаил-и шәриф» исеме яҙылған. Ғәрәп телендә "шамаил"дең мәғәнәһе хилйәгә ҡарағанда киңерәк: ул Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең шәхси һәм һирәк осрай торған тормошон хикәйә итә, уның эсенә Пәйғәмбәрҙең тышҡы күренеше, мораль сифаттары, хәл-ғәмәлдәре, ғәҙәттәре, хәрәкәттәре һ. б. индереп ҡарала. Шамаил-и шәрифтәр беренсе ваҡыттарҙа әҙәби әҫәр булмаған, әлеге төр әҫәрҙәр дидактик эстәлеккә эйә була һәм Пәйғәмбәрҙән һуң киләһе быуындарға уны танытыу маҡсатын күҙ алдында тота.

Шамаилдән һуң барлыҡҡа килгән хилйә — шамаилдең бер өлөшө генә. Ул Пәйғәмбәрҙең бигерәк тә физик сифаттарына иғтибар итә, бер ни тиклем рухи сифаттарын да аңлата һәм сәнғәтилеккә дәғүә итә. Шамаилдәр хәҙистәргә нигеҙләнеп барлыҡҡа килә, ә хилйә шамаилде нигеҙ итә. Имам Тирмизиҙең «Шамаил-и нәби» әҫәре мосолман әҙәбиәтендә иң тәүге шамаил һәм хилйә булып иҫәпләнә, дини һәм әҙәби бер сығанаҡ булып тора. Тирмизи шамаилгә нигеҙ булырҙай хәҙистәрҙе, сәхәбәләрҙең Пәйғәмбәр тураһында иҫтәлектәрен бергә туплаған.

Иран миниатюраларында пәйғәмбәр образы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хилйә һәм миғражнамә йыш ҡына пәйғәмбәрҙең рәсеме йәки уның Бораҡҡа атланған иллюстрациялары менән дә биҙәлгән булған. Иран миниатюралары, XIV быуат Истамбул миниатюралар серияһы билдәле. Әммә әлеге миниатюраларҙа уның йөҙ-ҡиәфәте ғәҙәти түгел, рәсемдән-рәсемгә үҙгәреп тора. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең портретын һүҙ менәнме, ҡәләм менәнме яһау — ислам ғалимдары араһында бәхәс ҡуҙғатыусы факт. Һынлы сәнғәттә пәйғәмбәрҙеңйөҙө ике шәкелдә яһала — асыҡ йөҙлө һәм йөҙө битлек менән ҡапланған хәлдә. Әммә ике осраҡта ла һүрәт тамамланмаған хисаплана, сөнки олуғ образы пәйғәмбәрҙең матдиләшеүҙән алыҫ тора. Мосолмандар өсөн яҡшылыҡ үрнәге булған Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең образын һүрәтләгәндә, рәссамға тағы ла ҡатлаулыраҡ эш йөкләтелә: ул төшөргән һүрәткә ҡарап, кеше үҙ психик эшсәнлеген дә яйға һалырға тейеш. Рәсемдә Мөхәммәд Пәйғәмбәр һурәтен төшөрөү әҙәби тексҡа ябай иллюстрация эшләү ғына булып ҡалмайса, өҫтәмә функцияларға ла хужа булған һәм кеше аңында теологик һәм мистик характерҙағы фекерҙәр теҙмәһе тыуҙырған. Был фекерҙәрҙең иң ҡиммәтлеһе —Пәйғәмбәр рухына доға ҡылырға саҡырыу. Пәйғәмбәр образы менән бәйле жанрҙар барыһы ла мосолманды Аллаһҡа яҡынайтыуға хеҙмәт иткәндәр.

Башҡорт, татар араһында хилйә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт һәм татарҙар араһында хилйә һүҙе урынына шамаил йышыраҡ ҡулланыла. 1878 йылда Ҡазан университетының Азия типографияһында «Шамаиле-н-нәби саллаллаһу ғаләйһи үә сәләм» китабы баҫылған. Унда Пәйғәмбәр сәхәбәләренең хилйәләре туплап яҙылған. «Әд-дин үә-л-әҙәб» журналының 1917 йылғы 6-8 һандарында Ғәлимйән Баруди пәйғәмбәрҙең физик сифаттарын һүрәтләгән махсус бер сәхифә ойоштора.

Хилйә-и шәриф өлгөләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]